From Wikipedia, the free encyclopedia
Йәнле тәбиғәт билдәләре, йәғни критерийҙары— йәнле тәбиғәтте йәнһеҙ тәбиғәттән айырып тороусы төп билдәләр.
Тере есемдәр тере булмағандарынан нимә менән айырыла һуң? Был һорау аҡыл эйәләренең һәм ғалимдарҙың иғтибарын күп ваҡыттарҙан бирле үҙенә йәлеп иткән. «Тереклек», «тере есем» төшөнсәләренә ҡыҫҡаса билдәләмәләр бирер өсөн, улар был төшөнсәләрҙең иң мөһим, үҙҙәренә генә хас асылын белергә тырышҡандар.
Тереклек билдәләмәһенең йөҙҙән ашыу төрө билдәле. Уларҙың береһе лә тиерлек ҡәнәғәтләнерлек түгел. Ф. Энгельс үҙенең «Анти-Дюринг» тигән китабында тереклеккә ярайһы уҡ дөрөҫ билдәләмә биргән: «Тереклек — ул аҡһымлы еҫемдәрҙең йәшәү ысулы, ә йәшәү ысулы — үҙенең асылында был есемдәрҙе тәшкил итеүсе химик составлы өлөштәрҙең өҙлөкһөҙ яңырып тороуы».
Ф. Энгельс билдәләмәһе ике өлөштән тора. Беренсе өлөштә ул тере есемдәрҙе айырып тороусы үҙенсәлеккә — уларҙың составында аҡһым булыуға күрһәтә. Ысынлап та, аҡһым — тере системаның — иң ябайҙарынан алып иң ҡатмарлыларына һәм юғары төҙөлөшлөләренә тиклем бөтәһенең дә төп һәм даими состав өлөшө.
«Тереклек булған һәр ерҙә, — тигән Ф. Энгельс, — беҙ уның ниндәйҙер бер аҡһымлы есем менән бәйле икәнен табабыҙ, һәм тарҡалыу бармаған ниндәй ҙә булһа аҡһымлы есемде осратҡан бер урында беҙ, һис шикһеҙ, тереклек күренешен осратабыҙ».
Аҡһымдар — еңел үҙгәреүсән структуралы матдәләр. Тереклек өсөн аҡһымдың теләһә ниндәй рәүештәгеһе түгел, ә биологик яҡтан актив һәм үҙенең ҡабатланмаҫ структураһын һаҡлаған булыуы зарур. Организм үлгәндә йәки күҙәнәктәр йәрәхәтләнгәндә, аҡһым макромолекулалары тағатыла һәм натураль булмаған хәлгә күсә.
Тәбиғи конфигурацияһын юғалтҡан аҡһымдар шунда уҡ сығарып ташланыла һәм яңы синтезланғандары менән алмаштырыла. Шулай итеп, тереклек процесында күҙәнәктең аҡһым составы өҙлөкһөҙ яңырып тора.
Ф. Энгельс үҙенең билдәләмәһенең икенсе өлөшөндә аҡһымдарҙың йәшәү ысулы тураһында һөйләй. Был ысул — матдәләр алмашыныу. Уның ярҙамында аҡһымдарҙың тәбиғи конфигурацияһы һаҡлана һәм уларҙың өҙлөкһөҙ яңырып тороуы тәьмин ителә.
«Анти-Дюринг» китабының донъяға сығыуына йөҙ йылдан ашыу ваҡыт үткән. Был арауыҡта күпме яңы асыштар яһалған. Ошоға бәйле рәүештә, күп ғалимдар тере есем характеристикаһын киңәйтеү һәм тулыландырыу маҡсатҡа ярашлы тип таба.
Тере есемдең хәҙерге заман билдәләмәләренең береһе совет ғалимы М. В. Волькенштейн тарафынан тәҡдим ителгән: «Ерҙә йәшәүсе тере есемдәр биополимерҙарҙан — аҡһым һәм нуклеин кислоталарынан төҙөлгән үҙенән-үҙе көйләнеүсе һәм үҙенән-үҙе тулыланып тороусы асыҡ системаны тәшкил итә».
Камил билдәләмә биреү мөмкинлеге булмауҙан, йәнле тәбиғәтте йәнһеҙ тәбиғәттән айырып тороусы критерийҙарға мөрәжәғәт итәләр.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.