Acumen
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Acumen Fund, Inc. (Acumen[1]) — Америка Ҡушма Штаттарында теркәлгән халыҡ-ара коммерциялы булмаған венчур фонды[2], ул социаль эшҡыуарҙарҙың ҡараштарын донъялағы ярлылыҡты хәл итеүҙә файҙалана[3][4]. Жаклин Новограц (ингл. Jacqueline Novogratz) — был ойошманың ойоштороусоһо һәм башҡарма директоры[5][6].
Acumen | |
Нигеҙләү йылы |
2001 |
---|---|
Нигеҙләүселәр |
Жаклин Новограц |
Урыны | |
Төп фигуралар |
Жаклин Новограц |
Вәкиллек | |
Эшмәкәрлек өлкәһе |
инвестициялар, венчур эшмәкәрлеге, социаль эшҡыуарлыҡ |
Веб-сайт |
Был фонд халыҡтың ярлы ҡатламалары өсөн арзан тауарҙар һәм уңайлыҡтар етештергән тотороҡло ойошмаларҙы барлыҡҡа килтерә һәм уларға үҫешергә ярҙам итә.
Ойошманың штаб-квартираһы Нью-Йоркта урынлашҡан, ә региональ офистары — Һиндостан, Кения, Пакистан һәм Гана илдәрендә[3].
2001 йылдың 1 апрелендә был ойошма Acumen Fund исеме аҫтында теркәлә[3].
Рокфеллер һәм Cisco Systems фондтары һәм өс шәхси эшҡыуар был ойошмаға башта ярҙам итә[7][3].
Ваҡыт үтеү менән Acumen Fund фондының инвесторҙары һәм кәңәшселәре булып күп организациялар һәм шәхси биттәр була, улар араһында Билл менән Мелинда Гейтстар фонды, Google Foundation, Nike Foundation һәм Сколл фонды[3][8]. Бөгөнгө көнгә ойошманың йөҙләп инвестицион партнёрҙары бар[7].
Башҡа коммерциялы булмаған фондтарҙың күбеһенән айырмалы рәүештә был ойошма гранттар бирмәй. Улар йә заёмдар бирә, йә компанияның устав капиталына инвестициялар бирәләр. Ошолайтып фонд социаль эшҡыуарлыҡтың «таҙа» моделен башҡара — йәмәғәт өсөн булған мөһим проблемаларҙы хәл итә, шул уҡ ваҡытта табыш ала.
Acumen Fund инвестициялары 5 портфельгә бүленә: «һыу», «һаулыҡ», «торлаҡ», «энергия» һәм «ауыл хужалығы». Ғәҙәттә бер проект өсөн фонд инвестициялары 300 меңдән башлап 2 миллион долларға тиклем 5 йылдан башлап ете йылға тиклем бирелә[9].
2008 йылдың 30 июненә ҡарата Acumen фонды Һиндостан, Пакистан, Кения, Танзания, Мысыр һәм Көньяҡ Африка илдәренә суммаһы 34 миллион долларға тигеҙ булған инвестицияларҙы ҡабул итте. Шул ваҡытҡа ул 26 компанияға ярҙам итә, ә шул компанияларҙың бөтә донъя буйынса 36 миллион клиенттары бар.
2014 йылдың 10 июленә ҡарата Acumen фонды Гана, Һиндостан, Кения, Нигерия, Пакистан, Танзания, Уганда һәм Эфиопия илдәренә социаль эшҡыуарлыҡ проектарына 88 миллион долларҙы инвестиция кеүек бирә[9].
100 миллион кешегә ярҙам иткән һәм 60 мең эш урыны барлыҡҡа килтергән 82 проектҡа инвестициялар күсереү — ойошманың әлеге маҡсаты.
50 миллион кешене ҡараған компанияларға 100 миллион доллар күсереү — ойошманың әлеге маҡсат күрһәткестәре.
Acumen маҡсаттары араһында фәҡирлеккә ҡаршы уңышлы көрәш алып барыуҙың моделен эшләп сығарырға һәм халыҡтың ярлы ҡатламын һыу, торлаҡ һәм медецина ярҙамы менән тәьмин итеү өсөн инновацион ҡараштарҙы ҡулланған социаль предприятияларҙы эҙләү.
Һәр йыл фонд йәш профессионалдарҙы һайлай ҙа уларҙы Кения, Танзания, Көньяҡ Африка Һиндостан һәм Пакистан илдәренә эшләргә ебәрә. Шул йәштәр фонд ярҙам иткән ойошмаларҙа эшләйҙәр.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.