1918 йылдың июль аҙағында Верхнеурал өйәҙе башҡорттарынан ойошторола From Wikipedia, the free encyclopedia
5-се Башҡорт уҡсылар полкы (рус. 5-й Башкирский стрелковый полк) — 1918 йылдың июль аҙағында Башҡорт хәрби советы приказы буйынса Верхнеурал өйәҙе башҡорттарынан 5-се Башҡорт пехота полкы булараҡ ойошторола[1].
5-се Башҡорт уҡсылар полкы | |
Нигеҙләү датаһы | 1918 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы | Войсковая часть[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
1918 йылдың 25 октябренән 5-се Башҡорт уҡсылар полкы, 20 ноябрҙән Юғары баш командующий штабының приказы буйынса 40-сы Башҡорт уҡсылар полкы, 1919 йылдың 9 ғинуарынан Башҡорт ғәскәрҙәре штабы приказына ярашлы Бишенсе Башҡорт уҡсылар полкы тип атала. Полкта 500-гә яҡын яугир иҫәпләнә. 1918 йылдың авгусынан 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы, 1919 йылдың ғинуарынан 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы составына инә.
Граждандар һуғышы осоронда Верхнеурал, Аҡтүбә һәм Стәрлетамаҡ фронттарында Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына (РККА) ҡаршы һуғыша[2]. Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәре Совет республикаһы яғына сыҡҡас, 5-се Башҡорт уҡсылар полкы таратыла.
Полк командирҙары:
Полк муллаһы — Бәхтийәров (1918 йылдың 8 ноябренә тиклем)[4].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.