From Wikipedia, the free encyclopedia
4-се Башҡорт уҡсылар полкы (1918 йылдың 25 октябренә тиклем — 4-се Башҡорт пехота полкы) — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осорондағы Башҡорт армияһының хәрби формированиеһы.
4-се Башҡорт уҡсылар полкы | |
Ғәмәлдә булған йылдары | |
---|---|
Ил | |
Бойһонған | |
Составында | |
Тип | |
Функция |
автономия мәнфәғәттәрен яҡлау |
Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр | |
Командирҙары | |
Билдәле командирҙары |
Ҡ. Йәнекәев, Байрашевский |
- | |
4-се Башҡорт пехота полкы Башҡорт хәрби шураһының 1918 йылдың 18 июлендәге приказына ярашлы Ырымбур ҡалаһында ойошторола. Ырымбур өйәҙе башҡорттарынан формалашҡан. Полкты ойоштороу эше менән Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеге ағзаһы штабс-капитан Ҡасим Йәнекәев шөғөлләнгән, аҙаҡ уның командиры итеп тәғәйенләнә[1].
Ырымбур ҡалаһы ул ваҡыттағы Башҡортостан автономияһының хәрби-сәйәси үҙәге Силәбенән алыҫ булғанға күрә, Башҡорт хөкүмәтенең хәрби-ойоштороу мәсьәләләр буйынса вәкәләттәре Ырымбур хәрби бүлегенә бирелә. Был хәрби бүлек 4-се Башҡорт пехота полкын төҙөү менән етәкселек итә, уны бөтә кәрәк-яҡтар һәм офицер кадрҙары менән тәьмин итә. 4-се Башҡорт пехота полкы Башҡорт айырым корпусының 2-се Башҡорт пехота дивизияһы составына инә.
1918 йылдың сентябрь аҙағында полк частары Орск ҡалаһын алыуҙа ҡатнаша. 1918 йылдың октябрь-ноябрендә 4-се Башҡорт пехота полкы Аҡтүбә фронтында алыштарға инә. 1918 йылдың декабренән 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы составында ҡыҙылдарҙың 1-се армияһына ҡаршы һуғыша. 1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм армияһы Совет власы яғына күскәндән һуң полк таратыла[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.