Өс батшалыҡ (роман)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Өс батшалыҡ (Троеца́рствие; ҡытайса |三國演義|三国演义|Sānguó yǎnyì|Саньго́ яньи́) — XIV быуаттың тарихи романы, авторы булып Ло Гуаньчжун иҫәпләнә. Дүрт классик ҡытай романы иҫәбенә инә. Әҫәрҙәге ваҡиғалар Ҡытай цивилизацияһы тарихындағы ҡыҙыу дәүерҙә — Хань династияһы хакимлығының аҙағында һәм Өс батшалыҡ дәүерендә бара, беҙҙең эраның 169 йылынан башланып, 280 йылда Көнбайыш Цзинь дәүләтенең (265—420) ерҙәрҙе үҙенә ҡушыуы менән тамамлана.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/9/91/Three_Brothers_%28Bei%2C_Yu%2C_Fei%29.jpg/320px-Three_Brothers_%28Bei%2C_Yu%2C_Fei%29.jpg)
Хикәйәләү — өлөшләтә тарихи, өлөшләтә легенда һәм өлөшләтә мифик формаға ҡоролған — һүнә барған Хань династияһын алмаштырырға йә уны тергеҙергә тырышҡан феодалдарҙың һәм уларҙың яҡындарының тормошо романтик һәм драматик планда һүрәтләнә. Романда йөҙҙәрсә персонаж булһа ла, Хань династияһы бүлендектәрендә барлыҡҡа килгән һәм һөҙөмтәлә өс дәүләткә — Цао Вэй батшалығы , Шу Хань батшалығы һәм Көнсығыш У батшалығына әйләнгән өс көс блогына төп иғтибар бүленә. Романда заговорҙар, шәхси һәм хәрби алыштар, интригалар һәм был дәүләттәрҙең 100 йыл дауамында хакимлыҡҡа өлгәшеү өсөн көрәше һүрәтләнә.
Өс батшалыҡ тураһындағы был әҫәр ҡытай әҙәбиәтенең дүрт бөйөк классик романдарының береһе тип танылған; уның 120 бүлегендә (главаһында) дөйөм алғанда 800 000 һүҙ һәм һүрәтләнгән ваҡиғаларҙа меңгә яҡын (башлыса тарихи) драматик персонаж ҡатнаша[1]. Роман Көнсығыш Азияла иң яратып уҡылған әҙәби әҫәрҙәрҙең береһе[2] һәм уның төбәктәге әҙәби йоғонтоһон инглиз әҙәбиәтендәге Шекспир әҫәрҙәренә тиңләйҙәр[3]. Өс батшалыҡ, һуңғы империя осорондағы һәм хәҙерге Ҡытайҙа, моғайын, иң күп уҡылған тарихи роман[4]. Британия дипломаты һәм Ҡытайҙы өйрәнеүсе Герберт Джайлз (8.12.1845—13.02.1935) әйтеүенсә, ҡытайҙарҙың үҙҙәре араһында был роман Ҡытай романдарының иң бөйөгө тип һанала[5].