From Wikipedia, the free encyclopedia
Әлмәт (Иҫке Әлмәт, Әлмәтмулла) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы. Әлмәт ауыл советы составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
Ауыл | |
Ҡалмаҡ-Әбдрәш татар. Әлмәт | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе |
Әлмәт ауыл советы |
Координаталар | |
Элекке исеме |
Иҫке Әлмәт, Әлмәтмулла |
Халҡы | |
Почта индексы |
423371 |
Һанлы танытмалар | |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ауыл Сарсаз йылғаһы буйында урынлашҡан. Тораҡ пукнт тирәһендә бер нисә күл бар.
Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл башта Байлар улусының Салағош түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әлмәтмулла улусы составына керә һәм ошо улустың үҙәге була[2].
1840 йылда 220 башҡорт 102 сирек ужым һәм 141 сирек яҙғы икмәк сәскән. 1848 йылда 39 ихатаға 135 йылҡы, 120 һыйыр, 250 һарыҡ һәм 60 кәзә малы, шулай уҡ 25 умарта тура килгән. 365 дисәтинә һөрөнтө ерҙәре, 28 дисәтинә бесәнлектәре һәм 56 дисәтинә урмандары булған. Йорт башына иҫәп алыу мәғлүмәттәренә ярашлы 168 ихатала 898 аҫаба башҡорт һәм 151 хужалыҡта 739 типтәр (элекке керҙәштәр) теркәлә. Уларҙың тәүгеләренең 2619 дисәтинә, ә икенселәрҙең 1173 дисәтинә ере булған. 1912 йылда башҡорттарға 2183 баш мал, шул иҫәптән 315 йылҡы, 293 һыйыр, 1386 һарыҡ һәм 190 кәзә малы, шулай уҡ 16 умарта тура килгән. Ә типтәрҙәрҙең 1304 баш малы, шул иҫәптән 207 йылҡы, 203 һыйыр, 732 һарыҡ һәм кәзә малы булған[2].
1848 йылда ауылда тирмән һәм мәсет, 1905 йылда 4 бакалея лавкаһы, икмәк магазины, 2 мәҙрәсә булыуы теркәлә[2].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылда Сарман районына составына инә.
1795 йылда ауылда 11 ихатала 84 башҡорт, 31 йортта 137 типтәр, ике йортта 8 яһаҡлы татар; 1816 йылда — 149 башҡорт (улар араһында 2 ҡатынлы 5 йорт хужаһы, 3 ҡатынлы 1 йорт хужаһы), 80 типтәр һәм 4 татар; 1834 йылда —241 башҡорт, 113 типтәр һәм 9 татар; 1859 йылда ир енесле 792 йән башҡорт һәм типтәр иҫәпләнгән. 1870 йылда 829 типтәр һәм 42 татар, ә 1899 йылда башҡорттар һәм типтәрҙәр теркәлгән. 1902 йылда ир енесле 704 йән иҫәпләнгән[2].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.