From Wikipedia, the free encyclopedia
Һөләймән — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Илсеғол ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 179 кеше[1]. Почта индексы — 453715, ОКАТО коды — 80253820008.
Ауыл | |
Һөләймән Һөләймән | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Мейәс йылғаһы буйында урынлашҡан
Һөләймән ауылына Себер даруғаһы Ҡаратабын һәм Барын‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 йылдан алып билдәле. Ауыл тәүге төпләнеүсе Һөләймән Иштуғанов исеме менән аталған. Шулай уҡ Мулдаш исеме менән билдәле булған. 1795 йылда 15 йортта 63 кеше йәшәгән, 1866 йылда 42 йортта — 225 кеше. Һөләймән ауылы кешеләре ярым күсмә тормош алып барған. 228 кеше йәшәгән һәр 40 йортҡа 8,5 ат, 2,2 һыйыр, 7,5 һарыҡ, 0,2 баш кәзә тура килгән. Был уртаса һандар. Ысынбарлыҡта бер хужаның унарлаған баш аты булһа, ҡалғандарының йә бер аты ғына, ҡайһы берҙәре йә бөтөнләй атһыҙ булған. Шулай уҡ халыҡтың күпселеге алтын приискыларында эшләгән. Бер өлөшө игенселек менән шөғөлләнгән[3]. 2008 йылдың 19 ноябрендәге «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда үҙгәрештәр тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы 49-з Законы нигеҙендә:
"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәр индерергә:
43) Учалы районы буйынса:
б) Илсеғол ауылында административ үҙәге менән «Илсеғол ауыл Советы» атамаһын һаҡлап, Илсеғол һәм Һөйөндөк ауыл советтарын берләштерергә. Һөйөндөк ауыл Советының Көсөк, Һөләймән, Һөйөндөк, Устиновка ауылдарын Илсеғол ауыл советы составына индерергә.
Бер кескәй мәктәп 4-се класҡа тиклем белем бирә торғайны, 2010 йылда ябылды. Малсылыҡ фермаһы көн һайын Учалыға һөт ебәрә. 1990-сы йылдағы үҙгәрелештәрҙән һуң юҡҡа сыҡҡан игенлектәрҙе бөгөнгө көнгә әкренләп күтәрергә тырышалар.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 179 | 87 | 92 | 48,6 | 51,4 |
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[4].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.