![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/6/6e/Latin_dictionary.jpg/640px-Latin_dictionary.jpg&w=640&q=50)
Һүҙлек
билдәле тәртип буйынса урынлашҡан һүҙҙәр тупланмаһы, белешмә китабы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Һүҙлек (лөғәт) - рус. словарь - билдәле тәртип буйынса урынлашҡан һүҙҙәр тупланмаһы, белешмә китабы.Һүҙлектә һүҙҙәрҙең мәғәнәһе, ҡулланылышы, килеп сығышы, башҡа телдәргә тәржемәһе һ.б. мәғлүмәт була. Фәнни һүҙлектәрҙә терминдар аңлатып бирелә.
Һүҙлек | |
![]() | |
Аббревиатуралар таблицаһындағы ҡыҫҡартыу | слов. |
---|---|
Берекмәләре | исемлекте ҡарағыҙ[d] |
![]() |
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/6/62/Sprachen.jpg/640px-Sprachen.jpg)
Һүҙлек — атамалар йәки тематика буйынса һайлап алынған ҙур булмаған мәҡәләләрҙән торған мәғлүмәт китабы йәки башҡа төрлө сығанаҡ. Энциклопедик (энциклопедия) һәм лингвистик һүҙлектәр була.
Компьютер техникаһы үҫешеүе электрон һүҙлектәр һәм онлайн-һүҙлектәрҙе барлыҡҡа килтерҙе.
Иң боронғо төрки телдәр һүҙлеге —«Диуану лөғәт әт-төрк» (ғәр. ديوان لغات الترك), 20 төрки телдең лингвистик, тарихи‑мәҙәни һәм этнографик материал йыйылған һәм дөйөмләштерелгән тәржемә-аңлатмалы һүҙлек-тезаурусы. 1072—1074 йылдарҙа лексикограф һәм филолог Мәхмүт әл-Ҡашғари тарафынан төҙөлгән һүҙлеккә башҡорт теле һәм башҡорттар тураһында ла мәғлүмәт индерелгән.
Тәүге рус һүҙлеге тип 1282 йылда сыҡҡан 174 һүҙҙән торған «Кормчая книга» күсермәһен— Азбуковникты атарға була [1].
Миндийәр Биксуриндың «Һүҙҙәрҙең башҡорт теленә тәржемәһе» тигән ҡулъяҙмаһы башҡорт теленең тәүге һүҙлеге тип һанала, ул 1781 йылда төҙөлгән[2].