From Wikipedia, the free encyclopedia
Үрге Бәгәнәш (рус. Верхний Бегеняш) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 95 кеше[1]. Почта индексы — 453492, ОКАТО коды — 80205834003.
Ауыл | |
Үрге Бәгәнәш Үрге Бәгәнәш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
XVIII һәм XIX быуаттарҙа Үрге Бәгәнәш Бәгәнәш-Әбүкән тип атала. Һуңынан Түбәнге Бәгәнәш-Әбүкән исеме менән ике ауыл барлыҡҡа килә, унда типтәрҙәр, сыуаштар, башҡорттар йәшәгән. Бәгәнәш — этнонимға әйләнгән - улус исеменә әйләнгән антропоним. Эш шунда: Мең улусы 1671 йылда 11 ырыу-ҡәбиләгә бүленгән булған. Уның тарҡалыуы артабан да дауам итә. 7203 йылда мосолман календары (—5508=1695 г.) Теләш ауылы кешеһе Теләш Бәгәнәшев Бәгәнәш-Мең улусының аҫаба башҡорттары өсөн иҫәп буйынса яңы 12-се Мең улусының тыуыуын раҫлаусы грамота ала. Күренеүенсә, Теләш Бәгәншевтың атаһы тархан була. Ғаиләләр төркөмө уның улы Теләш ваҡытында барлыҡ меңдәрҙән айырылып сыға һәм үҙенең улусын ойоштора. Бәгәнәш исеме яңы улусҡа бирелә. Теләш ауылы һуңынан тархан Теләш Бәгәнәш исеме менән яңы Бәгәнәш исемен алған, тип күҙаллана. Артабан ул Бәгәнәш Әбүкән була. Әбүкән шулай уҡ антропоним. Был улустың аҫаба ер биләүсеһе Әбүкән Исмәғилов XVIII быуаттың 70-се йылдарындағы сығанаҡтары буйынса билдәле[2].
Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 йылда мәсет, тимерлек теркәлгән. 20 быуат башынан хәҙерге исемен йөрөтә.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 95 | 41 | 54 | 43,2 | 56,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.