Балаҡатай районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡараҡай, Кәркәй (рус. Кирикеево) — Башҡортостандың Балаҡатай районындағы ауыл. Билән ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 310 кеше[2]. Почта индексы — 452586, ОКАТО коды — 80210804004.
Ауыл | |
Кирикеево башҡ. Ҡараҡай, Кәркәй | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452586 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ауыл Өфө йылғаһы бассейнына ҡараған Төпкәнде йылғаһы буйында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 58 километр һәм Наҙы-Петровск (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан 31 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
«Башҡортостан Республикаһында берәмектәр сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһында» законда, «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошо» исемле белешмә китабында 2020 йыл 28 октябрь архивланған., Башҡорт энциклопедияһында һәм тарихсы Ә. Әсфәндиәровтың Башҡортостан ауылдары тураһындағы хеҙмәтендә ауылдың атамаһы Ҡараҡай тип алынған, ә Урыҫ Википедияһы биргән текста, Хисамитдинова Ф. Ғ. һәм Сиражетдинов З. А. авторлығындағы «Башҡортостан Республикаһының тораҡ пункттары атамалары» белешмә һүҙлегенә таянып, (башҡ. Кәркәй — һаҙлыҡлы урын атамаһынан — Кәркәй (кәркә, керәкә (һаҙ) тигән мәғәнәле тип аңлатыла[5]).
Ҡараҡай ауылына Себер даруғаһы Балаҡатай улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауыл тураһында тәүге мәғлүмәт 1765 йылдан билдәле. Тәүге төпләнеүсе исеме менән аталған. 1859 йылда ошо ауылда уның улдары — 70 йәшлек Сөләймән һәм 54 йәшлек Амандыҡ Ҡараҡаевтар[6][7].
1869 йылда Ҡараҡай ауылындағы 65 хужалыҡта 369 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр.
Ауылды Кәркәй тип тә, Ҡараҡай тип тә йөрөткәндәр.
1834 йылда 277, 1859 йылда — 421 кеше йәшәгән.
1842 йылда 267 кешегә 1032 бот яҙғы иген сәселгән. Йәйләүгә сыҡҡандар[8].
1920 йылда — 461 кеше йәшәгән.
Әлеге ваҡытта Кәркәй ауылында башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар[9].
Кәркәй ауылында башҡорттар (97 %) йәшәй[10] (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 461 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 471 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 315 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 293 | 143 | 150 | 48,8 % | 51,2 % |
2002 йыл 9 октябрь | 316 | 148 | 168 | 46,8 % | 53,2 % |
2010 йыл 14 октябрь | 310 | 144 | 166 | 46,5 % | 53,5 % |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Тауҙар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.