Ҙур егерме
иҡтисадтары ныҡ үҫешкән һәм үҫешеүсән дәүләттәрҙең хөкүмәттәр һәм үҙәк банкылар башлыҡтары клубы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҙур егерме (шулай уҡ G20, G-20, Егерме төркөмө; рәсми атамаһы — ингл. The Group of Twenty, major advanced and emerging economies[1]) — иҡтисадтары ныҡ үҫешкән һәм үҫешеүсән дәүләттәрҙең хөкүмәттәр һәм үҙәк банкылар башлыҡтары клубы[2].
Ҙур егерме | |
Нигеҙләү датаһы | 26 сентябрь 1999 |
---|---|
Ҡыҫҡаса атамаһы | G20 |
Нигеҙләүсе | G7[d] һәм Пол Мартин[d] |
Ағзалар һаны | 20 аффилированный |
Производная работа | B20[d] |
Рәсми сайт | g20.org |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 549 264 |
Ҙур егерме Викимилектә |
Дөйөм алғанда, G20 донъя тулайым милли продуктының 85 процентын, донъя сауҙаһының 75 процентын (Европа Берлеге эсендәге сауҙаны ла индереп) һәм донъя халҡының өстән ике өлөшөн тәшкил итә[2]. 20 ҙур милли иҡтисадтар ҡатнаша:
Европа Берлегенең вәкилдәре — Европа комиссияһы рәйесе һәм Европа советы рәйесе[3]. Бынан тыш, ғәҙәттә G20 осрашыуҙарында төрлө халыҡ-ара ойошмаларҙың вәкилдәре була, шулар араһында Финанс тотороҡлоғо буйынса совет, Халыҡ-ара валюта фонды, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы, Африка Берлеге, АСЕАН, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һәм Бөтә донъя банкы[2].
1990-сы йылдар аҙағындағы Азия финанс көрсөгөнә[2] һәм үҫешеүсе баҙар иҡтисады булған илдәрҙең донъя кимәлендәге иҡтисади һөйләшеүҙәрҙә һәм ҡарарҙар ҡабул итеүҙә тейешенсә күрһәтелмәүенә яуап итеп G20 булдырылған. 2008 йылғы бөтә донъя иҡтисади көрсөгөндә глобаль иҡтисад һәләкәте хәүефе барлыҡҡа килеү һөҙөмтәһендә "ҙур ете"нән G20 форматына күсеү тиҙләтелде][4]. 2008 йылға тиклем төркөм юғары кимәлдә саммиттар уҙғарманы, уның төп эшмәкәрлек формаһы финанс министрҙары һәм үҙәк банк башлыҡтары кимәлендә йыл һайын уҙғарылған осрашыуҙар булды. Бөгөнгө көнгә G20 саммиттары халыҡ-ара финанс-иҡтисади системаға ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса хеҙмәттәшлек һәм консультациялар өсөн глобаль форум булып тора.