From Wikipedia, the free encyclopedia
Яңы Ҡалмаш (рус. Новокалмашево) — Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 143 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80256810004.
Ауыл | |
Яңы Ҡалмаш рус. Новокалмашево | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452207 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 143 | 67 | 76 | 46,9 | 53,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек татарҙар (56 %) һәм башҡорттар (42 %) йәшәй.[3].
Яңы Ҡалмаш ауылында 1795 йылда 63 башҡорт (13 йорт) һәм 45 яһаҡлы татар (6 йорт) йәшәгән. Һуңғыларының керҙәшлек ваҡыты билдәһеҙ. 1816 йылда 60 башҡорт, 30 типтәр, 70 яһаҡлы (дәүләт) крәҫтиән була. Күренеүенсә, яһаҡлы татарҙар типтәр ҡатламына ингән. 1800 йылда үҙҙәренең ҡатламын дәүләт крәҫтиәндәре ҡатламына алмаштырған хеҙмәтле (служидые) татарҙар ҡабул ителә. 1834 йылда 91 башҡорт, 52 типтәр, 120 дәүләт крәҫтиәне иҫәпкә алына. 1859 йылда 199 кеше теркәлә. 21 йылдан һуң 50 йортта 245 кеше йәшәй. Ауылда мәсет, уның эргәһендә мәктәп, 3 тирмән булған. 1920 йылда Өфө кантонының Топорнин улусы составында була, ундағы 160 йортта 815 башҡорт иҫәпкә алына. 1834 йылда башҡорттар Ҡалмаш халҡының 34,6 процентын тәшкил иткән. 1920 йылда ла улар шул сама булырға тейеш.
1843 йылда 91 башҡорт 312 бот ужым һәм 680 бот яҙғы иген сәскән, 24 бот картуф ултыртҡан. Тирмән тотҡандар. Ауылда 150 умарта булған. Мәсет булған.[4]
Башҡорт энциклопедияһы мәғлүмәте буйынса, 2002 йылда ауылда фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.[5]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.