Ясир Арафат
Фәләстин милли хакимиәте (ФМХ) рәйесе (президенты), ФАТХ хәрәкәте башлығы һәм Фәләстинде азат итеү ойошмаһы башҡарма комитеты (ФАИО) рәйесе / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ясир Арафат (ғәр. ياسر عرفات; 24 август 1929, Ҡаһирә, Мысыр — 11 ноябрь 2004, Кламар, Франция), тыуғас та бирелгән тулы исеме — Мөхәммәд Абд әр-Рахман Абд әр-Рәүф Арафатәл-Кудва аль-Хөсәйни (محمد عبد الرحمن عبد الرؤوف عرفات القدوة الحسيني), Әбү Аммар (أبو عمّار) тигән куньяһы менән дә билдәле — 1993 йылдан Фәләстин милли хакимиәте (ФМХ) рәйесе (президенты), ФАТХ хәрәкәте башлығы һәм Фәләстинде азат итеү ойошмаһы башҡарма комитеты (ФАИО) рәйесе (1969 йылдан); 1994 йылғы тыныслыҡ өсөн Нобель премияһы лауреаттарының береһе. 75 йәшендә Францияла Париж эргәһендә Кламарҙағы Перси хәрби госпиталендә вафат була. Ҡатыны Суха Арафат (ҡыҙ сағындағы исем-шәрифе Суха «Сусу» Тәвил) була.
Ясир Арафат — ХХ быуаттың икенсе яртыһындағы иң билдәле радикаль сәйәси эшмәкәрҙәрҙең береһе. Тормошо һәм эшмәкәрлегеҡ ршылыҡлы баһалана, рберәүҙәр өсөн Арафат ,милли азалыҡыһәм бойондороҡһоҙлоҡ көрәшсеһе, ҡаһарман, ә икенселәр өсөн ул — иң яуыз дошман, кеше үлтереүсе, террорсы. Арафат дәүләт ҡатнашлығынан тыш көс ҡулланыуҙы сәйәси көрәштең легитим формаһына әйләндереүгә өлгәшә[9][10]. Ул етәкләгән ФАИО БМО-ға күҙәтеүсе сифатында ҡабул ителә, ә Арафаттың үҙен төрлө илдәрҙә дәүләт башлығы сифатында ҡаршы алалар.