Нобель премияһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Но́бель пре́мияһы (швед. Nobelpriset, ингл. Nobel Prize) — күренекле фәнни тикшереүҙәр, асыштар һәм мәҙәниәт һәм йәмғиәт үҫешенә баһалап бөткөһөҙ индергән өлөш өсөн бирелә торған халыҡ-ара премия. Әҙәбиәт, фән һәм тыныслыҡ өлкәһендә бирелә. Премия 1895 йылда Нобель Фондын ойошторған Альфред Нобель тарафынан булдырыла. Күптәр өсөн Нобель премияһын алыу мөһим ваҡиға булып тора.[1] Нобель премияһын алған кешеләрҙе «Нобель лауреаттары» тип атайҙар.
Һәр лауреат миҙал, диплом һәм, суммаһы йылда үҙгәреп торған, аҡса ала.[2] 1901 йылда, Нобель лауреатына 150,782 SEK бирелгән, 2007 йылдың декабрендә 7,731,004 SEK. 2008 йылда еңәүселәргә 10,000,000 SEK бирелгән.[3] Наградалар Стокгольмда 10 декабрҙә, Нобелдең хәтер көнөндә, тапшырыла.[4]