From Wikipedia, the free encyclopedia
Ява теле (Basa Jawa, Basa Jawi) — һөйләшеүселәр иҫәбе (75 млн. ашыу) буйынса иң ҙур австронезия теле. Ява утрауында (көнбайыш осонан башҡа) һәм Индонезияның башҡа утрауҙарында таралған.
Ява теле | |
Телдең үҙатамаһы |
Basa Jawa, Basa Jawi |
---|---|
Илдәр | |
Регионы |
Ява утрауы (көнбайыш осонан башҡа) |
Был телдә һөйләшеүселәр һаны |
80–100 млн. |
Телде белеүселәр |
12 |
Классификация | |
Категория | |
Австронезия ғаиләһе
| |
Әлифба |
ява яҙыуы, пегон, латиница |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
ява 860 |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 | |
ISO 639-3 |
jav, jvn, jas, osi, tes |
Был телдә Википедия | |
Көнкүрештә ява телен әүҙем рәүештә Индонезия халҡының яртыһы тиерлек ҡулланыуға ҡарамаҫтан, илдең башҡа төбәк телдәре һымаҡ, уның рәсми статусы юҡ (индонезия теле — Индонезия Республикаһының берҙән-бер дәүләт теле булып тора). XIX быуат аҙағында — XX быуаттың беренсе яртыһында, нидерланд теле менән бергә Голландия Ост-Һиндостанының рәсми теле булған.
Төрлө жанрлы шиғриәт һәм прозалы бай әҙәби традицияһы, күп төрлө театр жанрҙары бар. Ява телендә ҡайһы бер мәктәптәрҙең өс башланғыс класстарында уҡытыла, радиотапшырыуҙар алып барыла, ваҡытлы матбуғат баҫмалары нәшер ителә[1].
Һүҙҙең морфема төҙөлөшө үҙенең ябайлылығы менән айырыла. Бик күп тамыр һүҙҙәр бар. Һүҙъяһалыш ысулдары араһында — аффиксация, нигеҙҙең тулы йәғни өлөшләтә икәүләнеү күҙәтелә. Морфологик төҙөлөшө грамматик категорияларының әҙ булыуы менән характерлана (род, зат, килеш, ваҡыт категориялары юҡ).
Һөйләм ағзалары араһында бәйләнеш һүҙҙәр тәртибе һәм хеҙмәтсе һүҙҙәр ярҙамында булдырыла.
Ява теленең үҙенсәлеге— уның өсәүлеге, һәр бер төшөнсәгә телмәр стиленә ҡарап өс һүҙ тап килә. Ғаилә һәм урам (нгоко) өсөн, нейтраль тел (мадья) һәм банкеттар һәм дипломатия телдәре (краме) бар. Мәҫәлән, «юл» (малай телендә jalan) һүҙе нгокола —dalan, мадьяла —margi, ә крамелә — radosan тип әйтелә. «атай» һүҙе нгокола һәм мадьяла, шулай уҡ малай телендә bapak тип, ә крамелә Rama тип әйтелә.
Иртә Урта быуаттар дәүерендә, Индонезияла иң боронғо һәм бай ява телендәге әҙәбиәт формалаша башлай. Ява теленең тарихы 3 осорға бүленә: XII—XIII быуаттарға тиклем — боронғо ява теле; XII—XIII быуаттарҙан XVII быуатҡа ҡәҙәр — урта ява теле; XVII быуаттан —хәҙерге ява теле. Иң боронғо яҙма 732 йыл менән, иң боронғо яҙма ҡомартҡы — 809 йыл менән билдәләнә.
Традицион рәүештә яҙыу булараҡ ижекле имлә (кави, паллава, ява яҙыуы йәки чаракан) ҡулланылған, аҙаҡ параллель рәүештә ғәрәп яҙыуы, ә XX быуат уртаһынан — латиница ҡулланыла. XX быуатта чара́кан яҙыуы айырым нәфис әҙәбиәт һәм тарихи әҫәрҙәр нәшер итеүҙә ҡулланылған.
Хәҙерге заманда бөтә урындарҙа тиерлек латин алфавитына күсеү күҙәтелә, шул уҡ ваҡытта Үҙәк һәм Көнсығыш Ява провинцияларының бер нисә ҡалаларында әле ике яҙыу йәнәш һаҡланған, айырым әйткәндә юл күрһәтмәләрендә, урам атамаларында, һирәгерәк — төбәк баҫма киң мәғлүмәт сараларында барыһы ла ҡулланыла.
Көнсығыш Ява халҡының бер өлөшө ҡулланған ява теленең баньюмасан диалекты йыш ҡына айырым тел булараҡ ҡарала, сөнки уның лексикаһында һәм фонологияһында ҙур ғына айырмалыҡтар барлыҡҡа килгән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.