Эйфель башняһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Эйфель башняһы (франц. tour Eiffel, IPA: [tu.ʁ‿ɛ.fɛl]) — Париж үҙәгендәге металл башня, иң танылған, иҫтәлекле архитектура ҡоролмаһы. Баш конструктор Густав Эйфель хөрмәтенә атала; Эйфель үҙе уны ябай ғына «300 метрлыҡ башня» (tour de 300 mètres) тип атай.
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Масса ...
Ябырға
Һуңынан Париждың символы булып киткән башня 1889 йылда төҙөлә һәм башта 1889 йылда Парижда үткән Бөтә донъя күргәҙмәһенә инеү урынындағы ваҡытлыса ҡоролма булараҡ уйланыла.
Эйфель башняһы донъяла түләүле булып торған[16], кеше иң күп йөрөгән һәм иң күп фотоға төшөрөлгән иҫтәлекле урын тип атала[17].