From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡәғбә бойҙайы[1] йәки Шәкәр кукурузы (лат. Zea mays) — бөртөклөләр (Poaceae) ғаиләһенең Zea L. кукуруз ырыуының берҙән бер культуралы бөртөклө иген вәкиле.
Шәкәр кукурузы | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Zea mays subsp. mays L. | ||||||||||||||
|
«Köhler’s Medizinal-Pflanzen», 1887 китабынан ботаник иллюстрация |
Кукуруз — һабағы 5—6 метрға етеп үҫә торған бер йыллыҡ бер өйлө үҫемлек. Һабағы, башҡа ҡыяҡлыларҙан айырмалы булараҡ, ҡыуыш түгел. Сәсәкләре — айырым енесле. Емешлекле башаҡсыҡтар сәкәндәргә йыйналған. Сәкән япраҡ ҡуйынтығында йыуанайған ҡыҫҡа ян бәбәктә урынлаша. Башаҡсыктар бер сәскәле, сәскә элпәләре юҡ, емешлек йомро емшәндән һәм осонда икегә айырылған оҙон ефәк һымаҡ бағанасыҡтан тора. Һеркәсле башаҡсыҡтар ике сәскәле, һәр сәскә өс һеркәсле. Башаҡсыҡтар һабаҡ осонда урынлашҡан эре йәйенке һеперткеләргә йыйылған. Уларҙы ел һеркәләндерә.
Шәкәр кукурузы Үҙәк һәм Көньяҡ Американан сыҡҡан; тыуған ерендә ул — 3—5 мең йылдарҙан бирле игелә торған үҫемлек[2]. Башҡа фекер буйынса, бынан 8000 йыл элек Мексикалағы Бальсас үҙәнлеге индейҙары иҫ китмәле бер үҫемлекте йорт тирәләрендә үҫтерә башлайҙар. Шулай итеп, маис (кукуруз) был кешеләрҙе аусылыҡ менән көн күреүсе күсмә тормоштан ултыраҡ тормошҡа әйләндерә[3]. Х. Колумб һ.б. диңгеҙселәр ярҙамы менән кукуруз Европала пәйҙа була: башта Испанияға, шунан һуң Англияға, Португалияға, Францияға, Италияға килеп инә. Европанан иһә Һиндостанға, Ҡытай, Индонезияға «сығып китә». Йөҙ йыл да уҙмай, флораның әлеге иҫ китмәле вәкиле бөтөн донъяға тарала. Ер йөҙендәге иң боронғо культураларҙың берһе булған шәкәр кукурузы ауыл хужалығына нигеҙ һала. Кукуруз игә башлау менән, уның «тирәһендә» башҡа төрлө һөнәрселектәр ҙә тыуа һәм үҫә, һөҙөмтәлә, цивилизация барлыҡҡа килә. Һис икеләнеүһеҙ әйтергә мөмкин: Америка ҡитғаһының барлыҡ боронғо цивилизацияларының да сәскә атыуы кукурузға бәйле. Индейҙар уларҙан 200 төрҙән артыҡ тәғәм әҙерләй белгәндәр. Ҡыҙҙырғандар ҙа, бешергәндәр ҙә, япрағынан һут һәм шараб яһағандар, сәскә һеркәһен сумса эслеге итеп файҙаланғандар. Япрағы шулай уҡ түбә ябыуға, кәүҫәһе стена яһауға, ә ҡалдыҡтары усаҡ яғыуға киткән.
Безҙең ил халҡы өсөн кукуруз Хрущёв исеме менән бәйле. Ләкин ул Рәсәйҙә XVII быуатта уҡ үҫтерелгән. Уны Ҡырымда, Кавказда һәм Украинаның көньяғында үҫтергәндәр. Империяның көньяк ҡалаларында кукуруз урамдарҙа ла һатылған: асыҡ һауала ҙур ҡаҙандарҙа йәш сәкәндәрҙе бешереп һата торған булгандар. Хакимиәткә коммунистар килгәс, был культураға иғтибар кәмегән. Бары 1959 йылда, совет башлығы Никита Хрущёв АҠШ-ҡа барып ҡайтҡандан һуң ғына уға иғтибар уяна.
Кукуруздың әһәмиәте бик ҙур, ул ҡиммәтле бөртөклө аҙык һәм тереклек аҙығы культураһы. Һабағы һәм япраҡтарынан ҡағыҙ, линолеум, вискоза, яһалма бөкө яһайҙар. Ярмаларынан май һығалар, крахмал алалар, емешлек бағанасыҡтары медицинала ҡулланыла.[4] Был культура башлыса аҙыҡ-түлек етештереүҙә ҡалланыла, бынан тыш мал өсөн фураж була ала. Шулай уҡ кукуруздан юғары сифатлы спирт һәм яғыулыҡ-майлау материалдары ла яһайҙар.
Ер шарында бөгөн кукуруз бойҙайҙан ҡала иң күп игелә торған культура. АҠШ-та йыл һайын 300 миллион тонна кукуруз орлоғо йыйып алына, Ҡытайҙа — 145, ә Рәсәйҙә барлығы 3 миллион тонна ғына. Әлбиттә, Америкала моның 85 проценты мал-тыуарға ашатыла, һәм шуға да ундағы малдарҙың итенең йомшаҡлығы, һутлығы менән айырылып тора. Дөйөм алғанда, кукуруз ете төргә бүленә: шуның бишеһе техник культураға инә — ул малдарға ашатыу, ярма, крахмал, май яһау өсөн тотонола, ә ике төрө ашау өсөн китә. Һәр американлы йылына 1,5 килограмм кукуруз орлоғо ашай. Шәкәрле сортын сей килеш һәм консервлап ашайҙар, ә ярыла торган сортынан попкорн яһайҙар.[5]
|
|
кукуруз орлоғо 100 г аҙыҡтың туҡлыҡлыҡ ҡиммәте | ||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Энергетик ҡиммәте 86 ккал 360 кДж | ||||||||||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||||||||||
Сығанаҡ: USDA Nutrient Database |
Һулдан уңға:ир сәскәлеге, ҡатын-ҡыҙ сәскәлеге, сәкәне, 'Fraise' сорты орлоҡтары |
Кукурузды ысын мәғәнәһендә сәләмәтлекте ҡайғыртыусы тип атарға мөмкин. Ул — йөрәк һәм ҡан әйләнеше системаһына бик тә кәрәкле К витаминының иң яҡшы сығанактарының береһе. Был үҫемлектең тағын бер ыңғай яғы — унда Е витаминының күп булыуы. Был витамин — организмдың ҡартайуын тотҡарлаусы. Кукурузда нервы системаһының алыштырғыһыҙ ярҙамсылары булған В төркөмө витаминдары ла, иммунитетты көсәйтеүсе С витамины ла, һөйәк һәм тештәрҙең ныҡлығын тәьмин итеүесе Д витамины ла, шулай уҡ тимер, йөрәкте һаҡлаусы һәм матдәләр алмашыныуын нормалләштереүсе калий һәм магний ҙа бар. Таҙартылмаған кукуруз майы аппетитты түбәнәйтә һәм ябыҡтырыусы күп диеталарҙа файҙаланыла. Кукуруз ҡыҙҙырылған, майлы ризыҡ һәм спиртлы эсемлектәрҙең организмға китергән зыянын кәметергә ярҙам итә. «Баҫыуҙар батшаһы» бауыр һәм үт ҡыуығы эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай, шуға күрә уны холецистит һәм гепатиттарҙы булдырмаҫҡа ярҙам итеүсе туҡланыу рационына индерәләр. Ваҡланған орлоғо яраларҙы төҙәтергә ярҙам итә, уны дерматиттарҙы (тән боҙолоуы) дауалауҙа ла ҡулланалар. Ә кукуруз сәсе исә (рыльца) һейҙек, үт ҡыуҙырғыс һәм ҡан туҡтатҡыс, һейҙек һәм үт ҡыуығындағы таштарҙы иретеүсе һәм ағыулануға ҡаршы сара һанала.[6]
Диабротика — кукуруз культураһына бик ҙур зыян китереүсе ҡоротҡос. Ҡуңыҙҙың личинкалары тәүҙә кукуруздың тамырҙарын зарарлый, үҫеп етеп ҡуңыҙға әйләнгәс, үҫемлектең япраҡ һәм кәсәнен кимерергә керешә. Һөҙөмтәлә кукуруз сәкәндәре орлоҡ бирер дәрәжәгә үҫеп етә алмай. Россельхознадзор идараһы белгестәре әйтеүенсә, диабротикаға ҡаршы бик көслө пестицидтар ярҙамында ғына көрәшеп була.[7]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.