From Wikipedia, the free encyclopedia
Антон Владимирович Шипулин (1987 йылдың 21 авгусында Төмәндә тыуған) — Рәсәй биатлонсыһы, 2017 йылда эстафета буйынса донъя чемпионатында еңеүсе[6] һәм донъя чемпионатында алты тапҡыр призер. 2014—2015 йылдар миҙгелендә масс-старттар иҫәбендә Кесе донъя кубогын яулаусы. Юниорҙар араһында абсолют Европа чемпионы (2008). Чемпиондар уҙышында ҡатнаш эстафетала һәм масс-стартта икешәр тапҡыр еңеүсе. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Спорт карьераһын 2018 йылда тамамлай. VII һәм VIII саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты, 2019 йылдан «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы.
Антон Шипулин | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Дөйөм мәғлүмәт | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тулы исеме |
Антон Владимирович Шипулин | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ҡушаматы | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған көнө | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған урыны | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Йәшәгән урыны | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Клуб |
Динамо | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Буйы/Ауырлығы |
187 / 81 | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Титулдары | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Донъя чемпионы |
1 | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Донъя кубогы, массовый старт |
1 (2014/2015) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Атыу мәргәнлеге | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Мәғлүмәттәр буйынса |
2016/2017 | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Дөйөм мәргәнлек |
88% | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ятып |
90% | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тороп |
86% | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Карьера (Кубок мира) | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Еңеү |
11 | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Подиум | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Подиумов в эстафетах | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
АЛған мәрәйҙәр |
4386 (на конец сезона 2015/2016) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Миҙалдар | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Антон Шипулин Викимилектә |
Саңғы ярыштары һәм биатлон буйынса спорт мастерҙары Владимир Иванович Шипулин һәм Алла Абушаевна Шипулина (Абдюшева) ғаиләһендә тыуған[7]. Тәүҙә атаһы етәкселегендә саңғыла уҙышыу менән шөғөлләнә, әммә биатлон менән шөғөлләнгән апаһының винтовкаһын күргәс, үҙен биатлонда һынап ҡарарға уйлай[8]. 2002 йылда ата-әсәһе улдарын Ханты-Мансийск олимпия резервы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә бирә[9].
2004 йылда Төмәнгә ҡайта һәм Төмән юридик институтына уҡырға инә. Европа үҫмерҙәр фестивалендә 2 еңеү яулай Шул саҡ уға Владимир Путровтың иғтибар итә. Путровтан тәҡдиме менән 2006 йылда Шипулин Екатеринбург ҡалаһына күсә. Эстафета составында беренсе еңеүен 2006 йылда АҠШ-тың Преск-Айле ҡалаһында юниорҙар араһында донъя чемпионатында яулай. Бер йылдан һуң Италияның Валь-Мартелло ҡалаһында шәхси уҙышта көмөш призер була һәм халыҡ-ара кимәлдә шәхси еңеүҙәр иҫәбен аса.
2007 йылда йәштәр араһында Европа чемпионатында спринтта көмөш, эҙәрлекләү уҙышында бронза һәм эстафетала алтын миҙал яулай. 2008 йылда Рупольдингта юниорҙар араһында донъя чемпионатында уңышлы сығыш яһай. Шул уҡ 2008 йылда бөтә 3 шәхси ярышта һәм эстафетала еңеп, Европаның абсолют чемпионы була.
2009 йылда биатлон буйынса йыйылма команда тренеры Аликин Шипулинды донъя Кубогының ғинуар этаптарына саҡыра. 2009 йылдың 10 ғинуарында Оберхофта спринтта сығыш яһай һәм 72-се ваҡыт күрһәтә. Донъя Кубогында киләһе этабында (Рупольдинг) финишта тағы ла 72-се була. Шипулиндың түбән һөҙөмтәләре һалҡын тейеүҙән генә түгел, ә иң элек йәш организмдың күнекмәләрҙән һуң аяҡҡа тиҙ баҫа алмауы менән бәйле[10].
Шул саҡта тренерҙар штабы Антондың 2009 Йылда Пхенчханда үтәсәк Донъя Чемпионатына бармауын, ә шәхси тренеры менән Европа Чемпионатына әҙерләнеүен хәл итә. Өфө ҡалаһында спринтта һәм эстафетала Европа чемпионатының бронза призеры булып, биатлонсы ҡабаттан Донъя кубогы этабында старт алыу хоҡуғы ала[11].
Донъя Кубогы иҫәбенә тәүге мәрәйҙәрен эҙәрлекләү ярышында ала, уның йомғаҡтары буйынса 29-сы була.эҙәрлекләүҙә йыйған 12 мәрәй менән спортсы миҙгелде донъя Кубогының дөйөм зачетында 93-сө урында тамамлай.
2009/2010 йылғы Олимпия миҙгелен ышаныслы үткәрә, тәү сиратта был атыуға ҡағыла, унда ул командала иң яҡшы снайпер булып китә. Донъя кубогы этаптарының береһендә уны беренсе урындан 0,1 секунд ҡына айыра. Миҙгел йомғаҡтары буйынса төп йыйылма команда составында ныҡлы үҙ урынын биләй. 2010 йылда Ванкуверҙа үткән Олимпия уйындарында биатлон буйынса Рәсәй олимпия йыйылма командаһы составында ҡатнаша, унда эстафетала бронза миҙал яулай[12].
Тамашасыларҙың «Алтын пьедестал» программаһында тамашасыларҙың тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Шипулин Виктор Ан һәм Александр Легков менән көрәштә еңеп сыға. 2014 йылғы Олимпия йылының иң яҡшы спортсыһы тип танылған[13][14].
2018 йылдың 23 ғинуарында Халыҡ-ара Олимпия комитеты Шипулинды Пхенчхандағы олимпия уйындарына индермәй[15]. Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаһы Кристина Клостер фекеренсә, Шипулин Халыҡ-ара олимпия комитеты критерийҙарына тап килмәй[16]. Ике көндән һуң Антон үҙе Инстаграмдағы сәхифәһендә һәр ваҡыт таҙа булыуы тураһында яҙа[17].
2018 йылдың 30 ғинуарында Шипулин РФ президентына кандидат Владимир Путиндың ышаныслы кешеһе була[18], 2 февралдә Путинды яҡлап сығыш яһаусы Putin Team (Putin Team) хәрәкәте сафына инә[19].
2018 йылдың 25 декабрендә Шипулин спорт карьераһын тамамларға ҡарар итә, һәм Раштыуа ярышы (Рождественская гонка) уның өсөн һуңғыһы була[20].
2019 йылдың 8 сентябрендә Свердловск өлкәһенең 174-се Серов һайлау округы буйынса VII саҡырылыш Дәүләт Думаһына өҫтәмә һайлауҙарҙа 41,57 процент һөҙөмтәһе менән еңеү яулай[21].
2015 йылдың 20 июнендә Луиза Сабитоваға өйләнә[22]. Улдары Дмитрий (2015 йылдың 15 декабре)[23] һәм ҡыҙы Мира (2019 йылдың 7 феврале)[24] бар.
Йыл | Үткәреү урыны | Йәше | Шәхси | Спринт | Эҙәрлекләү | Эстафета |
---|---|---|---|---|---|---|
2005 | Донъя чемпионаты Контиолахти | U19 | — | 7 | 7 | 5 |
2006 | Донъя чемпионаты Преск-Айл | U19 | 18 | 33 | 17 | 1 |
2007 | Донъя чемпионаты Валь-Мартелло | U21 | 2 | 11 | 5 | 7 |
2007 | Европа чемпионаты Банско | U21 | 5 | 2 | 3 | 1 |
2008 | Донъя чемпионаты Рупольдинг | U21 | 2 | 1 | 1 | 1 |
2008 | Европа чемпионаты Моравалағы Нове-Место ҡалаһы | U21 | 1 | 1 | 1 | 1 |
2009 | Европа чемпионаты Өфө | U26 | 4 | 3 | 9 | 3 |
Призлы урындар | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Антон Шипулин иҫәбендә 69+1 призлы урындар, шул иҫәптән 44 — шәхси уҙышта:
|
Дисциплина | 2008/2009 | 2009/2010 | 2010/2011 | 2011/2012 | 2012/2013 | 2013/2014 | 2014/2015 | 2015/2016 | 2016/2017 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Индивидуаль ярыш | — (0) | 36 (39) | 20 (71) | 26 (40) | 26 (40) | 34 (21) | 16 (61) | 4 (100) | 2 (126) |
Спринт | — (0) | 19 (162) | 21 (157) | 17 (201) | 14 (211) | 7 (232) | 2 (370) | 5 (251) | 6 (248) |
Эҙәрлекләү | 70 (12) | 23 (84) | 21 (110) | 9(224) | 3 (247) | 4 (234) | 2 (305) | 2 (300) | 2 (392) |
Масс-старт | — (0) | 22 (89) | 22 (79) | 5 (172) | 15 (120) | 22 (57) | 1 (242) | 3 (155) | 3 (170) |
Дөйөм иҫәп Донъя Кубогы |
93 (12) | 23 (374) | 19 (417) | 8 (637) | 9 (618) | 9 (544) | 2 (978) | 3 (806) | 2 (918) |
Миҙгел | 2008/2009 | 2009/2010 | 2010/2011 | 2011/2012 | 2012/2013 | 2013/2014 | 2014/2015 | 2015/2016 | 2016/2017 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Ятып атыу | 81.48 % | 84.71 % | 85 % | 90 % | — | 87 % | 86 % | 87 % | 90 % |
Баҫып атыу | 85.19 % | 90.17 % | 84 % | 87 % | — | 87 % | 90 % | 87 % | 86 % |
Дөйөм төҙлөк | 83.33 % | 87.46 % | 85,4 % | 89,4 % | 85,7 % | 87 % | 88 % | 87 % | 88 % |
Донъя Кубогында сығыш яһау һөҙөмтәләре | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Инд — шәхси уҙыш |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.