From Wikipedia, the free encyclopedia
Анастаси́я Влади́мировна Кузьмина́ (Шипу́лина) (словак. Anastasia Kuzminová; 28 август 1984[1] (40 йәш), Төмән[1]) — Словакия биатлонсыһы (башта Рәсәй өсөн сығыш яһаған). Өс тапҡыр Олимпия чемпионы, Олимпия уйындарының өс тапҡыр көмөш миҙалы менән бүләкләнеүсе, донъя чемпионы һәм донъя чемпионатының ике миҙалы (көмөш һәм бронза) менән бүләкләнеүсе, ике тапҡыр 2009 йылғы Европа чемпионы.
Анастасия Кузьмина | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Дөйөм мәғлүмәт | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тулы исеме |
Анастасия Владимировна Кузьмина | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған көнө | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тыуған урыны | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Йәшәгән урыны |
Банска-Быстрица, Словакия | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Буйы/Ауырлығы |
180 см/68 кг | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Титулдары | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Олимпия чемпионы |
3 (2010, 2014, 2018) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Донъя чемпионы |
1 (2019) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Донъя кубогы, спринтерские гонки |
1 (2017/18) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Донъя кубогы, массовый старт |
1 (2018/19) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Атыу мәргәнлеге | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Мәғлүмәттәр буйынса |
2017/2018 | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Дөйөм мәргәнлек |
81% | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ятып |
80% | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тороп |
81% | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Карьера (Кубок мира) | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ярыш |
228 | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Еңеү |
18 | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Подиум | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Подиумов в эстафетах | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Миҙалдар | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Анастасия Кузьмина Викимилектә |
2010 йылда Словакия өсөн ҡышҡы Олимпия уйындарында тәүге алтын миҙал алыуға ирешә. 2014 йылда Сочиҙа ҡышҡы Олимпия уйындарын ябыу тантанаһында Словакия йыйылма командаһының байраҡ тотоусыһы була[2].
2010 һәм 2014 йылдарҙа Словакияның иң яҡшы спортсыһы. Словакияның иң яҡшы биатлонсыһы (2009—2014, 2018).[3].
Анастасия һәм уның ҡустыһы Антон Шипулин Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Надежда Дмитриевна Коврижных етәкселегендә саңғы ярыштары менән шөғөллөнә башлайҙар. Биатлон менән Анастасия 1999 йылда тренер Сергей Шестов етәкселегендә шөғөлләнә башлай.
Юниорҙар беренселектәрендә 2003 һәм 2005 йылдарҙа эстафетала 1-се урын алған. Европа чемпионаттарында 2004 йылда эстафетала 1-се урын һәм 2005 йылда эҙәрлекләү ярышында 1-се урын, 2006 йылда Европа кубогы этабында спринтта 1-се урын алған.
Донъя кубогы этаптарында Рәсәй йыйылма командаһы өсөн 2005/06 һәм 2006/07 миҙгелдәрҙә сығыш яһай. Иң яҡшы һөҙөмтәһе — 2006/07 миҙгел башында шәхси ярышта 13-сө урын.
2007 йылдың апрелендә Израиль саңғысыһы Даниэль Кузьминға кейәүгә сыға. Улы Елисейҙы тәрбиәләү менән шөғөлләнә[4].
Ире менән Словакияға күсә, 2008 йылдың декабренән ошо ил өсөн сығыш яһай, Банска-Бистрицала йәшәй һәм ярыштарға әҙерләнә.
2009 йылдың февралендә Пхёнчханда (Корея Республикаһы) үткәрелгән донъя чемпионатында масс-стартта көмөш миҙал яулай. 2009 йылдың 28 февралендә һәм 2009 йылдың 1 мартында Өфөлә (Башҡортостан, РФ) уҙғарылған Европа чемпионатында спринт һәм эҙәрлекләү ярыштарында алтын миҙал яулай.
Донъя кубогының 2009/10 миҙгеленең декабрь этаптарында Поклюкала (Словения) шәхси ярышта 3-сө урын һәм Хохфильценда (Австрия) спринтта 5-се урын алғандан һуң, Обертиллиахта тренировка ваҡытында һул ҡулын йәрәхәтләй[4].
2010 йылдың 10 декабрендә Хохфильценда спринт ярышында Донъя кубогы сиктәрендә тәүге тапҡыр алтын яулай[5].
2010 йылдың 13 февралендә Ванкуверҙа (Канада) уҙғарылған XXI ҡышҡы Олимпия уйындарында биатлон буйынса спринт ярышында алтын миҙал яулай. Был Словакия өсөн ҡышҡы Олимпия уйындарында тәүге алтын миҙал булып тора.
2010 йылдың 16 февралендә эҙәрлекләү ярышында көмөш миҙал яулай.
Йыл | Уҙғарыу урыны | Инд | Спр | Пр | МС | Эст |
---|---|---|---|---|---|---|
2010 | Ванкувер | 39 | 1 | 2 | 8 | 13 |
Аңлатма: Инд — шәхси ярыш, Спр — спринт ярышы, Пр — эҙәрлекләү ярышы, МС — масс-старт, Эст — эстафета.
2014 йылдың 9 февралендә Сочиҙа (Рәсәй Федерацияһы) уҙғарылған XXII ҡышҡы Олимпия уйындарында биатлон буйынса спринт ярышында алтын миҙал яулай.
Аңлатма: Инд — шәхси ярыш, Спр — спринт ярышы, Пр — эҙәрлекләү ярышы, МС — масс-старт, См — ҡатнаш эстафета, Эст — эстафета.
2018 йылдың 12 февралендә Пхёнчханда (Корея Республикаһы) уҙғарылған XXIII ҡышҡы Олимпия уйындарында биатлон буйынса эҙәрекләү ярышында көмөш миҙал яулай[6].
15 февралдә биатлон буйынса шәхси ярышта йәнә көмөш миҙал яулай[7].
17 февралдә биатлон буйынса масс-старт ярышында алтын миҙал яулай.[8].
Йыл | Уҙғарыу урыны | Инд | Спр | Пр | МС | См | Эст |
---|---|---|---|---|---|---|---|
2018 | Пхёнчхан | 2 | 13 | 2 | 1 | 20 | 5 |
Аңлатма: Инд — шәхси ярыш, Спр — спринт ярышы, Пр — эҙәрлекләү ярышы, МС — масс-старт, См — ҡатнаш эстафета, Эст — эстафета.
Словакия өсөн
Йыл | Уҙғарыу урыны | Ярыш төрө | Урын |
---|---|---|---|
2009 | Пхёнчхан | Масс-старт | 2-се |
2011 | Ханты-Мансийск | Спринт | 3-сө |
2019 | Эстерсунд | Спринт | 1-се |
Йыл | Уҙғарыу урыны | Ярыш төрө | Урын |
---|---|---|---|
2002 | Валь-Риданна | Эстафета (ҡыҙҙар) | 2-се |
2003 | Косцелиско | Эстафета (ҡыҙҙар) | 1-се |
2003 | Косцелиско | Шәхси ярыш (ҡыҙҙар) | 2-се |
2003 | Косцелиско | Эҙәрлекләү ярышы (ҡыҙҙар) | 2-се |
2004 | Морьен[fr] | Эстафета (юниорҙар) | 2-се |
2005 | Контиолахти | Эстафета (юниорҙар) | 1-се |
2005 | Контиолахти | Спринт (юниорҙар) | 3-сө |
Йыл | Уҙғарыу урыны | Ярыш төрө | Урын |
---|---|---|---|
2004 | Минск | Эстафета (юниорҙар) | 1-се |
2004 | Минск | Эҙәрлекләү ярышы (юниорҙар) | 2-се |
2005 | Новосибирск | Эҙәрлекләү ярышы (юниорҙар) | 1-се |
2005 | Новосибирск | Спринт (юниорҙар) | 2-се |
2009 | Өфө | Спринт | 1-се |
2009 | Өфө | Гонка преследования | 1-се |
Миҙгел | Уҙғарыу урыны | Ярыш төрө | Урын |
---|---|---|---|
2009/10 | Поклюка | Шәхси ярыш | 3-сө |
2009/10 | Ханты-Мансийск | Масс-старт | 3-сө |
2010/11 | Хохфильцен | Спринт | 1-се |
2010/11 | Поклюка | Спринт | 2-се |
2010/11 | Антхольц | Спринт | 2-се |
2010/11 | Хольменколлен | Спринт | 1-се |
2011/12 | Антхольц | Масс-старт | 2-се |
2011/12 | Контиолахти | Ҡатнаш эстафета | 3-сө |
2012/13 | Антхольц | Спринт | 1-се |
2012/13 | Хольменколлен | Спринт | 3-сө |
2012/13 | Хольменколлен | Эҙәрлекләү ярышы | 3-сө |
2012/13 | Хольменколлен | Масс-старт | 2-се |
2012/13 | Сочи | Спринт | 2-се |
2013/14 | Эстерсунд | Шәхси ярыш | 2-се |
2013/14 | Хольменколлен | Эҙәрлекләү ярышы | 1-се |
2013/14 | Хольменколлен | Масс-старт | 1-се |
2017/18 | Хохфильцен | Спринт | 2-се |
2017/18 | Хохфильцен | Эҙәрлекләү ярышы | 1-се |
2017/18 | Анси | Спринт | 1-се |
2017/18 | Анси | Эҙәрлекләү ярышы | 2-се |
2017/18 | Оберхоф | Спринт | 1-се |
2017/18 | Оберхоф | Эҙәрлекләү ярышы | 1-се |
2017/18 | Антхольц | Масс-старт | 2-се |
2017/18 | Хольменколлен | Спринт | 1-се |
2017/18 | Хольменколлен | Эҙәрлекләү ярышы | 2-се |
2018/19 | Нове-Место-на-Мораве | Масс-старт | 1-се |
2018/19 | Хольменколлен | Спринт | 1-се |
2018/19 | Хольменколлен | Эҙәрлекләү ярышы | 1-се |
Миҙгел | Уҙғарыу урыны | Ярыш төрө | Урын |
---|---|---|---|
2004/05 (ю) | Обертиллиах | Спринт | 1-се |
2004/05 (ю) | Обертиллиах | Эҙәрлекләү ярышы | 3-сө |
2005/06 | Обертиллиах | Спринт | 1-се |
2005/06 | Розенау-ам-Хенгстпас | Эҙәрлекләү ярышы | 3-сө |
2009/10 | Идре[en] | Спринт | 2-се |
2010/11 | Осрблье | Спринт | 3-сө |
Ҡустыһы — Антон Шипулин (1987 й.т.), Рәсәй йыйылма командаһы составында Олимпия уйындары һәм донъя чемпионаты чемпионы.
2007 йылда Израиль саңғысыһы Даниэль Кузьминға кейәүгә сыға[9], улы — Елисей (2007 й.т.)[10]. 2015 йылдың 12 июлендә ҡыҙҙары Оливия тыуған[11].
Рәсәй эске эштәр министрлағының Төмән юридик институтын тамамлай.[12]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.