СССР һәм Рәсәй океанолог-ғалимы From Wikipedia, the free encyclopedia
Чилингаров Артур Николаевич (25 сентябрь 1939 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең океанолог-ғалимы, Арктиканы һәм Антарктиканы тикшереүсе, география фәндәре докторы, профессор. Рус география йәмғиәтенең беренсе вице-президенты һәм Дәүләт полюс академияһының президенты, «Полярниктар ассоциацияһы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы президенты.
Рәсәй Фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы (2008). Советтар Союзы Геройы (1986). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2008). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған метеорологы (2005). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1981).
1993—2011 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[3]. 2011—2014 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының Федерация Советы ағзаһы. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары советы бюроһы ағзаһы[4].
Артур Николаевич Чилингаров 1939 йылдың 25 сентябрендә Ленинградта тыуа. Атаһы — әрмән, әсәһе — рус[5]. Ике йәшлек сағында ҡала фашистар ҡамауына эләгә. Үҫмер сағында ғаилә Төньяҡ Осетияға күсә, шунда оҙаҡ йылдар Владикавказда (ул саҡта — Орджоникидзе) йәшәйҙәр.
1963 йылда Ленинград Юғары диңгеҙ инженерҙары училищеһын (хәҙер Адмирал С. О. Макаров исемендәге Дәүләт диңгеҙ академияһы) океанология специальносы буйынса тамамлай.
Күп йылдар Чилингаров Арктика һәм Антарктика ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре, Тиксиҙа лаборатория инженер-гидрологы булып эшләй.
1970—1980-се йылдарҙа Чилингаров СССР Гидрометеорология дәүләт комитеты системаһында юғары вазифаларға тәғәйенләнә — Амдермалағы территориаль идаралыҡ начальнигынан алып комитет рәйесе урынбаҫарына тиклем үҫә.
Хеҙмәт юлын Балтик суднолар ремонтлау заводының монтажсы слесары булып башлай.
1963 йыл — Тикси ҡасабаһында Арктика ғилми-тикшеренеү обсерваторияһында инженер-гидролог.
1965 йыл — Яҡут АССР-ында ВЛКСМ-дың Булун район комитетының беренсе секретары итеп һайлана. ВЛКСМ-дың бөтә тарихында ул берҙән-бер партияһыҙ райком секретары була[6].
1969—1971 йылдар — «Север-21» юғары киңлектәге ғилми экспедицияһы етәксеһе. Алынған һөҙөмтәләр Төньяҡ диңгеҙ юлының бөтә оҙонлоғонда трассаны йыл әйләнәһендә файҙаланыу мөмкинлеген нигеҙләргә юл аса. «СП-19» дрейфлаусы станция начальнигы, «СП-22» станцияһы начальнигы урынбаҫары була[7].
1971 йылдан — 17-се совет антарктик экспедицияһының «Беллинсгаузен» антарктик станцияһы начальнигы.
1974—1979 йылдар — Амдерма гидрометеорология һәм тәбиғәт мөхитенә контроль буйынса территориаль идаралыҡ начальнигы.
1979—1986 йылдар — Кадрҙар һәм уҡыу йорттары идаралығы начальнигы, СССР Гидрометеорология һәм тәбиғәт мөхитенә контроль буйынса дәүләт комитетының коллегия ағзаһы.
1982 йыл — «СССР — Канада» йәмғиәте президенты.
1986—1992 йылдар — СССР Гидрометеорология һәм тәбиғәт мөхитенә контроль буйынса дәүләт комитетының Рәйес урынбаҫары, Арктика, Антарктика һәм Донъя океаны эштәре буйынса баш идаралыҡ начальнигы. «Сибирь» атом йөрөгөсөндә Төньяҡ полюсҡа фәнни экспедиция һәм Антарктидаға трансконтиненталь осоу етәксеһе.
1999 йыл — Ми-26 вертолетында ғәҙәттән тыш алыҫ араларға осоу етәксеһе.
2002 йыл — Чилингаров бер моторлы Ан-3Т самолётында Көньяҡ полюсҡа осоуға етәкселек итә.
2003 йыл — Чилингаров тырышлығы менән оҙаҡ ваҡыт дрейфлаусы «Северный полюс-32» станцияһы асыла.
2008 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана.
2013 йылдың 25 октябрендә Сочиҙағы Ҡышҡы олимпия уйындары сиктәрендә Төньяҡ полюста олимпия утын тоҡандыра[8].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.