Чех теле
From Wikipedia, the free encyclopedia
Чех теле (үҙатамаһы: čeština, český jazyk) — чехтарҙың теле, славян телдәренең береһе. Көнбайыш славян төркөмө ; словак теленә иң яҡын торған тел, уның менән чехия-словакия төркөмсәһенә берләшә.[3][4]. Башлыса Чехияла таралған; ҙур булмаған чех телендә һөйләшеүселәр төркөмдәре Словакияла, Австралияла, Рәсәйҙә, Хорватияла, Көнбайыш Европаның ҡайһы бер илдәрендә, АҠШ- та, Канадала, Аргентинала, Австралия һәм башҡа илдәрҙә йәшәй. Чех Республикаһының рәсми теле (úřední jazyk) һәм Европа берлегенең 2004 йылдан 24 рәсми телдәренең береһе[5]. Ҡайһы бер Үҙәк һәм Көнсығыш Европа дәүләттәрендә , ҡағиҙә булараҡ, чехтар ойошоп йәшәйҙәр (Австрия, Босния һәм Герцеговина, Хорватия һәм Словакия), чех теле өсөн төбәк статусын алыу мөмкинлеге ҡарала.
Чех теле | |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме |
čeština, český jazyk |
---|---|
Илдәр |
Чехия; |
Рәсми статусы |
Чехия |
Идара итеүсе ойошма |
Чех теле институты |
Был телдә һөйләшеүселәр |
10,62 млн чел.[2] |
Статус |
Хәүефһеҙлектә |
Классификация | |
Категория | |
| |
Әлифба |
Латиница |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
чеш 790 |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 |
ces/cze |
ISO 639-3 | |
Был телдә Википедия | |
Донъяла чех телендә һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны 10,62 миллион кешегә артты, шуларҙан Чехияла — 10,40 млн кеше йәшәй (2012).
Чех теленең үҙенсәлеге түбәндәгеләр: ҡайһы бер көнбайыш славян телдәренән айырыусы йәки уларға яҡынайтыусы фонетик билдәләр, һуҙынҡы фонемаларының оҙон һәм ҡыҫҡа вокализм системаһы , a, ā, u, ū йомшаҡ тартынҡылар араһында тарихи үҙгәреше һәм e, i, í йомшаҡ тартынҡыларҙан һуң; консонантизм системаһында— ижек яһаусы танау өндәре [л] һәм [r], альвеоляр ҡалтыраулы ř ([rš], [rž]) булыуы, йомшаҡ r' үҫешкән, палаталь тартынҡыларҙың юғалыуы; морфонологияла — ҡыҫҡа һуҙынҡыларҙың оҙон һуҙынҡылар һәм дифтонг ou ([ou]) бер морфема сиктәрендә сиратлашыуы; морфология өлкәһендәге үҙенсәлек: исемдәрҙең бик күп килеш менән үҙгәртеү төрө (склонение), хәҙерге заман ҡылым формаларының зат менән үҙгәреш типтарының булыуы, ябай үткән замандың булмауы .
Чех телендә дүрт диалект төркөмө билдәләнә: чех теленең үҙенең, ганац, ляш (силезский) һәм моравия-словак диалекттары. Чех әҙәби теленең нигеҙе булып урта чех һөйләше тора. Әҙәби тел һәм диалекттар менән бер рәттән, чех телендә һөйләшеүселәр араһында интердиалекттар таралған. Шуларҙың береһе — көнкүреш йәнле һөйләү теле (сығышы буйынса чех интердиалекты) — чех теленең субстандарт формаһы булып тора.
Чех әҙәби теле тарихы боронғо чех (1500 йыл тиклем), иҫке чех (XVIII быуаттың беренсе яртыһына тиклем) һәм яңы чех (XVIII быуаттың икенсе яртыһынан алып) осорҙарына бүленә[6].
Яҙма нигеҙендә латин графикаһы ята, Европала диакритика киң ҡулланылған (42 позицияның 15). Тәүге яҙма ҡомартҡылары XIII быуат аҙағына ҡарай.