Хәҙис
From Wikipedia, the free encyclopedia
Хәҙистәр — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) Ҡөрьәнде аңлатып биргән үҙ һүҙҙәре, дини йолалар хаҡында әйткәндәре, тапҡыр һүҙҙәре.
Ҡыҫҡа факттар ХФА-лағы транскрицияһы, Әһәмиәтле кеше ...
Хәҙис | |
ХФА-лағы транскрицияһы | ħa.diːθ |
---|---|
Әһәмиәтле кеше | Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) |
Ҡайҙа өйрәнелә | Хәҙис ғилеме |
Яуаплы | WikiProject Hadith[d] |
Хәҙис Викимилектә |
Ябырға
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Мөхәммәт Пәйғәмбәр (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) вафат булғас, Ислам ғалимдары был һүҙҙәрҙе яҙып алғандар, хәҙистәр тип ҡулъяҙма китаптар рәүешендә таратҡандар, уларға аңлатма биргәндәр. Шулай итеп, изге Ҡөрьән китабынан ҡала, Ислам дине тәғлимәтен аңлатҡан Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең (Аллаһының фатихаһы һәм сәләме булһын уға) төплө, изгелекле һәм хикмәтле һүҙҙәре хәҙистәр исемендә иң әһәмиәтле китапҡа, дин өйрәтмәләренә әйләнгән.