Христофор Колумб
сәйәхәтсе, испан диңгеҙсеһе / From Wikipedia, the free encyclopedia
Христофо́р Колу́мб (итал. Cristoforo Colombo, исп. Cristóbal Colón, лат. Christophorus Columbus; 1451 йылдың көҙө, Генуя республикаһы — 20 май 1506, Вальядолид, Испания) — сәйәхәтсе,Испания диңгеҙсеһе, Италияла тыуған, 1492 йылда Европа өсөн Американы аса.
Христофор Колумб | |
Cristoforo Colombo | |
Тыуған көнө |
27 октябрь 1451({{padleft:1451|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) |
---|---|
Тыуған урыны |
Генуя республикаһы |
Вафат булған көнө |
20 май 1506({{padleft:1506|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (54 йәш) |
Вафат булған урыны |
Вальядолид, Испания |
Ил | |
Эшмәкәрлеге |
Диңгеҙ гиҙеүсе |
Атаһы |
Доменико Коломбо |
Әсәһе |
Сузанна Фонтанаросса |
Тормош иптәше |
Фелиппа Монис де Палестрелло |
Балалары |
Диего Колумб, |
Автограф | |
Христофор Колумб Викимилектә | |
Колумб беренселәрҙән булып Төньяҡ ярымшарҙың Атлантик океандағы субтропик һәм тропик һыҙатын үтә һәм Кариб диңгеҙендә йөрөй. Ул Көньяҡ һәм Үҙәк Американы тикшереүҙе башлай. Ҙур Антил утрауҙарын, Багам утрауҙарының үҙәк өлөшөн, Бәләкәй Антил утрауҙарын (Доминикиҙан алып, Виргин утрауҙарынаса) аса. Шулай уҡ ул Кариб диңгеҙенең ваҡ утрауҙарын һәм Көньяҡ Американың Тринидад утрауҙарын да күрә.
Колумбты Американы асыусы тип атарға ла була. Сөнки бығаса Төньяҡ Америкаға сәйәхәт иткән Исландия викингтары сәйәхәте тураһында хәбәр ителмәй һәм сығанаҡтар булмай.
Колумб Америкаға барлығы 4 тапҡыр сәйәхәт ҡыла: