Харьков
From Wikipedia, the free encyclopedia
Харьков (укр. Харків) — Украиналағы ҡала. Харьков өлкәһенең административ үҙәге.
Ҡала | |||||
Харьков укр. Харків | |||||
| |||||
Ил |
УкраинаУкраина | ||||
---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||
Мэр |
Кернес Геннадий Адольфович | ||||
Майҙаны |
350 км² | ||||
Рәсми теле | |||||
Халҡы |
1 452 887 кеше (2015) | ||||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+2, йәйге UTC+3 | ||||
Телефон коды |
+380 57(2) | ||||
Почта индексы |
61000-61499 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт | |||||
Украинала кеше һаны буйынса икенсе ҡала. СССР тарҡалғанға тиклем Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан ҡалышып, танк, трактор, турбиналар төҙөү буйынса икенсе урында[1] индустрия, фән һәм транспорт үҙәге булараҡ өсөнсө урындағы ҡала булған[2] . XX быуаттың икенсе яртыһында — Көньяҡ-Көнсығыш Европаның төп транспорт магистрале бынан үтә[3].
Ҡалаға нигеҙ 1654 йылдар тирәһендә һалынған [4] . Элек был урында Харьков тигән боронғо рус ҡаласығы булған, XI быуатта ҡыпсаҡтарҙың Шарукань ҡаласығы йәки V быуатта һундарҙың Харька ҡаласығы булған[5][6] тигән фараздар бар.
1917 йылдың декабренән 1918 йылдың ғинуарына тиклем Украина Халыҡ Республикаһы Советының, 1918 йылдың февраль – мартында Донецк – Кривой Рог республикаһының, 1919 йылдан 1934 йылға тиклем Украина Совет Социалистик Республикаһының беренсе баш ҡалаһы була.
Ҡалала 142 фәнни-тикшеренеү институты [7][8], 45 юғары уҡыу йорто, шул иҫәптән Харьков университеты (1805 йылда нигеҙләнгән) һәм Харьков пилитехник университеты (1885 йылда нигеҙләнгән)[9]; 16 музей[10], ҡала картиналар галереяһы[9], 6 дәүләт театры[9], 80 китапхана[9] эшләй.
Ҡала Ленин (1970) Һәм Октябрь Революцияһы ордендары (1983) менән наградланған. Ҡаланың Европа Советынан алған наградалары бар (2010)[11]). 2013 йылдың 8 июлендә Харьков «хәрби дан ҡалаһы» (Украина тарихында беренсе тапҡыр)[12] исемен ала.
2012 йылда, Украинала беренселәрҙән булып, футбол буйынса Европа чемпионатын ҡабул итә.
== Билдәле шәхестәре ==http://bashenc.online/ru/articles/75084/
- Абрамзон Леонид Семёнович (21.02.1934—25.11.1986), ғалим-инженер-механик, 1971—1986 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1985)[13].
- Руттер Валерий Дмитриевич (21.01.1924—25.09.2010), дирижёр. 1966—1969 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижёры. Башҡорт АССР‑ының (1969) һәм Ҡаҙаҡ ССР-ының (1978) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре[14].
- Славинский Пётр Михайлович (16.10.1899—2.05.1977), дирижёр. 1938—1945 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе һәм баш дирижёры, театрҙың симфоник оркестрын ойоштороусы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1944) һәм Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1944) артисы[15].
- Челпановский Анатолий Фёдорович (1936—29.04.2005), инженер-механик. 1981 йылдан Ишембайҙағы «Витязь» транспорт машиналары эшләү заводының яуаплы хеҙмәткәре: конструкторлыҡ бюроһы начальнигы, әйҙәүсе инженер, бүлек, артабан бюро начальнигы. Рәсәй Федерацияһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994)[16].