Украинаның мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн тапшырылған юғары дәүләт наградаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Украинаның Тарас Шевченко исемендәге милли премияһы (укр. Національна премія України імені Тараса Шевченка) — украин шағиры Тарас Шевченко хөрмәтенә булдырылған мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла торған Украинаның юғары дәүләт наградаһы. Премия тапшырыу тураһында ҡарарҙы, Украинаның Тарас Шевченко исемендәге Милли премия буйынса Комитеты тәҡдиме нигеҙендә, Украина президенты ҡабул итә[1].
Украинаның Тарас Шевченко исемендәге милли премияһы | |
укр. Національна премія України імені Тараса Шевченка | |
Нигеҙләү датаһы | 20 май 1961 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Національна премія України імені Тараса Шевченка |
Кем хөрмәтенә аталған | Шевченко Тарас Григорьевич |
Дәүләт | Украина |
Рәсми сайт | knpu.gov.ua |
Лауреаттар категорияһы | Категория:Лауреаты Национальной премии Украины имени Тараса Шевченко[d] |
Украинаның Тарас Шевченко исемендәге милли премияһы Викимилектә |
Премия УССР Министрҙар Советының 1961 йылдың 20 майында сыҡҡан Ҡарары менән Тарас Шевченко исемендәге республика премияһы булараҡ нигеҙләнгән. Ҡарарға ярашлы, был премия менән әҙәбиәт, нәфис сәнғәт, музыка, театр сәнғәте һәм кинематография эшмәкәрҙәре бүләкләнә.
Беренсе мәртәбә премия 1962 йылдың 9 майында тапшырыла. Беренсе дипломдарға һәм лауреат исеменә Павел Тычина, Олесь Гончар һәм Платон Майборода лайыҡ булған. Ул ваҡытта лауреаттың премияһы аҡсалата 2500 һум тәшкил иткән.
1969 йылда республика премияһы «Украина Совет Социалистик Республикаһының Т. Г. Шевченко исемендәге дәүләт премияһы» тип үҙгәртелгән. Ә Украина президентының 808/2000-се Указына ярашлы, 2000 йылдың 22 июненән премияға «Украинаның Тарас Шевченко исемендәге Милли премияһы» тигән атама менән Украинаның иң юғары наградаһы статусы бирелә.
Премия Украина президенты указы менән тапшырыла. Был премия менән граждандар әҙәбиәт һәм сәнғәт, журналистика һәм публицистика өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштары өсөн һәм мәҙәниәт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн бүләкләнә.
Йыл һайын ундан артыҡ булмаған Милли премия бирелеүе мөмкин. Премияға лайыҡ булырлыҡ эштәрҙең һуңғы биш йыл дауамында баҫылып сыҡҡаны һәм ярты йылдан да алда баҫылмағандары тәҡдим ителә.
Украинаның Тарас Шевченко исемендәге Милли премияһына дәғүә итерлек әҫәрҙәр һәм эштәр Украинаның мәҙәниәт һәм туризм Министрлығы, Украинаның Милли фәндәр академияһы, Украинаның сәнғәт Академияһы, Украина ижади союздары һәм Украинаның әҙәбиәт-сәнғәт берлектәре тарафынан күрһәтелә. Премия Украина граждандарына, башҡа дәүләттәр граждандарына һәм гражданлығы булмаған кешеләргә бирелеүе мөмкин.
Милли премия авторға һәм башҡарыусыға ғүмере дәүерендә бер тапҡыр бирелә. Уларға лауреат дипломы һәм лауреаттың Почётлы билдәһе тапшырыла. Аҡсалата премиялар күләме Украина Президенты Указы менән йыл һайын билдәләнә һәм 2010 йылда 130 000 гривен тирәһе йәки АҠШ доллары сағылышында 5 715 доллар тәшкил иткән (2015 йылдың ноябренә Украина Милли банкы курсы буйынса).
Йыл һайын 9 мартында Украина Президентының Милли премия тапшырыу тураһындағы Указы «Хөкүмәт курьеры» гәзитендә баҫылған һәм радио һәм телевидение буйынса хәбәр ителә.
Милли премия лауреаттарына дипломдарын һәм почётлы билдәләрен Украина Президенты 9 мартта, Тарас Шевченконың тыуған көнөнә арналған тантаналы саралар ваҡытында, Украинаның Милли операһында (әммә 2010 йылда Украина Президенты Виктор Янукович Шевченко премияһын тапшырыуҙы Украинаның Черкасск өлкәһендәге Канев ҡалаһындағы Шевченко ерләнгән Чернечья тауында үткәргән)[2] тапшыра.
Премияны тапшырыу буйынса комитет — Украина Президентына буйһонған һәм Тарас Шевченко исемендәге милли премияға тәҡдим ителгән кандидатураларҙы алдан ҡарау өсөн булдырылған махсус орган.
Комитет составында:
2011 йылда украин яҙыусыһы Василий Шклярҙың премиянан баш тартҡан берҙән-бер осрағы була. Яҙыусы премиянан баш тартыуының сәбәбен Дмитрий Табачниктың[3] мәғариф министры вазифаһында ултырыуы менән аңлатҡан.
Уважаемый господин Президент! Свидетельствую Вам своё уважение и прошу Вас учесть в Указе по случаю награждения лауреатов Шевченковской премии мою просьбу о переносе награждении меня Шевченковской премией на то время, когда у власти в Украине не будет украинофоба Дмитрия Табачника. Моя позиция, господин Президент, никак не касается Вас лично, но пока у власти Дмитрий Табачник, я не смогу принять премию.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.