Тәтелдәүес, тәтелдәүек, ҡыҙылаяҡ, ҡыҙылаяҡ сәпсәү (лат. Tringa totanus, рус. Травник) — оҙон ҡыҙыл аяҡлы, оҙон муйынлы, тура суҡышлы, һырты һарғылт көрән, ҡанаттары сыбар, күгәрсендән бәләкәйерәк һаҙ ҡошо[1].
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Тәтелдәүес |
|
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар | Супер-класс: | Дүрт аяҡлылар | Ярым класс: | Яңы аңҡаулылар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Tringa totanus (Linnaeus, 1758)
|
|
Һаҡлау статусы |
---|
![](//upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/e/e4/Status_iucn3.1_LC_ru.svg/240px-Status_iucn3.1_LC_ru.svg.png) Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : 143998
|
|
Ябырға
Күгәрсендән бәләкәйерәк. Оҙон ғына аяҡлы, һәм оҙон муйынлы һаҙ ҡошо. Кәүҙәһенең өҫ яғы һарғылт көрән. Башы, муйы¬ны буй, ә ҡанаттары эре түңәрәк таптар менән сыбарланған. Ҡойроғоноң өҫтө аҡ. Муйынының ике яғы һәм түше ваҡ ҡара таплы һорғолт һары. Ҡорһағы аҡ. Аяҡтары ҡыҙыл. Ҙур сәпсәүҙән суҡышы төҙ булыуы менән айырыла.
Тауышы яңғырауыҡлы: «тьйүү» йәки «тьйүк-тьйүк». Яҙғыһын ата ҡош тәтелдәй: «титл-титл-титл».
Ҡамышлы һәм бейек үлән баҫҡан күлдәрҙә, йылғаларҙа һаҙлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһын ергә ҡора. Ҡара-көрән һәм ҡыҙғылт көрән таптар менән ҡапланған 3—4 бөртөк һарғылт ҡабыҡлы йомортҡаһы була.