Түбәнге Көсөк
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Түбән Көсөк (Көчөк; татар. Түбән Көчек, рус. Нижнее Кучуково) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Әгерже районы ауылы.
Түбәнге Көсөк | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Кучуковское сельское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Кучуковское сельское поселение[d][1] |
Халыҡ һаны | 685 кеше (2015)[2] |
Почта индексы | 422210 |
Ауыл Варклед йылғаһы буйында, Әгерже ҡалаһынан көньяҡҡа табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Байлар улусының Салағош түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Вятка губернаһы Алабуға өйәҙенә ҡарай[4].
1920—1921 йылдарҙа ауыл Вот автономиялы өлкәһе, ә 1921 йылдан Татар АССР-ының Әгерже кантоны, 1924 йылдан — Алабуға кантоны, 1927 йылдан — Әгерже районы, 1963 йылдан — Алабуға районы, 1964 йылдан — йәнә Әгерже районы составында була[3].
1834 йылда ауылда 207 аҫаба башҡорт, 46 керҙәш башҡорт һәм 181 типтәр; 1897 йылда — 791 башҡорт, 483 типтәр һәм 29 дәүләт крәҫтиәне иҫәпләнгән[4][5].
1859 | 1920 | 1926 | 1938 | 1958 | 1970 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|
1063 | 1594 | 1387 | 1138 | 864 | 915 | 769 | 663 |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.