From Wikipedia, the free encyclopedia
Ташлы — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Баулы районы ауылы. Александровка ауыл биләмәһе составына керә.
Ауыл | |
Ташлы татар. Ташлы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе |
Александровка |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1765 йылда[1] |
Халҡы | |
Милли состав | |
Конфессиональ составы |
мосолмандар |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+4 |
Телефон коды |
+7 85569 |
Почта индексы |
423926 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Ауыл Дим (рус. Дымка) йылғаһының уң ҡушылдығы Ташлы буйында, Баулы ҡалаһынан төньяҡтараҡ 14 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
Ташлы — ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының ауылы[3]. Тәүге тапҡыр 1765 йылда телгә алына[1]. XVIII быуаттың икенсе яртыһында нигеҙләнгән[2]. Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Александровка улусы составына керә.
ХХ быуат башында ауылда мәсет, һыу тирмәне теркәлгән[2]. Ташлы ауылында Әхмәтғәле Хәлимов тарафынан яҙып алынған ҡырғыҙ ырыуы башҡорттарының шәжәрәһе 1913 йылда «Шура» журналында баҫылып сыға[4].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан — Баулы районы, 1935 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — йәнә Баулы районы составында була[2].
1795 йылда ауылда 41 башҡорт, 19 типтәр, 32 хеҙмәтсе татар; 1834 йылда — 155 башҡорт һәм 16 типтәр; 1859 йылда — 356 башҡорт; 1902 йылда — 741 башҡорт йәшәй[3][5].
1795 | 1834 | 1859 | 1886 | 1897 | 1910 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
92 | 155 | 356 | 572 | 723 | 955 | 1017 | 771 | 542 | 416 | 379 | 396 | 315 | 182 | 151 | 115 |
Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда башланғыс мәктәп, клуб, китапхана бар[2].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.