Сәләх әд-Дин
From Wikipedia, the free encyclopedia
Әл-Мәлик ән-Насир Сәләх әд-Дунийа үә-д-Дин Әбү-л-Мозаффар Йософ ибн Әйүб (Салади́н) (ғәр. صلاح الدين يوسف ابن ايوب; тыуған: 1137—1138, Тикрит — 4 март 1193, Дамаск) — Мысыр һәм Сүриә солтаны, талантлы полководец, XII быуатта мосолмандар башлығы. Әйүбиҙәр династияһына баш һалған, улар заманында Мысырға, Сүриәгә, Ираҡҡа, Хижазға һәм Йәмәнгә идара иткән.
Сәләх әд-Дин Йософ ибн Әйүб | |||
ғәр. صلاح الدين يوسف ابن ايوب | |||
| |||
---|---|---|---|
1174 й. — 1193—1193, 4 март | |||
Алдан килеүсе: | титул барлыҡҡа килгән | ||
Дауамсы: | Әл-Әзиз Усман ибн Йософ | ||
| |||
1169, 23 март — 1174 | |||
Алдан килеүсе: | Әсәд әд-Дин Ширкух I ибн Шәди | ||
Дине: | Ислам, сөнни | ||
Тыуған: | 1137–1138 Тикрит, Ираҡ | ||
Үлгән: | 4 март 1193({{padleft:1193|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) Дамаск, Әйүбиҙәр Империяһы | ||
Ерләнгән: | Өмәйиҙәр, Дамаск, (Сүриә) | ||
Нәҫел: | Әйүбиҙәр | ||
Исеме: | ғәр. يُوسُف بن نجم الدين أيُّوب йәһ. יוסוף בן נג'ם א-דין איוב | ||
Атаһы: | Нәжм әд-Дин Әйүб ибн Шәди | ||
Әсәһе: | Ситт-аль-Мульк-хатун[d] | ||
Супруг: | Исмат ад-дин Хатун[d] | ||
Балалары: | Аль-Афдаль Али ибн Юсуф[d] Аль-Азиз Усман ибн Юсуф[d] Аз-Захир Гази[d] | ||
Европала, исеме улай булмаһа ла, Саладин булараҡ билдәле. Сәләх әд-Дин — ул лаҡап — тәҡүәлекте белдерә[1]. Мәликтең ысын исеме — Йософ ибн Әйүб (Йософ,Әйүп улы).
Әйүб дәүләтенә нигеҙ һалыусы (хәҙерге Мысыр, Сирия, Ливан, Фәләстән, Урду ерҙәре) Сәләхетдин, "Раушания" кабиләһе шәйехе (рәйесе) Нәжметдин Әйүбтең улы, 1138 йылда тыуа. Үҙен бөтөнләйе менән ғилем дә фәнгә бағышлай, ләкин яҙмыш уны һуғыш майҙанына сығара.
Нуретдин Ҙәни исемле сәрғәскәр сиреүендә бик мөһим бурыс ала. Башлаған һәр бер эшен еренә еткереп үтәүҙе үҙенә ғәҙәт итеп алған Сәләхетдин ҡыҫҡа ваҡыт эсендә юғары мәртәбәләргә эйә була һәм батша титулын ала. Оҙаҡ та үтмәй, үҙ биләмәләренең бәйһеҙлеген иғлан итә, дәүләт сиктәрен көсәйтеү эшенә керешә. Шулай итеп, тарих хаслылар (тәре йөрөтөүселәр) ғәскәрҙәренә ҡаршы тау кеүек ныҡ тора алырлыҡ ҡаһарманын әҙерләй. Сәләхетдин хаслы сиреүҙәре менән беренсе тапҡыр 1160 йылдар аҙағында осраша. Шунан һуң вафатына тиклем яҙмыш уны бер ҙә хаслыларға ҡаршы көрәш майҙанына сығара ҡушыла. Ул, ярһыған диңгеҙҙең тулҡындары кеүек, Көнбайыштан бертуҡтауһыҙ әйтергә мөмкин ябырылып килгән христиан ғәскәренән изге ҡала Кодты (Иерусалимды) һәм үҙ дәүләтен һаҡлау э-э-эй яҡлауҙы Аллаһ тарафынан яҙылған бер бурыс кеүек ҡабул итә һәм уны бөтә булған ихласлығы менән үтә.
Бихисап хаслы һөжүмдәрен кире ҡаҡҡанда, хаталарҙы тап тар-мар иткән һуғыштарҙа беренсе Сәләхетдиндең аҡылы, белеме, алдан күрә белеүе, талантлы ғәскәр башлығы булыуы күп тапҡыр иҫбатлана. Германия, Франция, Англия һәм башҡа христиан дәүләттәре ни тиклем генә тапҡыр Кодты мосолмандар ҡулынан тартып алабыҙ тип килһәләр дә, алдарына еңеп булмай торған ғәскәр башлығы Сәләхетдин сыға. Һөҙөмтәлә хаслы рыцарҙарҙың еңелеп табан ялтыратыуҙар ғәҙәти хәлгә әйләнә.