фәлсәфәнең сәйәсәткә, сәйәси ҡиммәттәргә, сәйәси ысынбарлыҡ асылына һәм сәйәси анализдың интеллектуаль тәүшарттарына ҡараған идеяларҙы From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәйәси фәлсәфә — фәлсәфәнең сәйәсәткә, сәйәси ҡиммәттәргә, сәйәси ысынбарлыҡ асылына һәм сәйәси анализдың интеллектуаль тәүшарттарына ҡараған идеяларҙы өйрәнеүсе бүлеге.
Сәйәси фәлсәфә | |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 26 929 |
---|---|
Сәйәси фәлсәфә Викимилектә |
Сәйәси фәлсәфә сәйәсәтте бер бөтөн итеп, уның тәбиғәтен, кешеләр өсөн әһәмиәтен, шәхес, йәмғиәт һәм дәүләт власы араһындағы мөнәсәбәттәрҙе өйрәнеүсе һәм идеалдарҙы, шулай уҡ сәйәсәтте баһалауҙың дөйөм критерийҙарын ентекләп эшләүсе ғилеме өлкәһе.
Сәйәси фәлсәфә тарихи кешенең сәйәси феномендар тураһында ышаныслы белем эҙләүе менән бәйләнгән. Һуңғараҡ, беҙҙең заманға яҡыныраҡ, уны күпселеген идеялар тарихы ҡыҙыҡһындыра башлаған. Хәҙер үҙенең нигеҙен аҡылда, логикала йәки интуицияла түгел, ә ғилми верифицирланыусы пропозицияларҙа эҙләүсе эмпирик теория уның менән ярыша, ә ҡайһы берҙә уны ҡыҫырыҡлай. Шуға ҡарамаҫтан, сәйәси фәлсәфә хәҙерге заман политологияһында һәм сәйәси фәнде уҡытыуҙа сәйәси фәлсәфәнең мөһим роле һаҡлана.
Сәйәси фәлсәфә объекты — ул сәйәси рефлексия. Предметы — сәйәси рефлексияның төп төшөнсәләре. Бер индивид, партия, халыҡ сәйәси рефлексияның субъекты була ала.
Антропологик пессимизмға ярашлы кеше - сифаты буйынса камиллашып етмәгән, көсһөҙ, аҡылға ҡарағанда, эске кисерештәргә, хис-тойғоларға таянып эш иткән йән эйәһе. Консерваторҙар, әхлаҡ һәм йәмәғәт тәртибе кешегә яҡшыраҡ булырға ярҙам итә, тип һанай, был осраҡта шундай функцияны [[Дин|дин үтәргә тейеш[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.