Сәйәси фәлсәфә
фәлсәфәнең сәйәсәткә, сәйәси ҡиммәттәргә, сәйәси ысынбарлыҡ асылына һәм сәйәси анализдың интеллектуаль тәүшарттарына ҡараған идеяларҙы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәйәси фәлсәфә — фәлсәфәнең сәйәсәткә, сәйәси ҡиммәттәргә, сәйәси ысынбарлыҡ асылына һәм сәйәси анализдың интеллектуаль тәүшарттарына ҡараған идеяларҙы өйрәнеүсе бүлеге.
Сәйәси фәлсәфә | |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 26 929 |
---|---|
![]() |
Сәйәси фәлсәфә сәйәсәтте бер бөтөн итеп, уның тәбиғәтен, кешеләр өсөн әһәмиәтен, шәхес, йәмғиәт һәм дәүләт власы араһындағы мөнәсәбәттәрҙе өйрәнеүсе һәм идеалдарҙы, шулай уҡ сәйәсәтте баһалауҙың дөйөм критерийҙарын ентекләп эшләүсе ғилеме өлкәһе.
Сәйәси фәлсәфә тарихи кешенең сәйәси феномендар тураһында ышаныслы белем эҙләүе менән бәйләнгән. Һуңғараҡ, беҙҙең заманға яҡыныраҡ, уны күпселеген идеялар тарихы ҡыҙыҡһындыра башлаған. Хәҙер үҙенең нигеҙен аҡылда, логикала йәки интуицияла түгел, ә ғилми верифицирланыусы пропозицияларҙа эҙләүсе эмпирик теория уның менән ярыша, ә ҡайһы берҙә уны ҡыҫырыҡлай. Шуға ҡарамаҫтан, сәйәси фәлсәфә хәҙерге заман политологияһында һәм сәйәси фәнде уҡытыуҙа сәйәси фәлсәфәнең мөһим роле һаҡлана.
Сәйәси фәлсәфә объекты — ул сәйәси рефлексия. Предметы — сәйәси рефлексияның төп төшөнсәләре. Бер индивид, партия, халыҡ сәйәси рефлексияның субъекты була ала.