From Wikipedia, the free encyclopedia
Симо́н Боли́вар (тулы исеме — Симо́н Хосе́ Анто́нио де ла Санти́сима Тринида́д Боли́вар де ла Консепсьо́н и По́нте Пала́сиос и Бла́нко (исп. Simón José Antonio de la Santísima Trinidad Bolívar de la Concepción y Ponte Palacios y Blanco; йәшәгән осорорнда фамилияһы ошолай яҙып йөрөтөлгән исп. Bolivar), 24 июль 1783 йыл, Каракас — 17 декабрь 1830 йыл, Санта-Марта, Колумбия) — Американың Испания колонияһына ҡаршы бәйһеҙлек өсөн һуғыштар ваҡытында танылған һәм абруйлы етәксеһе. Венесуэланың милли геройы. Генерал. Испания колонияһынан Венесуэланы, Яңы Гранаданы (хәҙерге Колумбия һәм Панама), Кито провинцияһын (хәҙерге Эквадор) азат итә. 1819—1830 йылдарҙа ошо азат ителгән илдәрҙән төҙөлгән Бөйөк Колумбияның президенты. 1824 йылда Перуны азат итә һәм Үрге Перу территорияһында барлыҡҡа килгән һәм уның хөрмәтенә аталған Республикаһы Боливия Республикаһында (1825) идаралыҡ итә. Венесуэланың Милли конгресы уны Азат итеүсе (исп. El Libertador) тип иғлан итә (1813).
Симон Боливар | |||
исп. Simón José Antonio de la Santísima Trinidad Bolívar Palacios | |||
| |||
---|---|---|---|
17 декабрь 1819 йыл — 4 май 1830 йыл | |||
Алдан килеүсе: | Дәүләт барлыҡҡа килә | ||
Дауамсы: | Хоакин де Москера | ||
| |||
11 август 1825 — 29 декабрь 1825 | |||
Алдан килеүсе: | Дәүләт барлыҡҡа килгән | ||
Дауамсы: | Антонио Хосе де Сукре | ||
| |||
17 февраль 1824 — 28 ғинуар 1827 | |||
Алдан килеүсе: | Хосе Бернардо де Талье | ||
Дауамсы: | Санта Крус, Андрес де | ||
Дине: | Масонская регулярность[d] | ||
Тыуған: | 24 июль 1783 Каракас, Венесуэле генерал-капитанлығы | ||
Үлгән: | 17 декабрь 1830 (47 йәш) | ||
Ерләнгән: | Кафедральная базилика де Санта-Марта, Каракасский собор (инг.)баш., Венесуэла милли пантионы | ||
Атаһы: | Хуан Висенте Боливар-и-Понте[d] | ||
Әсәһе: | Мария де ла Консепсьон Паласиос-и-Бланко[d] | ||
Ҡатыны: | Мария Тереза дель Торо-и-Алаиза (инг.)баш. (26 май 1802 — 22 ғинуар 1803) Мануэла Саэнс | ||
Автограф: | |||
Симон Боливар 1783 йылдың 24 июлендә танылған Хуан Винсенте Боливарҙың (1726—1786) креоль ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса баск.
Боливарҙар ырыуы Испанияның Маркин округына ҡараған Бискайялағы Ла-Пуэбла-де-Боливар ҡалаһынан. Ғаилә колонияға күсеп килгәс, В Венесуэланың йәмғиәт тормошонда әүҙем йәшәй. Малай йәштән ата-әсәһеҙ ҡала. Уны тәрбиәләүҙә һәм тормошҡа ҡарашын үҫтереүҙә уның уҡытыусыһы һәм өлкән дуҫы күренекле мәғрифәтсе Симон Родригес йоғонто яһай.
1799 йылда уны туғандары кире Испанияға, тыныс булмаған Каракастан Мадридҡа, ҡайтарырға теләй. Унда ҡайтҡас Симон Боливар хоҡуҡ өйрәнә, Италия, Швейцария, Германия, Англия һәм Франция буйлап сәйәхәткә сыға. Парижда йәшәп ул күпмелер ваҡыт политехник мәктәптә белем ала һәм Франция баш ҡалаһы Париждың Юғары мәктәбендә лә уҡый[1].1805 йылда Боливар АҠШ-ҡа бара һәм Көньяҡ Америка дәүләттәрен Испания ҡоллоғонан ҡотҡарыу юлдарын эҙләй, пландарын ҡора.
Боливар 1810 19 апрель Венесуэлала Испания хакимлығын ҡолатыу ваҡытында, 1811 йылдың 5 июлендә илдең бәйһеҙлеген иғлан иткәндә әүҙем ҡатнаша.
Шул уҡ йылда Боливар революцион хунта (халыҡ йыйылышы) тарафынан британ хөкүмәтенән яҡлау табыу маҡсатында Лондонға ебәрелә[2]. Әммә Британия хөкүмәте нейтралитет һаҡлауҙы хуп күрә. Боливар Лондонда Венесуэла исеменән үтескә аҡса алыу һәм һалдаттар ебәреү буйынса килешеү төҙөү өсөн агент Луи Лопес Мендесты ҡалдыраһәм ҡорал транспорты менән кире ҡайта.
Тиҙҙән испан генералы Монтеверде венесуэла далалары хужаларына булышлыҡ һорап мөрәжәғәт итә — «Льяностар»ға — һуғышсан, ярымкүсмә ҡоролошта йәшәүсе льянеростарға булышлыҡ һорап мөрәжәғәт итә. Льянеростарҙың иррегуляр формированиелары башында «Бовес-Крикун» ҡушаматына эйә астуриялы Хосе Томас Бовес торған. Һуғыш иҫ киткес аяуһыҙ төҫ ала. Испан ғәскәрҙәре 1812 йылда Боливар армияһын тар-мар иткәндән һуң, ул Яңы Гранадала (хәҙер Колумбия) туҡтала. Бында ул "Картахена Манифесы"н яҙа, ә 1813 йыл башында тыуған иленә ҡайта. 1813 йылдың авгусында уның ғәскәрҙәре Каракас ҡалаһын яулай. Каракас муниципалитеты тантаналы рәүештә Боливарҙы «Венесуэланы азат итеүсе» (El Libertador) тип атай. Башында Боливар торған II Венесуэла республикаһы барлыҡҡа килә. Венесуэланың Милли Конгресы уға бирелгән Азат итеүсе дәрәжәһен раҫлай. Әммә, түбәнге ҡатлам халҡы мәнфәғәтенә реформалар үткәрә алмағанлыҡтан, халыҡ уны хупламай һәм Боливар еңелә (1814). 1814 йылдың 6 июлендә Ямайкала йәшеренергә мәжбүр булғанлыҡтан, Боливар 1815 йылдың сентябрендә Испан Америкаһының тиҙҙән азат булыуына ышаныуын белдергән асыҡ хатын баҫтыра.
Ахыырҙа ҡолдарҙы азат итеү кәрәклеген аңлап һәм башҡа социаль проблемаларҙы хәл итеү маҡсатында, Боливар Гаити Республикаһы президены Сабес Александр Петионды баш күтәреүселәргә хәрби ярҙам итергә ышандырғандан һуң, 1816 йылдың декабрендә Венесуэла ярына килеп төшә. Ҡоллоҡто юҡҡа сығарыу (1816) һәм 1817 йылда азатлыҡ армияһы һалдаттарына ер биреү тураһындағы декрет уға социаль нигеҙҙе киңәйтеү мөмкинлеген бирҙе. Симон Боливар яғына Бовес үлгәндән һуң (1814), льянеростарҙың яңы лидеры — Хосе Антонио Паэс, үҙе лә төп льянеро, етәкләй.
Үҙе эргәһенә, дөйөм план менән эшләү маҡсатында, бөтә революция етәкселәрен дә йыйырға уңышһыҙ маташыуынан һуң, Боливар голланд негоцианты Брион ярҙамында 1817 йылдың майында Ангостураны баҫып ала һәм бөтә Гвиананы Испанияға ҡаршы күтәрә. Һуңынан Боливар үҙенең элекке тарафдаштары Пиар һәм Мариноны (беренсеһе 1817 йылдың 16 октябрендә язалап үлтерелә) ҡулға алырға бойора. 1818 йылдың февралендә Бөйөк Британиянан килгән тәжрибәле ялланған һалдаттарҙан яңы армия төҙөү мөмкинлеге тыуа. Венесуэлала уңышлы хәрәкәт иткәндән һуң, уның ғәскәрҙәре 1819 йылда Яңы Гранаданы азат итә. 1819 йылдың декабрендә Ангостура (хәҙер Сьюдад-Боливар) Конгресында иғлан ителгән, составына Венесуэла һәм Яңы Гранада ингән, Колумбия республикаһының (тарихҡа Бөйөк Колумбия булып ингән) президенты итеп иғлан ителә. 1822 йылда колумбиялылар Бөйөк Колумбияға ҡушылған Кито провинцияһынан (хәҙер Эквадор) бөтә испан көстәрен ҡыуалар.
1821 йылдың 24 июнендә Венесуэланың Карабобо ауылы янында Симон Боливарҙың үҙ теләге менән хеҙмәт итергә килгән армияһы испан король армияһын емергес тар-мар итә. 1822 йылдың июлендә Боливар Гуаякилдә Перуның бер өлөшөн азат иткән Хосе де Сан-Мартин менән осраша, әммә уның менән берлектә хәрәкәт итеү буйынса килешә алмай. Сан-Мартин (1822 йылдың 20 сентябре) отставкаға киткәс, ул 1823 йылда Перуға колумбия частарын керетә һәм 1824 йылда (6 август Хунин янында һәм 9 декабрҙә Аякучо тигеҙлегендә Америка континентында һуңғы испан көстәрен тар-мар итә. 1811 йылда бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткән Венесуэла фәҡәт 1824 йылға ғына колониалистарҙан тулыһынса азат ителә. 1824 йылдың февралендә Перу диктаторы булған Боливар Үрге Перу территорияһында 1825 йылда үҙенең хөрмәтенә аталған Боливия республикаһы президенты булып китә.
1822 йылдан, уның яҙмышының бөтә кирелектәренә ҡарамай, Кито ҡалаһында тыуған креол ҡыҙы Мануэла Саэнс Боливарҙың тоғро һәм айырылмаҫ тормош юлдашы була.
Боливарҙың ниәте буйынса, Көньяҡ Ҡушма Штаттарына (Sur de Estados Unidos) Колумбия, Перу, Боливия, Ла-Плата һәм Чили керергә тейеш була. 1826 йылдың 21 июнендә Боливар Панамала ошо дәүләттәрҙең вәкилдәренән Панама Конгресын йыя, әммә уңышҡа өлгәшә алмай. После провала Панама Конгресы уңышһыҙ тамамланғандан һуң, Боливар асыуланып ҡысҡырған: «Мин ҡая башында ултырып, эргәһенән йөҙөп үткән суднолар менән командалыҡ итергә маташҡан теге аҡылһыҙ грекка оҡшағанмын!..»
Тиҙҙән Боливар проекты киң билдәлелек алғандан һуң, уны Наполеон ролен уйнап, үҙенең власы аҫтында империя төҙөргә маташыуҙа ғәйепләй башлайҙар. Колумбияла партия ғауғалары башлана. Генерал Паэс етәкселегендәге депутаттарҙың бер өлөшө автономия иғлан итергә теләгән, башҡалары Боливия кодексын ҡабул итергә тырышҡан.
Боливар, тиҙ генә килеп, Колумбияла үҙ өҫтөнә диктаторлыҡ вәкәләттәрен ҡабул итә, Оканьела 1828 йылдың 2 мартында милли йыйылыш йыя: Шундай мәсьәлә ҡуйыла: «Дәүләт конституцияһы яңынан эшләнергә тейешме?». Конгресс ахырғы килешеүгә килә алмай, һәм бер нисә ултырыштан һуң, ябыла.
Шул ваҡытта перуандар Боливия кодексын кире ҡаҡты һәм Боливарҙан ғүмерлек президент титулын тартып алаа. Перу һәм Боливияла властан ҡолаҡ ҡаҡҡас, Боливар 1828 йылдың 20 июлендә Боготаға инә, һәм шунда Колумбия хакимы сифатында үҙ резиденцияһын раҫлай. Ләкин 1828 йылдың 25 сентябрендә уның ғүмерен ҡыйырға теләп, һөжүм итәләр: федералистар уның һарайын баҫып инә, һаҡсыларҙы үлтерә, Боливар мөғжизәле рәүештә тере ҡала. Әммә төп халыҡ массаһы уның яҡлы сығыш яһай, һәм был Боливарға вице-президент Сантандер етәкләгән боланы баҫтыра алыу мөмкинлеген бирә. Заговорсылар башлығы тәүҙә үлем язаһына хөкөм ителә, ә һуңынан үҙенең 70 тарафдашы менән илдән оҙатыла.
Икенсе йылға анархия көсәйә. 1829 йылдың 25 ноябрендә Каракастың үҙендә 486 юғары ҡатлам граждандары Венесуэланың Колумбиянан айырылыуын иғлан итә. Эше тулыһынса юҡҡа сыға барған Боливар яйлап йоғонтоһон һәм власын юғалта.
Үҙенең 1830 йылдың ғинуарында Боготала йыйылған конгресҡа Колумбияның дәүләт ҡоролошона реформа үткәреү буйынса биргән яҙыуында, Боливар Европа һәм Американан ишетелгән ғәҙел булмаған ғәйепләүҙәр ташлағандарына зарланған.
1830-сы йылдар башында ул отставкаға сыға һәм тиҙҙән 1830 йылдың 17 декабрендә колумбия ҡалаһы Санта-Марта янында вафат була. Вафаты алдынан Боливар үҙенең ерҙәренән, өйҙәренән һәм хатта дәүләт пенсияһынан баш тарҡан — һәм урындағы Сьерра-Невада-де-Санта-Марта «ҡарлы тауҙар»ының гүзәл пейзажына һоҡланып көндәрен үткәргән [3].
2010 йылда Боливарҙың кәүҙәһе, үлеменең сәбәптәрен белеү маҡсатында, Венесуэла президенты Уго Чавес бойороғо буйынса, ҡәберенән ҡаҙып алып тикшерелә (эксгумация). 2013 йыл башынан Боливар кәүҙәһе Каракас үҙәгендә махсус төҙөлгән кәшәнәлә урынлаштырылған[4]. Яңынан ерләү өсөн, Чавес ҡыҙыл ағасҡа гәүһәр, ынйылар һәм алтын йондоҙҙарҙан уйып биҙәк һалынған яңы табут эшләтә[5].
Боливар масонлыҡҡа бағышлауҙы Испанияла, Кадиста үтәне билдәле. 1807 йылдан ул Шотланд уставында торған. 1824 йылда Перула Боливар 2-се һанлы «Тәртип һәм Азатлыҡ» масон бүлеген (ложа) нигеҙләй[6].
Латин Америкаһында Боливарҙың исеме бик популяр, танылған. Ул Боливия дәүләте, провинциялар, ҡалалар, урамдар, аҡса берәмегендә (боливиано — Боливия, боливар — Венесуэла), күп һанлы һәйкәлдәр ярҙамында мәңгеләштерелгән. Боливиялағы «Боливар» футбол клубы һәм Колумбияла бейеклеге буйынса икенсе түбә — Симон Боливар сусағы (пик) уның исеме менән аталған.
Биографик очерктар, нәфис әҫәрҙәр, тарихи хеҙмәттәр уға бағышланған. Колумбия яҙыусыһы Габриэль Гарсия Маркестың «Генерал в своём лабиринте» романында Боливар төп герой булып тора. Ваҡиғалар генерал ғүмеренең һуңғы йылында үҫешә. Боливарҙың биографияһын Эмиль Людвиг, украина классигы Иван Яковлевич Франко һәм бик күптәр яҙған. Австрия драматургы Фердинанд Брюкнер Боливарға «Борьба с ангелом», «Борьба с драконом» тигән ике пьеса бағышлаған. Рәсәйҙә Боливар менән декабристар, Николай Алексеевич Полевой һоҡланған[7].
Карл Маркс, Боливарҙың элекке яҡыны Дюкудре-Хольштейн иҫтәлегенә таянып «New American Cyclopaedia»ға яҙған «Боливар-и-Понте» тексында, Боливарҙы бонапартистик диктатор һыҙаттарына эйә тип кире ҡылыҡһырлаған[8]. Шуға күрә совет әҙәбиәтендә лә Боливар оҙаҡ йылдар дауамында буржуазия һәм алпауыттар мәнфәғәтен яҡлаусы тип күрһәтелде. Латин-америка тикшеренеүселәренең, Альперович Моисей Самуилович, был баһа буйынса бәхәсләшергә тырышҡан, әммә был традицияны танылған разведчик һәм латин-америка әҙәбиәте тәнҡитсеһе, ЖЗЛ «Жизнь замечательных людей» серияһы өсөн Лаврецкий псевдонимы менән Боливар биографияһын яҙған Григулевич Иосиф Ромуальдович ҡына йөрьәт итте. Григулевич үҙенең хеҙмәте өсөн венесуэла Миранда ордены менән бүләкләнә һәм Колумбия яҙыусылар ассоциацияһына алына.
Симон Боливар иҫтәлегенә 1911 йылдың 19 мартында асылған астероид Боливиана (712) тип аталған.
Боливар 1974 йылғы Чили почта маркаларында, 1978 йылда Испания маркаларында, 1982 йылда Болгария, 1983 йылда СССР, ГДР 1983 йылда ГДР һ. б. маркаларҙа һынландырылған.
Симон Боливар Бөйөк Колумбия лидеры итеп күрһәтелгән, Sid Meier’s Civilization VI стратегияһында.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.