From Wikipedia, the free encyclopedia
Салауат епархияһы — Башҡортостан Республикаһының Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Салауат һәм Сибай ҡалалары, шулай уҡ Әбйәлил, Әлшәй, Ауырғазы, Баймаҡ, Бишбүләк, Бөрйән, Дәүләкән, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш, Федоровка, Хәйбулла һәм Шишмә райондары административ сиктәрендә ойошторолған Урыҫ православие сиркәүенең епархияһы. Башҡортостан митрополияһы составына инә[1].
Урыҫ православие сиркәүе Изге Синодының 2011 йылдың 27 декабрҙәге ҡарарына ярашлы Өфө епархияһынан ҡайһы бер өлөштәре айырып алыу юлы менән ойошторолған[2]. Рәсми рәүештә Башҡортостан митрополияһы составына индерелгән.
Хәҙерге ваҡытта епархияла иҫәптә 86 приход, 23 сиркәү-мәхәллә мәктәбе, "Димитрий Донской " православие хәрби-патриотик спорт клубы.
Салауат һәм Кумертау Преоосвященный епископы фатиханы ярашлы 2012 йылдың май айында Салауатта православие дини музыка Пасха фестиваль — концерт үтте. Фестивалдә Ишембай ҡалаһынан Изге Троица храмы хоры һәм Салауат ҡалаһынан Дмитрий Донской сиркәүе хоры ҡатнаштылар. Улар менән бер сәхнәлә Ишембай, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларынан донъяуи хорҙары сығыш яһанылар[3].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.