Рутулдар
Төньяҡ Кавказда йәшәүсе вайнах халҡы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Рутулдар (үҙатамаһы мыха́Iбыр) — Төньяҡ Ҡауҡаҙда йәшәүсе вайнах халҡы, Дағстан Республикаһының төп халҡы[21][22][23][24][25].
Үҙ атамаһы |
мыха́Iбыр |
---|---|
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
Барлығы: 36 400-ҙән[1] 55 000-гә тиклем кеше [2][3]. (баһалау мәғлүмәттәре буйынса 120 000-гә яҡын кеше)
| |
Тел |
рутул теле |
Дин | |
Раса тибы |
Европа расаһының ҡауҡаҙион тибы |
Халыҡ | |
Туғандаш халыҡтар |
ағулдар, арчиндар, будухтар, джектар, крыздар, лезгиндар, табасарандар, удиндар, хиналугтар һәм цахурҙар[18][19][20] |
Килеп сығышы |
ҡауҡаҙ албандары |
Донъяла бөтәһе яҡынса 90 000 рутул йәшәй[26]. 2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса Рәсәйҙә бөтәһе 35240 рутул халҡы вәкиле иҫәпкә алынған, шул иҫәптән 17884 ир һәм 17356 ҡатын-ҡыҙ[27], Әзербайжанда 45000 рутул йәшәй[28].
Рутулдарҙың ата-бабалары Ҡауҡаҙ Албанияһы тарихи дәүләте составына кергән һәм албандар исеме аҫтында билдәле булған. Милли телдәре — рутул теле.