Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Алтынсы коалиция һуғышы — 1812 йылғы Ватан һуғышынан һуң Австрия, Пруссия һәм Швеция ғәскәрҙәре менән берлектә Варшава герцоглығында, герман дәүләттәрендә һәм француз армияһына ҡаршы хәрби кампаниялар. Француздарға ҡаршы коалиция Рәсәйҙә 1812 йылғы Рус кампанияһы барышында Наполеондың Бөйөк армияһы ҡыйратылыуынан һуң барлыҡҡа килә.
Война шестой коалиции | |||
Төп конфликт: Наполеон һуғыштары | |||
| |||
Дата |
1 (13) января 1813— 18 (30) мая 1814 (1 год, 4 месяца и 17 дней) | ||
---|---|---|---|
Урыны |
Үҙәк Европа, Франция (главные театры военных действий) | ||
Нәтижә |
Победа коалиции: Парижский мир | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
| |||
Юғалтыуҙар | |||
| |||
| |||
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814) Викимилектә | |||
1813 йылдың башында үҙәк Европала Наполеонға ҡаршы һуғышты тик Рәсәй генә алып бара. 1813 йылдың мартында Рәсәй менән коалицияға Пруссия ҡушыла, һуңынан шул уҡ йылдың йәйендә — Англия, Австрия, Швеция, ә Наполеон 1813 йылдың октябрендә Лейпциг тирәһендәге алышта тар-мар ителгәндән һуң герман дәүләттәре Вюртемберг һәм Бавария ла инәләр. Пиреней ярымутрауында Наполеон менән Испания, Англия һәм Португалия үҙаллы һуғышалар. Әүҙем хәрби хәрәкәттәр 1813 йылдың майынан 1814 йылдың апреленә тиклем алып барыла (1813 йылдың йәйендә һуғышты ике айлыҡ ваҡытлыса туҡтатып тороуҙы иҫәпкә алмағанда).
1813 йылда Наполеонға ҡаршы һуғыш Германия территорияһында алмашыусан уңыш менән алып барыла, башлыса Пруссия һәм Саксонияла. 1814 йылда хәрби хәрәкәттәр Франция территорияһына күсә һәм 1714 йылдың апреленә Парижды яулау һәм Наполеондың хакимлыҡтан баш тартыуы менән тамамлана.
Немец тарихнамәһе Германиялағы Азатлыҡ һуғышын әлеге һуғыштың үҙаллы эпизоды булараҡ айырып билдәләй. Азатлыҡ һуғышы ярты быуаттан һуң Икенсе Рейхтың барлыҡҡа килеүенә хәл иткес йоғонто яһаясаҡ. Рәсәй тарихнамәһендә Алтынсы коалиция һуғышы шулай уҡ Рус армияһының 1813—1814 йылдарҙағы сит ил походы булараҡ билдәле.
Башҡорттарҙың 1813—1814 йылдарҙа сит ил походтарында ҡатнашыуы
Походтарҙа Башҡортостанда ойошторолған Екатеринбург пехота полкы, Бутырск пехота полкы, Рыльск пехота полкы, Өфө пехота полкы, 25‑се, 30‑сы һәм 31‑се егерь полктары, 26‑сы һәм 29‑сы гренадер егерь полктары, Ырымбур улан полкы, 1‑се, 2‑се, 4—16‑сы башҡорт полктары, 2‑се мишәр полкы, 1‑се һәм 2‑се типтәр полктары, Ырымбур казак меңле атаман полкы, 3‑сө Ырымбур казак полкы (ҡара: Ырымбур казак ғәскәре), 3—6‑сы Урал казак полктары (ҡара: Урал казак ғәскәре) һәм Ставрополь ҡалмыҡ меңле полкы (бөтәһе 17 меңгә яҡын кеше) ҡатнашҡан. Улар рус армияһы, 1813 йылдың февраленән алып генерал-фельдмаршал кенәз М. И. Голенищев-Кутузов етәкселегендә союздаш рус-прусс ғәскәрҙәре (1813 йылдың ғинуар—апреле), кавалериянан генерал граф П. Х. Витгенштейн (апрель—май) һәм инфантериянан генерал М. Б. Барклай- де-Толли (май); августан башлап кавалериянан генерал граф Л. Л. Беннигсен етәкелегендә Польша армияһында, сентябрҙән — Австрия генерал-фельдмаршал-лейтенанты (шулай уҡ союздаш ғәскәрҙәр баш командующийы) кенәз К. Ф. Шварценберг етәкселегендә. Богемия армияһы, Швецияның вариҫлы принцы Карл Юхан етәкселегендә Төньяҡ армия һәм Пруссия генерал-фельдмаршалы Г. Л. фон Блюхер етәкселегендә Силезия армияһы сафтарында һуғышҡан[8].