Рациональ һан
From Wikipedia, the free encyclopedia
Рациональ һан (лат. ratio — сағыштырма, бүлеү, кәсер) — ябай кәсер рәүешендә күрһәтергә мөмкин булған һан, числитель
— бөтөн һан, ә знаменатель
— натураль һан, миҫалға 2/3. Кәсер төшөнсәһе бер нисә мең йыл элек барлыҡҡа килгән, ҡайһы бер дәүмәлдәрҙе (оҙонлоҡ, ауырлыҡ, майҙан һ.б.) үлсәү кәрәклеге килеп тыуғас, кешеләр бөтөн һандар ғына етмәүен һәм өлөш төшөнсәһе индереү кәрәклеген аңлай: ярты, өсөнсө өлөш һ.б. Кәсерҙәр һәм улар өҫтөндә ғәмәлдәр менән, мәҫәлән, шумерҙар, боронғо египетлылар һәм гректар файҙаланғандар.
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/b/b2/Fracciones.gif)