From Wikipedia, the free encyclopedia
Прут походы — 1710—1713 йылдарҙа урыҫ-төрөк һуғышы ваҡытында Пётр I етәкселегендәге урыҫ армияһының 1711 йылдың йәйендә Ғосман империяһына ҡаршы Молдавия кенәзлегенә походы. Генерал-фельдмаршал Шереметев Борис Петрович етәкселек иткән армия менән Молдавияға Пётр I шәхсән үҙе лә бара. Ясс ҡалаһынан көньяҡҡа яҡынса 75 саҡрымдағы Прут йылғаһы буйында урыҫ армияһы 120 меңлек төрөк армияһы һәм ҡырым татарҙарының 70 меңлек атлылары тарафынан ярға ҡыҫырыҡлана. Армияның ҡыйын хәлгә тарыуы Петрҙы һөйләшеүҙәр алып барырға мәжбүр итә, уның һөҙөмтәһендә килешеү төҙөлә, был килешеү буйынса Азов эргәһенең һәм Азов диңгеҙе яр буйҙарының 1696 йылда яулап алынған ерҙәре Төркиәгә ҡайтарыла.
Прут походы | |||
Төп конфликт: 1710—1713 йылдарҙағы урыҫ-төрөк һуғышы | |||
Дата |
июль 1711 | ||
---|---|---|---|
Урыны |
Прут, Молдавия кенәзлеге | ||
Нәтижә |
Асман империяһы еңеүе | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
| |||
Юғалтыуҙар | |||
| |||
| |||
Полтава яуында еңелгәс, швед короле Карл XII Ғосман империяһының Бендер ҡалаһында йәшеренә. Француз тарихсыһы Жорж Удар Карл XII ҡасыуын Петрҙың «төҙөтеп булмаҫлыҡ хатаһы» тип атай[1]. Пётр I Төркиә менән Карл XIIне төрөк ерҙәренән ҡыуып сығарыу тураһында килешеү төҙөй, әммә Төркиәлә быға ҡарата фекерҙәр үҙгәреп китә, һәм улар швед короленә үҙҙәрендә ҡалырға, унан украин казактары һәм ҡырым татарҙары частары ярҙамында Рәсәйҙең көньяҡ сиктәренә хәүеф тыуҙырырға мөмкинлек бирәләр. Карла XII-нең илдән сығарылып ебәрелеүен талап итеп, Пётр I Төркиәгә һуғыш менән янай башлай, уға яуап итеп, 1710 йылдың 20 ноябрендә төрөк солтаны Әхмәд III Рәсәйгә ҡаршы үҙе һуғыш иғлан итә. Был һуғыш башлауҙың төп сәбәбе була.
Төрөктәр яғынын һуғыш ҡырым татарҙарының һәм Асман империяһы вассалдарының Украинаға ҡышҡы һөжүмдәре менән генә сикләнә. Пётр I, Молдавия кенәзлегенең Валахия хакимдары ярҙамына таянып, Асман империяһы вассалдары христиандарын төрөктәргә ҡарша яуға күтәрергә өмөт итеп, Дунайға (йылға) тиклем барып еткән поход ойошторорға ҡара итә.
1711 йылдың 6 (17 март) мартында Пётр I ғәскәр менән Мәскәүҙән сыға, уның менән тоғро әхирәте Екатерина Алексеевна ла була. Пётр I Екатерина Алексеевнаны, никахлашыуҙарына тиклем үк (никах1712 йылда ғына үтә) үҙенең ҡатыны һәм батшабикә тип иҫәпләргә бойора. Уға тиклем 10 драгун полкы менән кенәз Голицын, Михаил Михайлович Молдавия сигенә ҡарай хәрәкәт итә башлай, Ливонияның төньяғынан был полкҡа ҡушылыу өсөн, 22 йәйәүле ғәскәр полкы менән генерал-фельдмаршал Шереметев, Борис Петрович сыға. Урыҫтарҙың планы түбәндәгесә була: төрөк ғәскәрҙәренә йөҙөп сығырға мөмкинлек бирмәйенсә, Валахияла Дунайға сығырға, артабан Дунай аръяғындағы Оттоман империяһына буйһонған халыҡтарҙы ихтилалға күтәрергә.
Урыҫ армияһы 4 йәйүле ғәскәргә тиклем еткерелә.[4] и 2 драгун дивизияһы[5]:
Бригадир Моро-де-Бразе үҙенең яҙмаларында Прут походы алдынан урыҫ ғәскәрҙәрендә 79 800 һалдат барлығын һанаған: 11 200 һалдаттан торған 4 йәйәүле ғәскәр дивизияһы, дөйөм һаны 18 мең тәшкил иткән 6 айырым полк (2 гвардиецтар һәм артиллеристар полктарын да иҫәпкә алып), 8 мең драгун, айырым драгун полктарынан (2 мең) торған 2 драгун дивизияһы. Лифляндиянан Днестрға күсенгәнлеге арҡаһында күҙгә күренеп әҙәйгән подразделениеларҙың штат һанын алыу үткәрелә. Артиллерия 60 ауыр ҡоралдан (4—12 фунтлы) һәм йөҙгә тиклемге полк (2—3 фунтлы)туптарынан[6].
Иррегуляр атлы ғәскәр яҡынса 10 мең казактан торған[7], уларға 6 мең молдаван килеп ҡушылған.
Урыҫ ғәскәрҙәренең маршрутыдуҫтарса мөнәсәбәттә булған Польша территорияһының (хәҙерге Украина ере) Прут йылғаһын сығып, Киевтан Днестрҙағы Сорок ҡәлғәһеен үтеп, Молдавияның Яссыһына сығырға тейеш була.
Аҙыҡ-түлек менән килеп тыуған ҡыйынлыҡтар арҡаһында, урыҫ армияһы 1971 йылдың июнь айы буйына Молдавия менән Речь Посполитьың сиге булған Днестрҙа туҡталырға мәжбүр була. Фельдмаршал Шереметев, Борис Петровичтың атлы ғәскәре июндең тәүге көнөндә үк Днестрҙы аша сығырға тейеш була, артабан төрөктөр сығасаҡ кисеүҙе баҫып алып,үҙ армияһын тәьмин итеү өсөн аҙыҡ-түлек магазины булдырырға һәм тура юл менән Дунай йылғаһына бара һалып етергә, шулай уҡ Валахияны Асман империяһына һуғышҡа ыҙғытырға тейеш була. Әммә фельдмаршалдың атлы ғәскәрҙәренә фураж һәм ашарына табыуҙа ауырлыҡ килеп тыуа, урында лайыҡлы хәрби ярҙам да күрһәтелмәгәс, Яссыға боролоп, Молдавияла туҡтап ҡала.
1711дың 27 июнендә Днестрҙы үткәндән һуң, төп армия 2 төркөмгә бүленеп хәрәкәт итә: генералдар Алларт һәм фон Энцбергтарҙың 2 йәйәүле ғәскәре менән казактар алдан бара, ә уларҙың артынан гвардия полктары, 2 йәйәүле ғәскәр дивизияһы менән кенәз Репнин Никита Иванович һәм генерал Вейде Адам Адамович һәм генерал-поручик Брюс Яков Вилимовичтың командалығы аҫтындағы артиллерия бара. Днестрҙан алып Прут йылғаһына тиклемге һыуһыҙ урындар, көндөҙ өтөп барған эҫелә һәм төнгө һалҡында үткән 6 көнлөк походта аҙыҡ етмәүҙән, рекруттарҙан торған хәлһеҙләнгән урыҫ һалдаттары һыуһауҙан һәм ауырыуҙарҙан ҡырыла. Һалдаттар, оҙаҡ һыуһап барғандан һуң ҡапыл һыу эсеп, үлә йәки башҡа тыйыуҙарҙы күтәрә алмайынса, үҙ-үҙенә ҡул һала[8].
1 июлдә (беҙҙең быуат) Прут йылғаһының көнсығыш ярын да кырым татарҙарының атлы ғәскәре Шереметьев лагерына һөжүм итә. Урыҫтарҙың 280 драгуны һәләк була, шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар атаканы кире ҡағалар. 3 июлдә Алларт һәм Энцберг дивизиялары Яссыға ҡаршы яҡтан Прутҡа киләләр. (Яссы Пруттың аръяғында урынлашҡан), һуңынан ағым буйлап түбәнгә хәрәкәт итәләр. 6 июлдә Пётр I 2 дивизия, гвардия һәм ауыр артиллерия менән Прут йылғаһының һул (көнбайыш) ярына сыға, унда батшаға молдавия господарыДмитрий Кантемир килеп ҡушыла[3]. 7 июлдә Алларт һәм Энцберг дивизиялары корпус баш командующийы Шереметев менән Пруттың уң ярында берләшәләр. Урыҫ армияһы фураж мәсьәләһендә ҡыйынлыҡтар кисерә, шуға күберәк аҙыҡ-түлек табыу уйынан, Пруттың һул ярына сығырға хәл итәләр. 11 июлдә Шереметев армияһының ылаулы кавалерияһы Пруттың һул ярына сыға башлай, ҡалған ғәскәр әлегә уң ярҙа ҡалып тора. 12 июлдә генерал К. Э. Ренне 8 драгун полкы (5056 кеше) һәм 5 мең молдаван менән төрөктәр фураж һәм аҙыҡ-түлек запасы туплаған Дунайҙағы Брэил ҡалаһына юлланалар. 14 июлдә Шереметевтың бөтә армияһы Пруттың көнбайыш ярына сыға, күп тә үтмәй, улар янына Петр I ғәскәре лә килеп етә. Коммуникацияны һаҡлау һәм урындағы халыҡты тынысландырыу өсөн, Яссыла һәм Днестрҙа 9 меңгә тиклем һалдат ҡалдырыла. Урыҫ армияһының бөтә көстәре бергә тупланғандан һуң, улар Прут йылғаһы буйлап Дунайға табан хәрәкәт итәләр. 20 мең татар Прут аша аттары менән йөҙөп сығып, урыҫтарҙың тылдағы ҙур булмаған частарына һөжүм итә башлайҙар. 17 июлдә тикшереү үткәрелә, урыҫ армияһында 47 меңгә тиклем һалдат иҫәпләнә. 18 июлдә урыҫ авангарды ҙур ғына төрөк армияһының Фальчи ҡаласығы (хәҙерге Фэлчиу) янында Пруттың көнбайыш ярына сыға башлағанын белеп ҡала. Төрөк армияһы көндөҙгө сәғәт 2-лә караға теҙелеп, орудиеларынан ата-ата, йәйәүле сафтарҙа дошмандарҙың тулы ҡамауында килеш, яйлап ҡына төп көстәр яғына сигенеүсе генерал Януса фон Эберштедтың авангардына (6 мең драгун, 32 туп) һөжүм итә. Урыҫтарҙы төрөктәрҙең артиллермяһы булмауы һәм уларҙың насар ҡоралланған булыуы ҡотҡара, төрөк һыбайлыларының күбеһе ни бары ян менән генә ҡоралланған була. Ҡояш ҡалҡҡанда. төрөк армияһы сигенә, был төнгө марш менән ҡыҙыу килгән авангардҡа 19 июлдең иртәһендә армияға ҡушылырға мөмкинлек бирә.
19 июлдә төрөк кавалерияһы, 200—300 аҙым арауыҡ һаҡлап, урыҫ армияһын ҡамауға ала. Урыҫтарҙың аныҡ ҡына пландары булмай. Көндөҙгө сәғәт икелә дошманға һөжүм итеү өсөн, атакаға күсмәксе булалар, әммә төрөктәрҙең атлы ғәскәре артҡа сигенеп, яуҙы ҡабул итмәй. Петр I армияһы Прут йылғаһының түбән өлөшөндә урындашҡан була, тирә-яҡтағы ҡалҡыу урындарҙы төрөктәр баҫып алғанлыҡтан, артиллерия уларға килеп етмәгән була.
Хәрби кәңәшмәлә, оборона тотоу өсөн уңайлы позиция табыу уйы менән, Прут буйлап өҫкәрәк күсергә ҡарар ителә. Киске сәғәт 11-ҙә, артыҡ ылауҙарҙан ҡотолоп, армия түбәндәге хәрби тәртип буйынса ҡуҙғала: 6-шар параллель колонналарҙа (Януса фон Эберштедтың 4 йәйәүле дивизияһы, гвардия һәм драгун дивизияһы), улар арауығындағы колонналар араһында ылауҙар һәм артиллерия килә. Гвардия полктары һул флангыны ышыҡлап килһә, Репниндың дивизияһы иһә Прутҡа тейеп торған уң флангыла хәрәкәт итә. Төрөк атлылары яғынан яныған хәүефтән ғәскәр һалдаттар ҡулдарында күтәреп алып барған атҡыстар (рогаткалар) ярҙамында һаҡланалар.
Урыҫ армияһының юғалтыуҙары, һәләк булғандар һәм яралылар менән бергә, яҡынса 800 кешегә барып баҫа. Был мәлдә урыҫ армияһында 31 554 йәйәүле, 6692 күпселек өлөшө атһыҙ булған кавалерия, 53 ауыр ҡорал, 69 еңел 3-әр фунтлы туп иҫәпләнә[10].
20 июлдең иртәһенә соҡор-саҡырлы ерҙәр буйлап барыусы колонналарҙың тиң булмаған маршы арҡаһында, гвардияның ситке һул колоннаһы һәм Алларттың күрше дивизияһы араһында өҙөклөк барлыҡҡа килә. Төрөктәр ышыҡһыҙ ҡалған ылауға шунда уҡ һөжүм итә, фланг элекке хәленә ҡайтҡансы бик күп ылаусылар, офицер ғаиләләре ағзалары һәләк була. Бер нисә сәғәт буйы хәрби поход сафтарын аяҡҡа баҫтырғанын көтөп, армия туҡтап ҡалырға мәжбүр була. Янычарҙар артиллерияһының тотҡарланыуы арҡаһында, төрөк йәйәүлеләре урыҫ армияһын көн дауамында ҡыуып етеү мөмкинлеге ала.
Көндөҙгө 5-тәр тирәһендә үҙенең ситке уң флангаһы менән армия Прут йылғаһына барып терәлә һәм оборона тотоу Стэнилешть (рум. Stănileşti, Стэнилешть; Яссынан 75 саҡрым көньяҡтараҡ) тигән ерҙән алыҫ түгел урында туҡтай. Прут йылғаһының ҡаршы көнсығыш яҡтағы текә ярында татарҙарҙың атлы ғәскәре һәм улар менән теләктәш булған запорожец казактары күренә. Төрөктәрҙең еңел артиллерия килеп етә һәм ул шунда уҡ урыҫтарҙың позицияһына ут аса. Киске сәғәт 7-лә янычарҙар урындағы шарттар буйынса күпмелер алға киткән Алларт һәм Янус дивизиялары урынлашҡан ерҙе утҡа тота. Мылтыҡ һәм туптар уты ярҙамында баҫтырылған төрөктәр ҙур булмаған ҡалҡыулыҡтар артына йәшенә. Дары төтөнө аҫтында 80 гренадер уларға гранаталар ырғыта. Төрөктәр контратакаға күсә, ләкин атҡыстарҙың линияһында мылтыҡ залпы менән туҡтатылалар.
Поляк генералы Понятовский, төрөктәрҙең хәрби кәңәшсеһе, яуҙы шәхсән күҙәткән:
Янычарҙар… бойороҡто ла көтөп тормай, һөжүмде дауам иттеләр. Ҡырағай тауыштар сығарып, үҙҙәренең йолалары буйынса «алла», «алла», тип күмәкләшеп ҡысҡырып, улар ҡулдарына ҡылыс тотоп, дошманға ташландылар, әгәр ҙә улар алдына дошмандары атҡыстарын ҡуймаһа, әлбиттә, әлеге көслө атакала фронтты өҙөрҙәр ине. Шул уҡ ваҡытта терәп тиерлек асҡан көслө ут янычарҙарҙың дәртен һыуындырып ҡына ҡалмай, уларҙы юғалып ҡалырға һәм ҡабалан ғына сигенергә мәжбүр итә. Кегая (йәғни бөйөк вәзирҙең ярҙамсыһы) һәм янычарҙарҙың башлығы ҡылыстары менән ҡасҡындарҙы туҡтатмаҡсы һәм тәртипкә килтермәксе булалар.[11].
Бригадир Моро-де-Бразе яуҙың иң ҡырҡыу мәлдәге Петра I ҡылығы тураһында шундай яҙма ҡалдырған:
Батша үҙенең иң ҡыйыу яугирҙарынан кәм һуғышмауы тураһында шаһитлыҡ итә алам. Ул бөтә ергә лә өлгөрҙө, генералдар, офицерҙар һәм ябай һалдаттар менән яғымлы һәм дуҫтарса аралашты, йыш ҡына уларҙың постарында нимә булғаны тураһында һорашты.
Төрөктәр төндә ике тапҡыр һөжүм итеп ҡарай, әммә уларҙың һөжүме кире ҡағыла. Алыш һөҙөмтәһендә урыҫтарҙың юғалтыуҙары 2680 кеше була (750 һәләк була, 1200 яралана, 730 пленға эләгә һәм хәбәрһеҙ юғала)[10];Константинополдәге инглиз илсеһенең мәғлүмәттәре һәм бригадир Моро-де-Бразе (уға юғатыуҙар тураһында төрөктәр үҙҙәре әйтә) күрһәтмәләренә ярашлы төрөктәр 7—8 мең кешеһен юғалта.
21 июлдә төрөктәр ярымтүңәрәк ялан нығытмалары һәм артбатареяһы менән йылға яғына ҡыҫырыҡланған урыҫ армияһын ҡыҫымға ала. 160-лап ҡорал бер туҡтауһыҙ урыҫ позицияһына ут аса. Янычарҙар атакаға күтәрелеп ҡарай, әммә юғалтыуҙар менән уларҙың атакаһы кире ҡағыла. Урыҫ армияһының хәле ҡырҡыулаша, хәрби һаҡлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, уның запасы сикләнгән була. Аҙыҡ яғы электә тә наҡыҫ була, ә ҡамау оҙаҡҡа һуҙылған хәлдә, ғәскәрҙәргә аслыҡ янай. Бер кемдән дә ярҙам көтөп булмай. Лагерҙа бик күп офицер ҡатындарының үкһеп илағаны ишетелә, хатта ҡайһы ваҡыт Пётр I үҙе лә күңел төшөнкөлөгөнә бирелә , "лагерь буйлап әле тегеләй, әле былай йүгергеләй, күкрәген төйгөсләй, әммә бер һүҙ ҙә әйтә алмай[8].
Иртәнге хәрби кәңәшмәлә Пётр I үҙенең генералдары менән төрөк солтанына килешеү тәҡдим итергә тигән ҡарар ҡабул итәләр: тәҡдимдән баш тарта ҡалһалар, ылауҙарға ут төртөргә һәм «' ҡорһаҡҡа түгел, үлемгә, бер кемде ярлыҡамай һәм бер кемдән йәлләп тороу һорамай » алға ынтылырға[8]. Төрөктәргә килешеү тураһындағы тәҡдим менән торбасыны ебәрәләр. Вәзир Балтаджи Мәхмүд-паша, урыҫтарҙың тәҡдименә яуап биреп тормай, янычарҙарға һөжүмде яңыртырға ҡуша. Ләкин тегеләр ике көндә лә ҙур юғалтыуҙар кисереп, тулҡынлана башлайҙар һәм солтан тыныслыҡ яҡлы, ә вәзир уның ихтыярына ҡаршы килеп, янычарҙарҙы үлемгә ебәрә тип, тауыш күтәрәләр.
Генерал-фельдмаршала Б. П. Шереметев вәзиргә икенсе хатын ебәрә, хатта, килешеү буйынса тәҡдимде ҡабатлауҙан тыш, әгәр яуап алып булмаһа, бер нисә сәғәттән яуға күтәреләсәктәре тураһында ҡәтғи киҫәтә. Вәзир үҙенең хәрбиҙәре менән кәңәшләшкәндән һуң, 48 сәғәткә тыныслыҡ һаҡлауға килешеүен һәм һөйләшеүҙәр алып барырға риза икәнлеген белдерә.
Ҡамауҙа ҡалған армиянан төрөктәргә барыу өсөн, тәржемәселәре һәм ярҙамсылары менән бөтә вәкиллек хоҡуҡтарына эйә булған вице-канцлер Шафиров, Пётр Павлович ебәрелә. Шунда уҡ һөйләшеүҙәр башлана.
Урыҫ армияһының хәле мөшкөл булыуы тураһында Пётр I риза булған шарттар һәм уның Шафировҡа яҙған инструкцияһы буйынса фекер йөрөтөргә була;
Әлеге шарттар төрөк солтанының Рәсәйгә һуғыш иғлан иткәндә ҡуйылған шарттары менән тап килә. Вәзирҙе үҙ яҡтарына ауҙарыу өсөн ҡаҙнанан 150 мең һум аҡса бүленә, унан бәләкәйерәк күләмдәге аҡса төрөктәрҙең башҡа түрәләренә һәм хатта сәркәтиптәренә тәғәйенләнә. Риүәйәт буйынса, Петрҙың ҡатыны Екатерина Алексеевна бының өсөн үҙенең бөтә ҡиммәтле әйберҙәрен йәлләмәй, әммә ҡамауҙан сыҡҡан урыҫ армияһында ьулған дат илсеһе Юль Юст Екатеринаның бындай аҙымы тураһында бер ни әйтмәй, ләкин батша ҡатынының үҙ әйберҙәрен офицерҙарға һаҡлыҡҡа биреп торғанын һәм аҙаҡ, килешеү төҙөлгәндән һуң, кире алыуын хәбәр итә.
22 июлдә П. П. Шафиров солох тураһында килешеү менән төрөк лагерынан әйләнеп ҡайта. Был килешеү Петр көткәндән күпкә еңелерәк булып сыға:
23 июлдә солох килешеүе мисәттәр менән нығытыла, киске сәғәт 6-ла урыҫ армияһы хәрби тәртиптә һәм байраҡтарын елберләтеп, барабан ҡағып, Яссыға инәләр. Төрөктәр хәттә юлбаҫар татарҙарҙың һөжүменән һаҡлау өсөн урыҫ армияһына үҙенең кавалерияһын биреп ҡуя. Карл XII килешеүҙәр башланғанын белеү менән, унда ике яҡтың килешкән шарттарҙы белмәйенсә, шунда уҡ Бендерҙан Прутҡа юллана һәм 24 июль көнө төштән һуң төрөк лагерена килеп етә, бында ул килешеүҙе юҡҡа сығарыуҙы талап итә һәм үҙенә урыҫтарҙы тар-мар итер өсөн ғәскәр таптыра. Бөйөк вәзир уның үтенесен түбәндәге һүҙҙәр менән кире ҡаға:
«Һин уларҙы һынаның инде, беҙ уларҙы беләбеҙ. Бик теләһәң, уларға үҙ кешеләрең менән һөжүм ит, ә беҙ төҙөлгән килешеүҙе боҙмайбыҙ»[10].
25 июлдә Ренне, Карл Эвальд тың урыҫ кавалерия корпусы, тыныслыҡ урынлаштырыу тураһында килешеү төҙөлгәнен белмәй тороп, молдавандарҙың тоғро атлылары менән берлектә Брэиланы баҫып ала, әммә ике көн үткәс, уны ҡалдырырға мәжбүр була.
1711йылдың 13 авгусында урыҫ армияһы Молдавиянан сығып, Днестр аша Могилёв-Подольскийғасыға һәм Прут походын тамамлай. Дат кешеһе Расмус Эребо (Ю. Юлдең сәркәтибе) Днестрға етеп килгән урыҫ ғәскәрҙәре тураһында хәтерләүҙәренән:
«Эҫенән һәм аслыҡтан һалдаттар ҡара көйҙөләр. Ҡарайған һәм аслыҡтан үлем хәлендәге кешеләр күпләп юл буйҙарында яталар, бер кем дә яҡынына ярҙам да итә һәм ҡотҡара ла алмай, сөнки бөтәһе лә бер тигеҙ хәлдә, йәғни бер кемдә лә бер нәмә лә юҡ».
Вәзир Петр вәғәҙә иткән ришәүәтте ала алмай. 26 июль төнөндә төрөк лагерына аҡсаларҙы алып киләләр, әммә вәзир үҙе яҡлы ҡырым ханынан шикләнеп, уларҙы ҡабул итмәй. Һуңынан ул Карл XIIнең вәзирғә ҡаршы ҡуҙғатылған шиктәренән ҡурҡып алмай ҡала. 1711 йылдың ноябрендә Карл XII инглиз һәм француз дипломаттары менән берлектә алып барған аҫтыртын эштәре һөҙөмтәһендә, вәзир Мәхмүт паша солтан тарафынан алып ташланыла, ул саҡта таралған хәбәрҙәр буйынса, язалап үлтерелә.
Прут походының төп һөҙөмтәһе булып, Рәсәйҙең Азов диңгеҙенә сығыу юлын һәм күптән түгел генә төҙөлгән көньяҡ флотын юғалтыуы тора. Пётр Азов диңгеҙенән Балтикаға «Гото Предестинация», «Ластка» һәм «Шпага» кораблдәрен күсерергә теләгән була, әммә төрөктәр уға Босфор һәм Дарданелль аша үтергә рөхсәт итмәйҙәр, бынан һуң караптар Асман империяһына һатыла. Азов урыҫ армияһы тарафынан 25 йыл үткәс, Анне Иоанновне хаҡимлыҡ иткән 1736 йылдың июнендә баҫып алына.
Пётр I Днестр аръяғындағы Подолье лагерында булғанда, һәр бригадирға үҙ бригадаһының тулы исемлеген тапшырырға һәм Молдавияға һөжүм иткәндең тәүге көнөндәге, һәм бойороҡ бирелгәндән һуңғы көндәге бригада торошон билдәләргә ҡуша. Бригадир Моро-де-Бразе һүҙҙәренә ҡарағанда, батша ғали йәнәптәренең был ихтыяры үтәлә: Молдавияға һөжүм иткән ваҡыттағы 79 800 кешенең ни бары 37 515 -е генә ҡалған, һәм тағы Ренне дивизияһыны(12 июлгә ҡарата 5 мең) әлегә армияға ҡушылып өлгөрмәгән булып сыға. Ихтимал, урыҫ полктарында тәү баштан уҡ шәхси состав тулы булмағандыр, әммә был ни бары 8 мең самаһы рекрут, бының өсөн 1711 йылдың август айында Пётр I губернаторҙарға шелтә һүҙҙәрен еткерә. Бригадир Моро-де-Бразе мәғлүмәттәре буйынса, 18—21 июль көнөндәге алыш ваҡытында урыҫ армияһы генерал-майор Видеман (Видман) Иванды, 4800 кешеһен юғалта. Брэиланы алған ваҡытта Ренне Карл Эвальдтың 100-ҙән ашыу кешеһе һәләк була. Шулай итеп, поход башланып ҡына торған осорҙа урыҫ армияһының 37 мең һалдаты, башлыса, һәр төрлө ауырыуҙар һәм аслыҡ арҡаһында пленға төшкәндәр йәки һәләк булғандар, шуларҙың сама менән 5 меңе яу яланында үлтерелгән.
Уңышһыҙ кампания тамамланыу менән, Пётр I күп кенә сит ил генералдарын һәм офицерҙарын эштән бушата.
Генералдар фельдмаршал Шереметев палаткаһында йыйылғас, ул батша ғали йәнәптәре төрөктәр менән килешеү төҙөгәнлектән, шул тиклем күп һанлы генералдарға ихтыяж кисермәгәнлеген иғлан итә, һәм батша исеменән ҙур эш хаҡы түләү арҡаһында уға ауырлыҡ тыуҙырғандарын эштән бушатыуын, шулай уҡ батша ғали йәнәптәре исеменән уларға күһәткән хеҙмәттәре өсөн, бигерәк тә һуңғы поход өсөн, рәхмәт белдерә; бынан һуң ул генералдарға абшидтар таратып сыға— Бригадир Моро-де-Бразе яҙмалары (1711 йылғы төрөк походына тиклемгеләргә ҡағылышлы)
.
Генералдар Энцберг Николай Фридрих һәм Януш фон Эберштейн, генерал-лейтенанттар Берхгольц Вильгельм һәм Остен Кристиан Георг, бригадирҙар дю Боа, Моро де Бразе, граф Ламберти, шулай уҡ 14 полковник, 22 подполковник һәм башҡа офицерҙар (офицерҙарҙың бер өлөшө урыҫ армияһын үҙаллы ташлап китә, «абшидһыҙ»).
Прут килешеүенә ярашлы, Карл XII Бендерҙан ҡыуып сығара алмағас, Пётр I килешеү талаптарын үтәүҙе туҡтатырға ҡуша. Быға яуап итеп, Төркиә 1712 йылдың аҙағында Рәсәйгә тағы ла һуғыш иғлан итә, әммә хәрби эш бары 1713 йылдың июнендә Прут килешеүе шарттарына нигеҙләнгән 1713 йылда Адриан-поляк солох килешеүен төҙөгәнгә ҡәҙәр дипломатик әүҙемлек менән тамалана.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.