From Wikipedia, the free encyclopedia
Александр Михайлович Прохоров (11 июль 1916 йыл — 8 ғинуар 2002 йыл) — СССР һәм Рәсәй физигы, хәҙерге замандың физикаһының мөһим йүнәлешенә — квант электроникаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, 1964 йылда физика буйынса Нобель премияһы лауреаты (Николай Басов һәм Таунс Чарлз менән берлектә), лазер технологияларын уйлап табыусыларҙың береһе. СССР Фәндәр академияһы академигы (1966).
Австралияның Атертон ҡалаһында батша режимы эҙәрлекләүенән ҡасҡан урыҫ эшсе-революционеры Михаил Иванович Прохоров (1880—1942) һәм Мария ИвановнаМихайлова (1887—1943) ғаиләһендә тыуа. Урыҫ[6][7]. 1923 йылда ғаилә тыуған иленә ҡайта. Ағзалары 1930 — 1944 йылдарҙа ВЛКСМ ағзаһы. 1939 йылда Ленинград дәүләт университетының физика факультеты отличие менән тамамлап, СССР Фәндәр академияһының Физика институты аспирантураһына уҡырға инә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фронтҡа китә, пехотала, разведкала һуғыша, наградлана. 1944 йылда ауыр яраланғандан һуң демобилизациялана һәм ғилми эшенә ҡайта. Физика-математика фәндәре кандидаты (1947). 1950 йылдан ВКП(б) ағзаһы[8][9], 1952 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1946—1982 йылдарҙа ФИАН-да эшләй, 1954 йылдан тирбәлеүҙәр лабораторияһын етәкләй, 1968 йылдан директор урынбаҫары була. 1982 йылда СССР Фәндәр академияһының Дөйөм физика институты директоры итеп тәғәйенләнә директоры итеп тәғәйенләнә, 1998 йылға тиклем уның етәксеһе, ә һуңынан почетлы директоры була. Мәскәү дәүләт университетының Ядро физикаһы ғилми-тикшеренеү институтының радиоспектроскопия лабораторияһы етәксеһе (1954—1961). Бер үк ваҡытта МДУ-ла (1959 йылдан — профессор вазифаһында; 1980—1988 йылдарҙа физика факультетының оптика һәм спектроскопия кафедраһы мөдире) һәм Мәскәү физика-техник институтында уҡыта, унда 1971 йылдан — кафедра мөдире.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.