Оло баҙар
Истанбул (Төркиә) баҙары / From Wikipedia, the free encyclopedia
Оло баҙар, шулай уҡ Гранд баҙар, Япмалы баҙар, Ҡапалы чаршы төр. Kapalıçarşı) — донъялағы иң ҙур япмалы баҙарҙарҙың береһе. Истанбулдың иҫке өлөшөндә урынлашҡан һәм 30 700 м² майҙанды биләй. Баҙарҙың 66 урамында 4000-дән ашыу магазин урынлашҡан. Баҙарҙа көн һайын ярты миллиондан ашыу кеше, шул иҫәптән туристар була.
Оло баҙар | |
төр. Kapalıçarşı | |
Дәүләт | Төркиә |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Фатих[d] |
Урын | Истанбул |
Әҫәр заказсыһы | Мәхмәт II |
Бағышланған | Мәхмәт II |
Архитектура стиле | Мосолман архитектураһы |
Рәсми сайт | kapalicarsi.org.tr |
Оло баҙар Викимилектә |
Тауар ассортименты ифрат ҙур — зәргәр әйберҙәр һәм биҙәүестәр, антиквариат, күн-тире, текстиль, келәм-балаҫтар, туристик сувенирҙар, керамика һәм ағас әйберҙәр һ.б. Оло баҙарҙың эсендә ресторандар, ҡоҙоҡтар, фонтандар, мәсеттәр, торлаҡ биналар, хатта зыярат бар. Ғосман осоронда был баҙарҙа сауҙа менән генә түгел, иҡтисади һәм финанс операциялары менән дә шөғөлләнгәндәр, бында банктар эшләгән, биржа булған. XIX быуат уртаһына тиклем Ҡапалы чаршы ҡолдар менән һатыу итеү урыны булған.