ғалим-инженер-механик, математик From Wikipedia, the free encyclopedia
Ниғмәтуллин Роберт Искәндәр улы (17 июнь 1940 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1971), Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1991, математика, механика, информатика секцияһы), 2017 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының П. П. Ширшов исемендәге Океонология институтының ғилми етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының элекке президенты, Рәсәй Федерацияһы 3-сө саҡырылыш Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты.
Ниғмәтуллин Роберт Искәндәр улы | |
татар. Роберт Искәндәр улы Нигъмәтуллин | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Альма-матер |
Н. Э. Бауман ис. Мәскәү дәүләт техник университеты Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжәһе |
физика-математика фәндәре докторы, 1971 |
Ғилми исеме |
|
Награда һәм премиялары |
Ленин комсомолы премияһы (1973) СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1983) |
Сайт | |
Ниғмәтуллин Роберт Искәндәр улы 1940 йылдың 17 июнендә Мәскәү ҡалаһында тыуған, Тереғоловтар нәҫеленән. Татар[1].
Атаһы — Ниғмәтуллин Искәндәр Ниғмәтулла улы (Тереғолов) (1908—1980), совет ғалимы, физик, техник фәндәре докторы (1955), профессор (1955), йылылыҡ һәм атом электр станциялары буйынса хеҙмәттәр авторы. 1938—1964 йылдарҙа Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник университетында эшләй, 1964—1980 йылдарҙа В. С. Черномырдин исемендәге Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу политехник институтының йылылыҡ-энергетика ҡоролмалары кафедраһы мөдире була. Атаһы буйынса олатаһының өлкән ағаһы — Ғиниәтулла Тереғолов (1891—1984), совет табибы-терапевты, ғалим-курортолог, 1931 йылда Башҡорт медицина институтына нигеҙ һалыусы[2].
Әсәһе — Ғәзизова Ғәлиә Лотфулла ҡыҙы (1914—2005), табип. Әсәһе буйынса олатаһы, Лотфулла Абдулғәзизов башҡорт ауылы Сермәндә һәм Троицк ҡалаһында мәктәп директоры булып эшләгән, башҡорт һәм татар мәктәптәре өсөн урыҫ теле дәреслеген яҙған; Беренсе донъя һуғышы алдынан вафат булған[3].
Ағай-энеләре: Булат (1943) һәм Ниғмәтулин Рәйес Искәндәр улы (1946) — икеһе лә профессорҙар, техник фәндәре докторҙары.
Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын 1963 йылда һәм М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын 1965 йылда тамамлаған.
1965 йылдан 1986 йылға тиклем Мәскәү дәүләт университетының Механика институтында эшләй. 1970 йылдан башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1974 йылдан — лаборатория мөдире.
Механика-математика факультетында уҡыта. Физика-математика фәндәре докторы (1971), профессор (1978).
1986 йылдан Рәсәй Фәндәр Академияһының Себер бүлексәһенең Себерҙе үҙләштереү проблемалары институтының директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта Төмән ғилми үҙәгендә эшләй, Төмән университетының күп фазалы системалар Механика институтын ойоштора, кафедра мөдире була.
1987 йыл СССР Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты итеп, ә 1991 йылда — Рәсәй Фәндәр Академияһы академигы итеп һайлана.
1990—95 йылдарҙа РФА Себер бүлексәһенең Күп фазалы системалар механикаһы институты директоры.
1993 йылдан 2006 йылға тиклем — Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө фәнни үҙәге Президиумы рәйесе.
1995—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының президенты.
2006 йылдан 2016 йылға тиклем Рәсәй Фәндәр Академияһының П. П. Ширшов исемендәге Океанология институты директоры, 2017 йылдан — уның ғилми етәксеһе.
2010 йылдан — Мәскәү дәүләт университеты механика-математика факультетының тулҡын һәм газ динамикаһы кафедраһы мөдире. Шулай уҡ Төмән дәүләт университетының физика факультетының ғилми етәксеһе[4]. Йылына бер тапҡыр Төмәнгә ғәмәли математика, иҡтисад, океанология, заманса фән һәм инженерия тураһында лекциялар менән килә торған була.
2013 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының бер нисә академигы һәм ағза-корреспондентының үҙгәртеп ҡороу осрағында яңы "Рәсәй Фәәндәр Академияһы"на инеүҙән баш тартыуы тураһындағы ғаризаһына ҡул ҡуя[5].
2017 йылдың июнендә Рәсәй Фәндәр академияһы президенты вазифаһына һайланырға ниәтләнеүе хаҡында белдерә[6], август башында һайлау алды программаһы хаҡында һөйләй[7]. Уның кандидатураһы, тағы ла дүртәү менән бер рәттән, Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтендә килешеү үтә[8]. 26 сентябрҙә тауыш биреүҙең беренсе турында икенсе урынға сыға (1596 тауыштан 276 тауыш йыя) һәм А. М. Сергеев менән бергә[9]һайлауҙың икенсе турына сыға (681 тауыш). Икенсе тур һөҙөмтәләре буйынса көрәштәше А. М. Сергеевтан еңелә[10]. 2014 йылдағы кеүек үк, Рәсәй Фәндәр Академияһы Президиумы составына һайлана[11]. Әлеге ваҡытта ғилми этика буйынса Рәсәй Фәндәр академияһы комиссияһы ағзаһы.
2022 йылдың көҙөндә Рәсәй Фәндәр академияһы президентын һайлауҙа ҡатнашырға ниәтләй,[12], ләкин уның кандидатураһы Министрҙар кабинеты менән килешелмәгән була[13].
Мәскәү иҡтисади форумы эксперты[14][15].
200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 21 уйлап табыу һәм бер нисә китап авторы.
2020 йылға тиклем «Океанология» журналының баш мөхәррире, «Известия Уфимского научного центра РАН» журналының редколлегия ағзаһы.
Фәнни хеҙмәттәре йылылыҡ физикаһы, күп фазалы системалар механикаһы, акустика, яныу һәм шартлау физикаһы, ядро физикаһы һәм химик физика проблемаларына һ. б. арналған. Ниғмәтуллин тарафынан күп фазалы системалар механикаһының хәҙерге заман концепцияһы эшләнгән, күп фазалы мөхиттәрҙең хәрәкәтен тасуирлау өсөн арауыҡта уртасалау нигеҙләнгән; яйлатып кокслау ҡулайламаһындағы углеводород сеймалын йылытыу өсөн тәғәйенләнгән торба һымаҡ мейестәрҙең коксландырыу механизмы асыҡланған (В. Ш. Шаһапов һ. б. менән берлектә), интенсив акустик тәьҫир аҫтында шыйыҡлыҡ ҡыуыҡсалары эсендәге газдың үтә ныҡ ҡыҫылыуы ысулы (Шаһапов, И. Ш. Әхәтов һ. б. менән берлектә) һ. б. уйлап табылған.
Ниғмәтуллин тарафынан эшләнгән моделдәр һәм иҫәпләп сығарыу методикалары яңы техника объекттарын проектлағанда, атом энергетикаһы ҡулайламаларында, үткәргес торба транспортында һ. б. янар һәм янмаусы системаларҙың ике фазалы ағымы булған ҡоролмаларында авария ситуацияларын анализлау һ. б. өсөн файҙаланыла.
Ниғмәтуллин күп фазалы мөхиттәр механикаһы өлкәһе буйынса ғилми мәктәп аса.
Р. И. Ниғмәтулиндың уҡыусылары араһында 23 фән докторы, 50 фән кандидаты, 3 академик институттар директоры, 1 Рәсәй Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты.
1995—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1—2‑се саҡырылыш депутаты итеп һайлана. 1999 йылда Башҡортостан Республикаһының Киров бер мандатлы һайлау округы буйынса, һайлаусылар тарафынан туранан-тура тәҡдим ителеп, РФ Дәүләт думаһының 3‑сө саҡырылыш депутаты итеп һайлана. «Рәсәй төбәктәре» депутат төркөмө ағзаһы, Экология буйынса комитет ағзаһы, Юғары экология советы рәйесе була.
Бөтә донъя татарҙары конгресы (2017 йылдың авгусы, Ҡазан) съезында «Милли шура» милли советы ағзаһы итеп һайлана[1].
Өйләнгән, улы Ниғмәтуллин Таһир (1969 йылғы) һәм ҡыҙы Кәримә (1984 йылғы)[21]. Мауығыуҙары: рус һәм сит ил әҙәбиәте, башҡорт шиғриәте, автомобилдә йөрөү, сәйәхәт итеү.
дня))
Алдан килеүсе: Толстиков Генрих Александрович |
Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге рәйесе 1993—2006 |
Һуңынан килеүсе: Юнысов Марат Сабирович |
Алдан килеүсе: Кайбышев Оскар Акрамович |
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы президенты 1995—2004 |
Һуңынан килеүсе: Илһамов Марат Әҡсәнович |
Алдан килеүсе: Лаппо Сергей Сергеевич |
Рәсәй Фәндәр Академияһының П. П. Ширшов исемендәге Океанология институты директоры 2006—2016 |
Һуңынан килеүсе: Соков Алексей Валентинович (и. о.) |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.