Йомро селәү, йәки немато́далар (лат. Nematoda, Nematodes) — бер төркөм йомро селәүҙәр, күптәре гельминтоз ауырыуҙарына сәбәпсе; ҡара: гельминтоз[1];
йомро селәүсендәрҙең бер төркөмө[2]. Хәҙерге ваҡытта 24 мең паразит төрө билдәле[3], әммә төрлө иҫәпләүҙәр уларҙың төрө миллиондан артыҡ тип күрһәтә[4].Нематодалар хайуандар батшалығында, бөжәктәрҙән ҡалышып төр күплелеге буйынса икенсе урында тора.
Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Нематодалар |
Heterodera glycines) |
Фәнни классификация |
---|
арауыҡтағы ранг
Суб-батшалыҡ: | Эуметазойҙар |
|
Халыҡ-ара фәнни исеме |
---|
Nematoda Rudolphi, 1808
|
Синыф |
---|
|
|
|
Ябырға
Нематодалар тупраҡта, сөсө һыуҙа, диңгеҙ һыуында тереклек итә, 1 м³ -ҙа уларҙың иҫәбе 1 миллиондан артыа китергә мөмкин. Экосистемала уларҙың әһәмиәте ҙур. Улар үҫемлектәрҙә нематод ауырыуҙарын, кеше һәм хайуандарҙа немотодоз ауырыуҙарын барлыҡҡа килтерә. Зарарланған үҫемлектәрҙең тамыры боҙола. Һабаҡ нематодалары менән зарарланған үҫемлектең һабағы сатнап ярыҡлана, япраҡтары тишкәләнә. Организмға эләккән паразиттар йоғошло ауырыуҙар тыуҙыра.
Кеше организмында паразитлыҡ итеүсе йомро селәүҙәр араһында иң таралғандары: аскаридалар, бабасыр, трихинелла, анкилостома, ришта. Уларҙың күкәйҙәре һыу һәм аҙыҡ менән кеше организмына шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәмәгәндә килеп эләгә. Уларҙы организмдан сығарыу өсөн көрәш алып барырға кәрәк. Тышҡы тирә-яҡта уларҙы юҡ итеү өсөн медик, социаль-санитар һәм агротехник саралар үткерелә[5].