From Wikipedia, the free encyclopedia
Наровчатов Сергей Сергеевич (3 октябрь 1919 йыл — 22 июль 1981 йыл) — урыҫ совет шағиры, тәнҡитсе һәм журналист, хәрби корреспондент. Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979). 1943 йылдан — ВКП(б) ағзаһы.
Наровчатов Сергей Сергеевич | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 3 октябрь 1919[3][1][4] |
Тыуған урыны | Хвалынск[d], Һарытау губернаһы[d], Совет Рәсәйе[3] |
Вафат булған көнө | 22 июль 1981 (61 йәш) или 27 июль 1981[4] (61 йәш) |
Вафат булған урыны | Коктебель[d], Феодосия ҡала советы[d], Ҡырым өлкәһе[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | Шәкәр диабеты |
Ерләнгән урыны | Кунцево зыяраты[d] |
Балалары | Ольга Сергеевна Наровчатова[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | шағир, журналист, публицист |
Биләгән вазифаһы | баш мөхәррир[d] |
Уҡыу йорто |
А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты Мәскәү философия, әҙәбиәт һәм тарих институты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | өлкән лейтенант[d] һәм Капитан |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы һәм Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) |
Сәнғәт йүнәлеше | социалистик реализм[d] |
Ойошма ағзаһы | СССР Яҙыусылар союзы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Сергей Сергеввич Наровчатов 1919 йылдың 3 октябрендә Хвалынск (хәҙер һарытау өлкәһе), ҡалаһында тыуған. бала сағы Мәскәүҙә уҙа, 1933 йылда әсәһе менән Магаданға күсеп китә (атаһы төрмәлә ултыра). Магаданда 1-се урта мәктәпте тамамлай (иң боронғо мәктәп, хәҙер — Н. К. Крупская исемендәге лицей).
1941 йылда Философия, әҙәбиәт һәм тарих (МИФЛИ) һәмА. М. Горький исемендәге Әҙәби институттарын тамамлай.
Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнаша. 1941 йылдың декабренән алып — хәрби хәбәрсе, 1942 йылдың авгусынан — корреспонденттары-гәзите ойошторған «Отважный воин» гәзите (2-се удар армияһы) корреспонденты, өлкән лейтенант, капитан[5].
1971 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы секретары һәм РСФСР Яҙыусылар союзы Мәскәү бүлексәһенең беренсе секретары. 1972 йылда «Совет шиғриәтенең тере традициялары» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[6]. КПСС-тың Мәскәү ҡала комитеты ағзаһы, РСФСР Юғары Советы депутаты.
1974—1981 йылдарҙа — «Яңы донъя» журналының баш мөхәррире.
1981 йылдың 22 июлендә Коктебелдә диабет ауырыуынан вафат була (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — Феодосияла)[7]. Мәскәүҙә Кунцев зыяратында ерләнгән.
1935 йылда «Колымская правда» гәзитендә тәүге шиғыры баҫтырыла.
Беренсе профессиональ баҫмаһы — «Семен Дежнев» шиғыры («Октябрь» журналы, 1941 йыл).
Һуғыш темаһы — Наровчатов ижадының төп темаһы.
Төрлө жанрҙарҙа 40-тан ашыу китап авторы: шиғриәт, проза, әҙәбиәт ғилеме, тәнҡит, публицистика һәм башҡалар.
Уның тәүге шиғырҙар йыйынтығы («Костер») Мәскәүҙә 1948 йылда нәшер ителә. Шунан һуң «Азатлыҡ һалдаттары»(«Солдаты свободы», 1952), «Талапсан юлсы» («Взыскательный путник», 1963).
Артабанғы китаптарында ла («Четверть века», 1965; «Через войну», 1968; «Знамя над высотой», 1974; «Боевая молодость», 1975 «Фронтовая радуга» поэмаһы, 1979) һуғыш темаһы иң мөһим темаларҙың береһе булып ҡала).
Башҡа шиғырҙар йыйынтыҡтары: «Пёс, девчонка и поэт» (1965); «Полдень» (1969); «Ширь» (1979); «Пролив Екатерины» поэмаһы (1956).
Китаптар авторы: «Ғәҙәти булмаған әҙәбиәт ғилеме» («Необычное литературоведение», 1970); «Атлантида һинең менән йәнәш. Тәнҡит, бәхәс, уйланыуҙар» «Атлантида рядом с тобой. Критика, полемика, размышления», (1972), «Беҙ тормошҡа инәбеҙ: Йәшлек китабы» («Мы входим в жизнь: Книга молодости», 1978) һәм башҡа әҙәби-тәнҡит һәм публицистик әҫәрҙәр.
Наровчатов 1973 йылдың 31 авгусында «Правда» гәзитенә Солженицын һәм Сахаров тураһындағы бер төркөм совет яҙыусыларының хатына ҡул ҡуя.
1982 йылда Магаданда 1-се Пролетар тыҡрығы Наровчатов урамы тип үҙгәртелә, 1992 йылда унда мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.
1984 йылда Мәскәүҙәге Төҙөүселәр урамы, 1-се корпус, 4 -се йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.