From Wikipedia, the free encyclopedia
Мөнафиҡ (ғәр. مُنَافِق; рус. Мунафик) — ислам термины, ул ике йөҙлөлөктө аңлата. Мөнафиҡ тышҡы яҡтан үҙен тәҡүә мосолман итеп күрһәтә, ләкин иманһыҙ булып ҡала. Монафиҡтар тураһында бер нисә Ҡөрьән аятында телгә алына.
Мөнафиҡ | |
ғәр. نفاق | |
Төп тема | Nifak[d] |
---|---|
Менән бәйләнештә | Anger of God in Islam[d] |
Нимә менән тоташа | Көфөрлөк, ширк һәм Рыялыҡ |
Тасуирлау биттәре | oxfordreference.com/disp… |
Тулы мәғлүмәт өсөн URL |
corpus.quran.com/qurandi… qurananalysis.com/… |
Вики-проект | Проект:Ислам[d] |
Өлөшләтә тура килә | Кафыр һәм многобожник[d] |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ғәрәп һүҙе «мүнәфиҡун» нәфиҡә' һүҙенән килеп сыҡҡан, ул һуҡыр сысҡандың бер тишектән инеп, икенсе тишектән сығып ҡасыуын аңата. Дин буйынса, ике йөҙлөләр исламға бер яҡтан инәләр, икенсе яҡтан сығып китәләр[1].
Мөхәммәт Пәйғәмбәр заманында Мәҙинәлә Ғабдуллах ибн Ғөбәй етәкселегендәге «ике йөҙлөләр партияһы» булған. Улар ислам динен ҡабул иткән булып ҡыланған, әммә мосолмандарға ҡаршы эшләгән. Уларҙың Мәҙинә ҡалаһы янындағы Күбә биҫтәһендә «Мәсжид әд-Дирәр» (Талаш мәсете) һалып, үҙәк ойошторорға тырышыуы уңышһыҙлыҡ менән тамамлана. Ғабдуллах ибн Ғөбәй үлгәндән һуң Мөхәммәт Пәйғәмбәр уға йыназа уҡый, әммә шунан һуң уға мөнафиҡтарға ҡарата быны эшләүҙе тыйған аят иңә[2][3].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.