Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты From Wikipedia, the free encyclopedia
Мәскәү дәүләт педагогия университеты — 11 институт, 4 факультет һәм филиалды үҙ эсенә алған рәсәй уҡыу һәм ғилми учреждениеһы[3][4] (2015 йылда М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университеты ҡушылғандан һуң филиалдар һаны 9-ға тиклем артты[5]).
Мәскәү дәүләт педагогия университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1872 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Московский педагогический государственный университет |
Ҡыҫҡаса атамаһы | МПГУ |
Кем хөрмәтенә аталған | Андрей Сергеевич Бубнов[d] һәм Ленин Владимир Ильич |
Девиз тексы | Верен традициям, открыт инновациям |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Мәскәү |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Мәскәү, Рәсәй |
Алыштырған | М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университеты[1] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | mpgu.edu |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 220 000 ± 999[2] |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели МПГУ[d] |
Мәскәү дәүләт педагогия университеты Викимилектә |
Ҡыҫҡартылған исеме — МДПУ, тулы рәсми исеме — «Мәскәү дәүләт педагогия университеты» юғары белемдең федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы
Рәсәй президенты Указына ярашлы, 2009 йылдың 2 февралендә Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының айырыуса ҡиммәтле мәҙәни мираҫ объекттары Дәүләт йыйынтығына индерелде.
Мәскәү педагогия дәүләт университетының тарихы 1872 йылдан башлана, ошо йылды Мәскәү юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарына (МВЖК) нигеҙ һалына, һәм ул 1918 йылға тиклем эшләй (1888—1900 йй. эшмәкәрлеге туҡталып тора).
1918 йылда Мәскәү юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстары (МВЖК) Икенсе Мәскәү дәүләт университеты (МДУ II) тип үҙгәртелә.
1930 йылда 2-се Мәскәү Дәүләт университеты өс үҙ аллы юғары уҡыу йортона бүленә, улар араһында университет вариҫы тип һаналған Мәскәү дәүләт педагогия институты ла була. --
1932—1938 йылдарҙа исеме булып йөрөһә институт А. С. Бубнов исемен, 1941—1997 йылдарҙа — В И. Ленин исемен йөрөтә.
1990 йылда МДПИ университет статусын һәм хәҙерге исемен ала.
Рәсәйҙәге университет программалы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн беренсе уҡыу йорто. Мәскәү университеты профессоры В. И. Герье нигеҙ һалған.
Курстар 1872 йылдың 1 ноябрендә асыла. Уҡытыу программаһы башта ике йыллыҡ була, 1876/77 уҡыу йылынан өс йыллыҡ булып китә. Һөнәрҙәргә бүлеү бөтөнләй ҡаралмаған тиерлек була, тарих-филология фәндәре өҫтөнлөклө була. Герье курстарын тамамлау бер ниндәй ҙә формаль хоҡуҡтар бирмәгән.
Курстар I Мәскәү ир-егеттәр гимназияһы бинаһында эшләгән (1872—1873), һуңынан Пречистенкалағы Политехник күргәҙмә музейында (1873—1877) һәм Политехник музей өсөн махсус төҙөлгән бинала (1877—1888) эшләгән.
Ул ваҡыт буйынса курстарҙа тыңлаусылар һаны ярайһы юғары була: 80-се йылдар уртаһына уларға 200-ҙән ашыу кеше йөрөй.
1886 йылда Халыҡ мәғарифы министрлығы курсҡа ҡабул итеүҙе тыя, 1888 йылда улар ябыла.
1886 йылдан (Герье курстарына ҡабул итеү туҡтатылғандан һуң) Политехник музейҙа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым циклдар буйынса системалы рәүештә уҡылыусы «һәр кем тыңлай алған дөйөм лекциялар» ойошторола. Лекцияларҙы башлыса бынан алда курстарҙа эшләгән элекке профессорҙар уҡый, һәм лекциялар шул уҡ бүлмәләрҙә үтә. «Дөйөм лекциялар», хөкүмәт уларҙы япҡанға, 1892 йылға, тиклем дауам итә.
Шул уҡ 1886 йылдан йәшәй Мәскәү тәрбиәселәре һәм уҡытыусылары йәмғиәте ойошторған һәм тәбиғи фәндәр яғына йүнәлтелеүе менән айырылып торған «коллектив дәрестәр» эшләгән. 1892 йылда «Дөйөм уҡыуҙар» уҡытыусыларының һәм тыңлаусыларының күпселек өлөшө, 1900 йылда яңынан Мәскәү юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстары асылғандан һуң, үткәрелгән "коллектив дәрес"тәргә ҡушыла.
Мәғариф халыҡ комиссариатының 1918 йылдың 16 октябрендәге ҡарары менән Курстар составында өс факультет: тарих-филология, физика-математика һәм медицина факультеттары булған 2-се Мәскәү дәүләт университеты итеп үҙгәртелә. 1921 йылда 2-се Мәскәү дәүләт университетында киләсәктә уның йөҙөн билдәләйәсәк педагогия факультеты ойошторола.
1930 йылда 2-се Мәскәү университеты нигеҙендә өс үҙ аллы институт ойошторола:
Һуғыш йылдарында МДПИ уҡытыу һәм фәнни эшен дауам итә, 1941 йылдың 17 октябренән 17 ноябренә тиклем, баш ҡалаға ҡамау ҡурҡынысы янаған ваҡытта, бер аҙ туҡталып тора. Һуғыш баланғанлыҡтан, уҡыу планы һәм программалар яңынан ҡарала, һәм ҡыҫҡартылған 3 йыллыҡ уҡытыуға күсерелә. Күп кенә студенттар һәм уҡытыусылар, МДПИ аспиранттары фронтҡа китә. Уларҙың дүртеһе Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ: А. Ф. Акимов, В. Л. Белик, Д. Ф. Жмуровский, Н. Ф. Рубцов. 1944 йылда МДПИ эргәһендә Юғары педагогик курстар асыла, шул саҡта институтты факультеттарында диссертация яҡлау хоҡуғын ала.
Һуғыш йылдарында МДПИ-ға Мәскәү дефектология институты ҡушыла (уның нигеҙендә МДПИ-ла дефектология факультеты булдырыла) һәм К. Либкнехт исемендәге Мәскәү индустриаль-педагогия институты(1923 йылда нигеҙ һалына, 1943 йылда МДПИ-на ҡушыла). Шул ваҡыттағы үҙгәртеп ҡороу Мәскәүҙең башҡа педагогик уҡыу йорттарына ла ҡағылды: Мәскәү художество уҡытыусылары институты һәм Мәскәү сит ил телдәре уҡытыусылары институтының сит ил телдәре институты Мәскәү ҡала педагогия институтының факультеттарына әйләнде (1946 йылдан алып — В. П. Потёмкин исемендәге МДПИ).
1960 йылда МДПИ-на В. П. Потёмкин исемендәге Мәскәү ҡала педагогия институты ҡушыла.
1972 йылда МДПИ үҙенең 100 йыллығын билдәләне. Юбилейға арнап, открыткалар йыйылмаһы, «Ленинец» гәзитенең махсус һаны һәм институт тамғалары сығарыла.
1990 йылдың 1 авгусында В. И. Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институты В. И. Ленин исемендәге педагогия университеты итеп үҙгәртелә. (Халыҡ мәғарифы буйынса СССР Дәүләт Комитетының 1990 йылдың 1 авгусы 543-сө Бойороғо).
РФ Мәғариф һәм фән Министрлығының 2011 йылдың 23 майындағы бойороғо менән Юғары профессиональ белем биреү дәүләт учреждениеһы «Мәскәү дәүләт педагогия университеты» Федераль юғары һөнәри белем биреү дәүләт бюджет учреждениеһы «Мәскәү дәүләт педагогия университеты» итеп үҙгәртелде.
2012 йылдың ноябрендә Рәсәй мәғариф һәм фән министрлығы МПДУ-н "һөҙөмтәһеҙлек билдәһенә торошло юғары уҡыу йорто исемлеге"нә индерҙе. МПДУ-ң рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, университетты был исемлеккә индереү техник хата арҡаһында тиелә, әммә был хата аныҡ ҡына аңлатылмай. Мәсьәләне хәл итеү йомғаҡтары буйынса министрлыҡ университет эшмәкәрлеген оптималләштереү мохтажлығы кәрәклеген таныны.
2014 йылда агентлыҡтын «Эксперт РА» агентлығы юғары уҡыу йортон Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең иң яҡшы юғары уҡыу йорттары исемлегенә индерҙе, һәм уға «D» рейтинг класы бирелде[6].
2015 йылдың февралендә етәкселеге исемендәге М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университеты һәм МПДУ етәкселеге Рәсәй мәғариф һәм фән министры Д. В. Ливановҡа ике университетты ҡушыу тәҡдиме менән сығыш яһаны[7][8]. РФ мәғариф һәм фән министрлығы тейешле комиссия ултырышында ҡушылыуҙы бер тауыштан хупланы. Мәскәү ҡалаһының Мәғариф департаментында ла үҙгәртеп ҡороуҙы хупланылар[9].
2019 йылда «Университеттарҙың өс миссияһы» Халыҡ-ара рейтингында[10] 1101—1200 урында һәм 2020 йылда — РАЭКС версияһы буйынса Рәсәй вуздары рейтингында 38-се урында[11].
Университеттың төп корпусы Малая Пироговская урамы, 1-се йорт, стр. 1, төҙөлөшө 1913 йылда тамамланған. Бина махсус уҡыу йорто— Мәскәү юғары ҡатын-ҡыҙҙар курсы бинаһы булараҡ проектлана. Әлеге ваҡытта унда филология факультеты, шулай уҡ ректорат һәм университеттың төп үҙәк хеҙмәттәре урынлашҡан.
Мөһимлеге буйынса икенсе урында Вернадский проспекты, 88-се йортта урынлашҡан гуманитар факультеты корпусы (КГФ) тора. Унда МПДУ-ның түбәндәге институттары һәм факультеттары урынлашҡан: Балалыҡ институты, Сит ил телдәре институты, Социаль-гуманитар белем институты, Физик культура, спорт һәм сәләмәтлек институты, Тарих һәм сәйәсәт институты, Халыҡ-ара белем биреү институты. Бина 1970-се йылдар аҙағынан башлап төҙөлә, 1990 йылда асыла.
МПДУ-ның иң иҫке корпусы — Несвижский тыҡрығы, 3-сө йортта урынлашҡан химия факультеты бинаһы, ул 1798 йылда торлаҡ йорт булараҡ төҙөлгән.
МПДУ-ның Мәскәүҙең төрлө райондарындағы 13 корпусында урынлашҡан 11 институты һәм 4 факультетында 14 меңгә яҡын студент уҡый. Сит ил студенттары ла уҡытыла. Рәсәй ҡалаларында бер нисә филиалы бар.
Университет бөтә мәктәп предметтары буйынса уҡытыусылар, дефектологтар, социологтар, журналистар, юристар, психологтар һ. б. әҙерләй. МПДУ-да әҙерлектең ҡайһы бер йүнәлештәре буйынса бакалавр һәм магистр дәрәжәһе алырға мөмкин. Иң яҡшы студенттарға РФ Президенты, РФ Хөкүмәте, А. Ф. Лосев, П. С. Новиков стипендиялары тәғәйенләнә.
МПДУ-да 32 диссертация, шуның 22 докторлыҡ диссертацияһы советы. Фәндең 13 тармағы буйынса фундаменталь һәм ғәмәли фәнни тикшеренеүҙәр әүҙем алып барыла. МПДУ китапханаһында ҡиммәте буйынса уникаль баҫмалар бар; дөйөм фонды — 2 миллион тирәһе китап. Иң боронғо һәм иң ҙур юғары уҡыу йорто китапханаһы.
Юғары уҡыу йортон төрлө йылдарҙа тамамлаусылар араһында — педагогтар, ғалимдар, журналистар, яҙыусылар, сәйәсмәндәр, администраторҙар, бардтар (Юрий Визбор һәм Юрий Ряшенцев, 1953 йылда МДПИ Гимнын яҙҙылар, Юлий Ким, Ада Якушев һ. б.; улар арҡаһында юғары уҡыу йортон шаяртып «Московский государственный поющий институт» тип атайҙар).
МПДУ составына түбәндәге институттар инә[3]:
МПДУ составына уға ҡушылған М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының 8 филиалы инә:
2012 йылда МПДУ һөҙөмтәһеҙ юғары уҡыу йорттары исемлегенә индерелгәйне[21].
2015 йылда МПДУ-ның Брянск, Краснодар һәм Ульяновск[4] филиалдары ябылды. Интернет-киң мәғлүмәт саралары «73online.ru» мәғлүмәттәре буйынса, ульяновск филиалы Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы[22] тикшереүе һөҙөмтәһендә насар күрһәткестәр асыҡланыуы арҡаһында ябылды.
2015 йылда Рәсәй мәғариф һәм фән министрлығы МПДУ-ның Новосибирскиҙағы һуңғы филиалы һөҙөмтәһеҙ тип танылды. Филиал 2017 йылда ябылды[23].
2012 йылдың ноябрендә Андрей Андриянов һәм Владимир Торҙарҙың диссертация яҡлауы буйынса Мәскәү педагогия дәүләт университетының Д 212.154.01 диссертация советында (совет етәксеһе — тарихсы Данилов Александр Анатольевич) плагиат күп булыу, шулай уҡ был диссертация советында яҡлаусыларҙың баҫмалары исемлегендә ҡайһы бер диссертацияларҙа фальсификациялар табылыуы сәбәпле янъял ҡуба.
Журналист тикшереүе[24] советта яҡланған башҡа күп диссертациялар ҙа ла проблема булыуын күрһәтте (плагиат, баҫылмаған мәҡәләләргә һылтанмалар[25]). «Диссернет» селтәр эксперт берләшмәһе баһалауынса, был диссертация советында «90 алдаҡсы яҡлау» табыла[26].
2013 йылдың 31 ғинуарында диссертация советы эшмәкәрлеген тикшергән Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән министрлығы комиссияһы башҡарылған эш буйынса йомғаҡлау доклады баҫтырып сығара: «Ғилми дәрәжәләр биреү тәртибе тураһындағы Положение»ны боҙоп яҡлаусы кешеләрҙең ғилми дәрәжәләренән мәхрүм итеүҙе тәҡдим итә, һәм Рәсәй Федерацияһында ғилми дәрәжәләр биреү системаһының торошо тураһында һығымта сығара[27]. Шул уҡ докладта Александр Даниловты ғилми дәрәжәләр биреү менән бәйле вазифаға ҡуйыу тыйыла тиелә[28]. 2013 йылдың 1 февралендә А. А. Данилов МПДУ-ынан ҡыуыла [29]. 2013 йылдың 18 февралендә мәғариф һәм фән министры был диссертация советында дәрәжәләр алған 11 кешене ғилми дәрәжәләренән мәхрүм итеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуя[30]. 20 февралдә Мәғариф һәм фән министрлығы бойороғо менән диссертация советы эшмәкәрлеге туҡтатыла[31].
2013 йылдың 8 июлендә, ғауға менән бәйле, МПДУ ректоры Матросов Виктор Леонидович вазифаһынан төшөрөлә[32].
2016 йылдың июленә ҡарата «Диссернет» проекты МПДУ-да яҡланған 95 диссертация тексында академик этиканы боҙоу билдәләрен таба һәм 10-дан артыҡ МПДУ уҡытыусыһының шуға оҡшаш диссертацияға эйә булыуы асыҡлай[33].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.