Муҡшы теле
From Wikipedia, the free encyclopedia
Муҡшы теле (үҙатамаһы: мокшень кяль) — фин-иҙел төркөмөнә ҡараған фин-уғыр теле, урал ғаиләһенә ҡарай; Муҡшы лар теле. Муҡшы теленә иң яҡыны эрзә теле һанала, әммә фонетик төҙөлөшөндә, лексикаһы һәм грамматикаһында етди айырмаһы булғанлыҡтан, был телдәрҙе йөрөтөүселәрҙең бер-береһен аңлап һөйләшеү мөмкинлеге юҡ. Мордва Республикаһында муҡшы теле эрзә һәм рус телдәре менән бер рәттән рәсми тел булып тора, әммә уны эш башҡарыуҙа ҡулланыуҙың юридик базаһын һәм нормаларын көйләү ҡабул ителмәгән.
Муҡшы теле | |
эрз. Мокшень кяль | |
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Барлыҡҡа килгән | Мордовия Республикаһы, Түбәнге Новгород өлкәһе, Пенза өлкәһе, Татарстан Республикаһы, Башҡортостан Республикаhы, Һамар өлкәһе, Һарытау өлкәһе, Ырымбур өлкәһе, Рязань өлкәһе һәм Тамбов өлкәһе |
Тел төрҙәре | SVO[d], SOV[d], номинатив-аккузатив тел[d] һәм агглютинатив телдәр |
Яҙыу | Кирил алфавиты |
Телдә һөйләшеүселәр | 2025 кеше (2010)[2] |
Телдең ЮНЕСКО статусы | 3 юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҫтында[d][3] |
Ethnologue каталогында тел статусы | 6b Threatened[d][4] |
Тасуирлау биттәре | uralic.clld.org/language… |
Викимедиа проекттарында тел коды | mdf |
![]() |
Муҡшы теле, күп суффикстар ҡулланған агглютинатив телдәргә ҡарай. Муҡшы телендә род категорияһы юҡ. Күрһәтеү килеш менән үҙгәреүен киң ҡулланыу йыш ҡына постпозитив артикль менән сағыштырыла (мәҫ.: аля — «ир-егет», алясь — «был ир-егет»; ванома — «көҙгө», ваноматне — «был көҙгөләр»). Муҡшы теле, шулай уҡ башҡа фин-уғыр телдәренә хас (мәҫ.: сёрмазе — «минең хат», сёрмаце — «һинең хат», сёрмац — «уның хаты») булған, үҙенсәлекле эйәлек килеш системаһына эйә. Муҡшы теле бай килеш системаһына эйә. Хәҙерге заманда ҡулланылған 12 килештән тыш, һирәк ҡулланылған һәм иҫкергән тип 20-нән ашыу килеш иҫәпләнә. Хәҙерге телдә 4 ҡылым ваҡыты: хәҙерге-киләсәк, ике үткән заман һәм киләсәк ҡатмарлы ваҡыттары ҡулланыла. Һинд-европа төркөмө өсөн хас эйә булыу ҡылымы юҡ, уның урынына рус теленә оҡшаған «(у) меня есть» (мәҫәлән: монь кафта кудне — «у меня есть два дома» «минең ике йортом бар») алмаштарҙың эйәлек килеше ҡулланыла. Модаль ҡылымдарҙың булмауы айырым ҡылым ялғауҙарын ҡулланыу иҫәбенә тулылана (мәҫ. молемс — «барырға», молевомс — «барыу хәлендә булыу», мон аф молеван — «мин бара алмайым»). Бары тик уғыр телдәренә генә хас ҡылымдың объектһыҙ («күсемһеҙ») һәм объектлы («күсемле») зат, һан, заман менән үҙгәреүе менән (мәҫ.: келькте — «һине яратам», кундасайн — «уларҙы тотам») айырыла.