Меркурий
From Wikipedia, the free encyclopedia
Меркурий (символы: ) — Ҡояш системаһында Ҡояшҡа иң яҡын планета, һәм ул ер төркөмө планеталарының иң бәләкәйе. Күк буйлап башҡа платеналарға ҡарағанда йәһәтерәк хәрәкәт иткәнгә күрә, ул боронғо Римдең сауҙа аллаһы — етеҙ Меркурий хөрмәтенә шулай атала. Уның Ҡояш тирәләй әйләнеү ваҡыты ни бары 87,97 ер тәүлеген тәшкил итә, был Ҡояш системаһындағы бөтә планеталарҙың әйләнеше менән сағыштырғанда бик бәләкәй.
Меркурий | ||||
Меркурий («Мессенджера» фотоһы) | ||||
Меркурий тәбиғи төҫөндә («Маринера-10» фотоһы) | ||||
Орбита характеристикалары | ||||
---|---|---|---|---|
Эпоха: J2000.0 | ||||
Перигелий |
46 001 210 км | |||
Афелий |
69 816 927 км | |||
Ҙур ярымкүсәр (a) |
57 909 068 км | |||
Орбитаның эксцентриситеты (e) |
0,2056303 | |||
Әйләнеүҙең сидерик периоды |
87,969 көн[1] | |||
Әйләнеүҙең Синодик периоды |
115,88 көн | |||
Орбита тиҙлеге (v) |
47,87 км/с | |||
Уртаса аномалия;(Mo) |
174,795884° | |||
Ауышлығы (i) |
7,00° эклиптика яҫылығына ҡарата | |||
Долгота восходящего узла (Ω) |
48,330541° | |||
Перицентр аргументы (ω) |
29,124279° | |||
Юлдаштары |
нет | |||
Физик характеристикалар[2] | ||||
Экватор радиусы |
2439,7 км | |||
Уртаса радиус |
2439,7 ± 1,0 км | |||
Ҙур түңәрәк оҙонлоғо |
15 329,1 км | |||
Өҫлөк майҙаны (S) |
7,48·107 км² | |||
Күләме (V) |
6,08272·1010 км³ | |||
Массаһы (m) | ||||
Уртаса тығыҙлығы (ρ) |
5,427 г/см³ | |||
Экваторҙа есемдең тотҡарһыҙ төшөүе тиҙлеге (g) |
3,7 м/с² | |||
Икенсе космик тиҙлек (v2) |
4,25 км/с | |||
Экваторҙа әйләнеү тиҙлеге |
10,892 км/сәғ | |||
Әйләнеү периоды (T) |
58,646 көн (1407,5 сәғ) | |||
Күсәр ауышлығы |
0,01° | |||
Прямое восхождение северного полюса (α) |
18 ч 44 мин 2 с | |||
Төньяҡ полюс ауышлығы (δ) |
61,45° | |||
Альбедо |
0,119 (Бонд) | |||
Температура | ||||
| ||||
0°N, 0°W |
| |||
85°N, 0°W |
| |||
Атмосфера | ||||
Атмосфера баҫымы |
~10−15;bar | |||
42,0 % кислород 29,0 % натрий 22,0 % водород 6,0 % гелий 0,5 % калий 0,5 % остальные (вода, азот, ксенон, криптон, неон, кальций, магний)[1][4] |
Меркурий астероидтар орбитаһынан эстә ята, шуға уны Ҡояш системаһының эске планетаһы тип атайҙар. 2006 йылда Плутонды планеталар статусынан мәхрүм иткәс Меркурий иң бәләкәй планета булып ҡалды. Меркурий өҫтөнә ҡояш нурҙары Ер йөҙөнә ҡарағанда туғыҙ тапҡыр артығыраҡ төшә. Планетаның ҡояш нурҙарынан һаҡлай торған атмосфера ҡатламы юҡ. Көндөҙ температура +429С етә. Был Ҡояш систкмаһындағы иң эҫе урындарҙың береһе. Төндә температура −180С төшә.
Был планета Ҡояш тирәләй яҡынса 88 көн (Ер тәүлеге) әйләнә.
Тышҡы күренеше менән Меркурий Айҙы хәтерләтә, уның өҫтө лә кратерҙар менән телгәләнгән. Меркурийҙың юлдашы (Айы) юҡ, шуға төнөн ҡараңғы. Атмосфераһы бик һирәк. Планетаның тимер төшө булғанға, Ерҙекенән 0,1 тәшкил иткән магнит ҡыры бар.Меркурийға ике йыһан аппараты килә: 1974 һәм 1975 йылдарҙа уның менән йәнәш «Маринер 10» оса, ә 2008 йылдан 2015 йылға тиклем MESSENGER тарафынан тикшерелә. Һуңғыһы 2011 йылда планета тирәләй орбитаға сыға һәм дүрт йыл эсендә уның тирәләй 4000-дән ашыу боролош яһап, 2015 йылдың 30 апрелендә яғыулыҡ ҡуллана һәм ер өҫтөнә бәрелә. 2025 йылда Меркурийға BepiColombo космос карабы килер тип планлаштырыла[6][7][8].