Манга
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ма́нга (япон. 漫画, マンガ, [mã̠ŋɡa̠]) — япон комикстары[1], ҡайһы берҙә комикку (コミック) тип атала[2][3]. Манга, көнбайыш йолаларының көслө йоғонтоһон кисереп, Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң[4], әлеге формаһында үҫешә башлай. Әммә иртә япон сәнғәтендә манганың тәрән тамырҙары бар[5][6][7].
Манга | |
япон. 漫画 | |
Дәүләт | Япония |
---|---|
Ил | Япония |
Һештег | manga |
Манга Викимилектә |
Японияла манганы бөтә йәштәге кешеләр уҡый. Манга һынлы сәнғәт төрө һәм әҙәби күренеш булараҡ хөрмәт ителә. Шуға күрә төрлө жанрҙарҙа һәм төрлө темаларға: мажара, романтика, спорт, тарих, юмор, фәнни фантастика, триллерҙар (ҡурҡыныс фантазиялар, хоррор, ужастик), эротика, бизнес һәм башҡа әҫәрҙәр бик күп[8].
1950-се йылдарҙан манга япон китап нәшриәтенең эре тармағы булып китә[9]ә, уның әйләнеше 2006 йылда[10] 481 миллиард иена, 2009 йылда[11] 420 миллиард иена тәшкил итә. Манга донъяның башҡа илдәрендә[12], бигерәк тә АҠШ-та популярлыҡ яулай, унда 2006 йылда һатыу 175—200 миллион доллар тирәһе тәшкил итә[13]. Мангаларҙың барыһы ла тиерлек ҡара-аҡ төҫтә төшөрөлә һәм нәшер ителә[14], шулай ҙа төҫлөһө лә бар, мәҫәлән, Colorful, исеме инглиз теленән «сағыу» тип тәржемә ителә. Популяр манга буйынса, йышыраҡ оҙон манга-сериалдар буйынса (ҡайһы берҙә тамамланмаған[15]) аниме төшөрөлә, шулай уҡ ранобэ, видеоуйындар һәм башҡа сығарылма әҫәрҙәр ижад ителә ала[16]. Ғәмәлдәге манганан аниме төҙөү коммерция күҙлегенән файҙалы — манга төшөрөү, ҡағиҙә булараҡ, арзаныраҡҡа төшә, ә анимация студиялары теге йәки был манга популярмы, юҡмы икәнлеген, уны экранлаштырыу мөмкинлеген билдәләй ала[17].
Экранлаштырыу сценарийы ҡайһы бер үҙгәрештәр кисерергә мөмкин: алыш һәм һуғыш күренештәре йомшартыла, артыҡ асыҡ күренештәр алына. Манганы төшөргән рәссам мангака тип атала, йыш ҡына ул сценарий авторы ла булып тора. Әгәр сценарийҙы яҙыу айырым кеше үҙ өҫтөнә алһа, бындай сценарист гэнзакуся (йәки, дөрөҫөрәге, манга-гэнсакуся) тип атала. Манга булған аниме йәки фильм[18] нигеҙендә, мәҫәлән, «Йондоҙҙар һуғышы»[19], ижад ителә ала. Әммә мангаһыҙ аниме һәм «отаку» барлыҡҡа килмәҫ ине, сөнки комикс рәүешендә үҙен аҡламаған, популярлығын иҫбатламаған проектҡа ваҡыт бүлергә һәм аҡса һалырға әҙер тороусы продюсерҙар бик аҙ[20].