![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/d/d5/Lesya_Ukrainka_portrait.jpg/640px-Lesya_Ukrainka_portrait.jpg&w=640&q=50)
Леся Украинка
Украин шағиры һәм яҙыусыһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Леся Украинка (укр. Леся Украiнка; хәҙерге исеме Лариса Петровна Косач-Квiтка, укр. Лариса Петровна Косач-Квiтка; 13 февраль көндө (25 февраль) 1871, Новоград-Волынский — 19 июлендә (1 август) 1913, Сурами) — украин шағиры һәм яҙыусыһы, тәржемәсе, мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Леся Украинка | |
(Лариса Петровна Косач-Квитка) | |
![]() | |
Исеме: |
Лариса Петровна Ко́сач |
---|---|
Псевдонимдары: |
Леся Украинка |
Тыуған урыны: |
Новоград-Волынский, |
Вафат булған урыны: |
Сурами, |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы, шағир, тәржемәсе |
Ижад йылдары: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
украин, |
Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында | |
Төрлө жанрҙарҙа: поэзия, лирика, эпос, драма, проза, публицистика яҙа. Шулай уҡ фольклор өлкәһендә эшләй (220 халыҡ көйө уның тауышында яҙылған) һәм украин милли хәрәкәтендә актив ҡатнаша.
Үҙенең «На крыльях песен» (1893), «Думы и мечты» (1899), «Отзывы» (1902) шиғырҙар йыйынтығы, «Старая сказка» (1893), «Одно слово» (1903) поэмалары, «Боярыня» (1913), «Кассандра» (1903-07), «В катакомбах» (1905), «Лесная песня» (1911) драмалары һәм башҡа әҫәрҙәре аша билдәле.
Хәҙерге украиндар уны Тарас Шевченко һәм Богдан Хмельницкий[3] менән бер рәттән иң күренекле милләттәштәре рәтендә атай.