From Wikipedia, the free encyclopedia
Лакро́сс (франц. Lacrosse) — ике команда араһында контактлы спорт уйыны. Бында ҙур булмаған резина туп (62,8-64,77 мм, 140—146 грамм) һәм стик тип аталған оҙон тотҡослы сәкән ҡулланыла.
Уйынды Америка индеецтары уйлап сығара, улар уны яугирҙарҙы әҙерләү һәм ҡәбиләләр араһында низағтарҙы тыныс хәл итеү өсөн ҡулланған. Археологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләренә ярашлы, лакросс хәҙерге Канада территорияһында XV быуатта уҡ билдәле була. Был ваҡытта командалар йыш ҡына бер нисә йөҙ кешенән торған, ә уйын өсөн майҙансыҡтың оҙонлоғо бер нисә йөҙ метрҙан бер нисә километрға тиклем тәшкил иткән.
Европа күскенселәре был уйын менән XVII быуатта таныша, ә XIX быуат башында ул Канаданың француз халҡы араһында популярлыҡ яулай башлай. Лакросс буйынса тәүге рәсми матч 1867 йылда Канадала була.
Лакросс ике мәртәбә — 1904 һәм 1908 йылдарҙағы йәйге Олимпия уйындары программаһына кертелә. Шулай уҡ 1928, 1932 һәм 1948 йылдарҙағы Олимпиадала күрһәтмә спорт төрө була.
Уйында ике команда ҡатнаша, улар стик тип аталған оҙон тотҡослы махсус сәкән ярҙамында ҙур булмаған резина тупты (62,8-64,77 мм, 140—146 грамм) көнәркәштең ҡапҡаһына индерергә тырышалар. Сәкәндең өҫкө өлөшө ирекле селтәр менән үрелгән, ул тупты эләктереү һәм тотоу өсөн тәғәйенләнгән. Тупты сәкән ярҙамында эләктереп, контролдә тотоп һәм пас биреп, көнәркәш командаһы ҡапҡаһына индереү уйындың маҡсаты булып тора. Һаҡланыусыларҙың төп мәсьәләһе — ҡапҡаны алыуҙы кисектереү һәм сәкән, контаклы көрәш йәки майҙансыҡта дөрөҫ позиция ярҙамында тупты алыу. Уйында дүрт позицияны айырылар: ярым һаҡсы, һөжүмсе, һаҡсы, ҡапҡасы. Лакросста махсус майҙансыҡта (field lacrosse) һөжүмселәр тик һөжүм итә («ride» ситуацияһынан тыш, был осраҡта һаҡсылар тупты сығарырға маташа, ә һөжүмселәр уларға ҡамасауларға тырыша), һаҡсылар тик һаҡлайҙар («clear» ситуацияһынан тыш, был осраҡта һаҡсыларға тупты сығарыр кәрәк), ҡапҡасы туранан-тура ҡапҡаны һаҡлаған һуңғы һаҡлау линияһы булып тора, ярым һаҡсылар майҙансыҡтың теләһә ҡайһы өлөшөндә була ала һәм һаҡлауҙа ла, һөжүмдә лә уйнай ала. Шулайҙа юғары дәрәжәле уйындарҙа һәр ваҡыт һаҡлаусы һәм һөжүм итеүсе ярым һаҡсылар араһында махсуслашыу бар.
Йыш ҡына лакроссты ҡаты контактлы спорт тип иҫәпләйҙәр, әммә бында, америка футболы һәм башҡа контактлы спорт төрҙәре менән сағыштырғанда, йәрәхәттәр һирәгерәк осрай.
Хәҙерге ваҡытта лакросстың бер нисә варианты бар, улар бер-береһенән майҙансыҡтың ҙурлылығы, уйнаусыларҙың һаны һәм ҡағиҙәләре менән айырыла. Төп дүрт вариант бар: «майҙанда лакросс» (үләндә йәки лакросс), «коробкала лакросс», «интеркросс», «полокросс».
1967 йылдан ир-егеттәр араһында Лакросс буйынса донъя чемпионаттары уҙғарыла, уларҙа төрлө илдәрҙән, шулай уҡ ирокез индей ҡәбиләһенән (1990 йылдан) командалар ҡатнаша.
Донъяла өс тиҫтәнән ашыу милли лакросс федерациялары бар. Уларҙың күбеһе Европала урынлашҡан һәм XX быуаттың һуңғы ун йыллығында ойошторолған, әммә лакросс киң популярлыҡ яулаған АҠШ һәм Канада был спорт төрө буйынса алдынғы илдәр булып ҡала.
Был уйын Канадала милли йәйге спорт төрө булып тора. Канада лакросс ассоциацияһы 1867 йылда нигеҙләнә һәм донъяла иң боронғо булып тора. Йыл һайын икешәр дивизионда өлкәндәр һәм үҫмерҙәр араһында биналарҙа лакросс буйынса чемпионаттар уҙғарыла. Шулай уҡ өс дивизионда асыҡ майҙансыҡта лакросс буйынса чемпионат үткәрелә.
АҠШ-та был спорт төрө профессиональ лакросс лигаһы — ингл. Major League Lacrosse менән күрһәтелгән. Шулай уҡ лакросс Студенттар спортының милли ассоциацияһының рәсми спорт төрҙәренең береһе булып тора. Беренсе дивизион чемпионатында 88 университет командалары, икенсе дивизионда — 46 команда һәм өсөнсө дивизионда — 208 команда ҡатнаша.
Халыҡ-ара кимәлдә АҠШ лакросс буйынса ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командалары, һәм шулай уҡ 19 йәшкә тиклемге йәштәр йыйылма командалары менән күрһәтелгән. Бынан башҡа, халыҡ-ара ярыштарҙа АҠШ һәм Канаданың ирокез ҡәбиләләре конфедерацияһын күрһәткән индей йыйылма командаһы «Iroquois Nationals» ҡатнаша.
Оҙаҡ ваҡыт дауамында Англияла һәм Австралияла бәләкәй лакросс йәмғиәттәре эшләй. 1990-сы йылдарҙан башынан башҡа милли лакросс ассоциациялары ла барлыҡҡа килә, хәҙер улар ике тиҫтәгә яҡын Европа илдәрендә, Яңы Зеландияла, Японияла, Корея Республикаһында һ.б. ойошторолған. Һиндостан һәм Ҡытайҙың бойондороҡһоҙ ассоциацияларынан башҡа, улар барыһыла Халыҡ-ара лакросс федерацияһына (ингл. Federation of International Lacrosse) берләшкән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.