Көнсығыш Тимор
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Көнсығыш Тимор[2], БМО терминологияһында Тимор-Лешти[3], ҡайһы берҙә Тимор-Лесте транслитерацияһы осрай[4], тулы рәсми формаһы — Көнсығыш Тимор Демократик Республикаһы[2] йәки Тимор-Лешти Демократик Республикаһы — Көньяҡ-Көнсығыш Азияла урынлашҡан дәүләт. Көнсығыш Тимор дәүләтенә Тимор утрауының көнсығыш өлөшө һәм шул уҡ уртауҙың көнбайышында ҙур булмаған эксклав (Окуси-Амбено провинцияһы), шулай уҡ Атауро (төньяҡта) һәм Жаку (көнсығышта) утрауҙары керә.
| |||||
Девиз: «Honra, Pátria e Povo (Намыҫ, Тыуған ил һәм Халыҡ )» | |||||
Гимн: «Pátria» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 28 ноябрь 1975 ( Португалиянан) | ||||
Рәсми телдәр | Португал теле һәм тетум[d] | ||||
Баш ҡала | Дили | ||||
Идара итеү төрө | José Ramos-Horta | ||||
Президент
Премьер-министр | Таур Матан Руак
Шанана Гужмау | ||||
Дәүләт дине | Католицизм | ||||
Территория • Бөтәһе | 154 15 007 км² | ||||
Халыҡ • Һаны (2010) • Халыҡ тығыҙлығы | 1 066 [1] чел. (156) 71,5 чел./км² | ||||
КПҮИ | ▼ 0.489 (түбән) (162 урын) | ||||
Валюта | АҠШ доллары (USD, 840) (IDR, код 360) | ||||
Интернет-домен | .tl | ||||
Код ISO | TL | ||||
МОК коды | TLS | ||||
Телефон коды | +670 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 9 |
Ил XVI быуаттан Португалия империяһының колонияһы. Колониаль ҡоллоҡтан ҡотолғанға тиклем Португалия Тиморы булараҡ билдәле була. 1975 йылдың аҙағында Көнсығыш Тимор үҙенең бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә, ләкин шул уҡ йылда Индонезия баҫып ала, ә киләһе йылда 27-се Индонезия провинцияһы тип иғлан ителә. 1999 йылда, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан хуплау тапҡан үҙбилдәләнеш актынан һуң, Индонезия хөкүмәте биләмәгә контролде юғалта, һәм 2002 йылдың 20 майында Көнсығыш Тимор XXI быуаттың беренсе яңы суверенлы дәүләте була. Бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, ил Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына һәм португал телле илдәр берләшмәһенә инә. 2011 йылда Көнсығыш Тимор, төркөмдөң ун беренсе ағзаһы булырға ниәтләүен белдерә һәм, Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәре ассоциацияһына инергә теләп, ғариза бирә.
Был Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы ике христиан иленең береһе (икенсеһе — Филиппин).
Утрауҙың тәүге аборигендары Джерималай мәмерйәһендә яҡынса 60—50 мең йыл элек йәшәгән. Б. э. т. 38 мең йылдан б. э. т. 17 мең йылға тиклем был мәмерйәлә кеше йәшәмәүе диңгеҙ кимәленең түбәнәйеүенә бәйле булыуы бар[5].
Бынан 4 мең йылдар элек Тиморҙа боронғо папуас телендә һөйләшкән австралоид расаһы кешеләре йәшәгән тигән фараз бар. Һуңыраҡ Тиморға Индонезия утрауынан монголоид ҡәбиләләре күсенеп ултыра башлай.
XVI быуатта тетум ҡәбиләләре килеп ултыра, улар Тимор утрауында йәшәуселәрге ҙур йоғонто яһай. Тетумдарҙан күреп, утрауҙа йәшәүселәр ер эшкәртеүгә күсә. Улар дөгө үҫтерә башлай.
Шул ваҡытта (XIV—XVI быуатарҙа) Тиморға Ява, Малайзия, Ҡытай сауҙагәрҙәре килеп урындағы халыҡтан, Көньяҡ-Көнсығыш Азия һәм Көньяҡ Азия илдәрендә ҙур һорау менән файҙаланған сандар ағасын алыштырып алғандар.
Тиморға беренсе килеп ултырған европалылар португалдар була, тирә-яҡтағы утрауҙарҙы голландтар колонизациялай.
1512 йылда Тиморға сандал ағасы менән сауҙа итеүсе беренсе португал сауҙагәре килеп ултыра, 1556 йылда католик миссионерҙары килә, һәм 1702 йылда Тимор рәсми рәүештә Португалия колонияһы тип иғлан ителә.
1859 йылда Тиморҙы Лиссабон килешеүе буйынса Нидерланд һәм Португалия бүлешә, был илдәр биләмәһе һуңғы тапҡыр тип 1916 йылда ғына билдәләнә[6].
Икенсе донъя һуғышы ваҡытында утрауҙы Япония баҫып ала (1942 йылдан 1945 йылға тиклем). Һуғыштан һуң Португалияның власы тергеҙелә. Көнсығыш Тимор 1974 йылға тиклем португал колонияһы булып ҡала.
Тиморҙа деколонизация процессы 1974 йылда, Португалияла авторитар режим ҡолатылғас, башлана. 1975 йылда ФРЕТИЛИН партияһы контролдә тотҡан территорияларҙа ҡыҙыл кхмерҙар һәм уға оҡшаш хәрәкәттәр менән дуҫ булған радикаль маосылар режимы урынлаштырыла; 1976 йылдың 23 июленән 6 авгусына тиклем Көнсығыш Тимор Демократик Республикаһы делегацияһы рәсми дуҫлыҡ визиты менән Кампучанияла була[7].
1975 йылдың 28 ноябрендә ФРЕТИЛИН партияһы Көнсығыш Тиморҙың бойондороҡһоҙлоғо тураһында декларация иғлан итә. Тик 9 көндән һуң илгә Индонезия армияһы баҫып керә, Көнсығыш Тимор Индонезияның 27-се провинцияһы тип иғлан ителә.
Баҫып кереү һәм артабанғы репрессиялар АҠШ ярҙамы менән үткәрелә, АҠШ Индонезия армияһын ҡорал менән тәъмин итә һәм күнекмәләр үткәрә. Австралия Индонезия властарының ғәмәлдәрен хуплай һәм Тиморҙың сит илдәрҙәге азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрлегенә ҡамасаулай[8].
Тиморҙа Индонезия идараһы рәхимһеҙлеге менән айырылып тора. 27 йыллыҡ оккупация дәүерендә 100—250 мең кеше үлтерелә (баҫып кергәндә утрауҙа халыҡ һаны 600 мең була), шул тиклем халыҡ ҡасаҡҡа әүерелә.
1999 йылда БМО баҫымы аҫтында Көнсығыш Тиморҙа үҙбилдәләнеш буйынса референдум үткәрелә. Һөҙөмтәлә халыҡтың 78,5 проценты бойондороҡһоҙлоҡ өсөн тауыш бирә. Был яңынан көс ҡулланыуға килтерә һәм халыҡ-ара тыныслыҡ урынлаштырыу контингентын индереү кәрәк була. 2002 йылдың 20 майында элекке португал колонияһы рәсми рәүештә бойондороҡһоҙ дәүләт тип иғлан ителә.
Рәсәй Федерацияһы менән дипломатик мөнәсәбәттәр 2002 йылдың 20 майында булдырыла[9]. РФ Сит ил эштәре министрлығы рәсми рәүештә «Көнсығыш Тимор» атамаһын ҡуллана, әммә БМО-ла рус телендә дәүләттең португал исеме — Тимор-Лешти ҡабул ителгән[10].
Илдә тауҙар өҫтөнлөк итә, уларҙан Банда һәм Тимор диңгеҙҙәренә ҙур булмаған тау йылғалары ҡоя. Ер ер тетрәүҙәр ҙә, цунами ҙа булып тора.
Көнсығыш Тимор климаты уртаса яуым-төшөмлө субэкваториаль муссонлы. Дымлы муссон арҡаһында ер ишелмәләре, һыу баҫыуҙар булып тора. Таулы һәм тау алды райондарҙа сандал урманы үҫә. Уйһыу урындарҙа кокос пальмалары һәм эвкалипттары булған бейек үләнле саванналар өҫтөнлөк итә.
Илдең көнсығышында бейеклеге 500—700 м булған яйла, ә көньяҡ яр буйлап тигеҙлектәр һуҙыла.
Көнсығыш Тиморҙың Альп—Гималай күсмә бүлкәте эсендәге торошо утрауҙың цунамиға һиҙгерлеген һәм сейсмиклығы юғары булыуын билдәләй. Яр буйы, шельф һәм бигерәк тә Тимор диңгеҙе төбө нефть һәм газға бай.
Халҡы 1 291 358 кеше тәшкил итә[11].
Йыллыҡ үҫеш 2 % (тыуым — бер ҡатын-ҡыҙға 3,2 бала).
Ҡала халҡы — 27 %.
Грамоталылыҡ кимәле — 58 % (2002 йыл)
Этник составы — австронезия халыҡтары (тетум — 45 %, мамбай — 15 %, токоде — 12 % һәм башҡалар), папуа халыҡтары (бунак — 11 %, макасай — 3 %һәм башҡалар), ҡытайҙар — 1 %.
Халыҡтың дини структураһы (2005 йылғы баһа):
Көнсығыш Тиморҙа ике рәсми тел: тетум теле һәм португал теле, һәм ике «эш теле»: индонезия теле һәм инглиз теле. «Эшсе телдәр» Көнсығыш Тимор Демократик Республикаһы Конституцияһының 159-се статьяһына ярашлы, рәсми органдар эшендә «кәрәк тип табылған саҡта» ҡулланыла. «Эшсе телдәрҙең» статусы конституция тарафынан, күсеү осоро тамамланыу датаһын күрһәтмәйенсә, ваҡытлыса тип билдәләнә. Бынан тыш халҡы бик күп абориген телдәрҙә һөйләшә.
Ғәмәлдәге конституция 2002 йылдың 20 мартында ҡабул ителә. Ул португал конституцияһы моделе нигеҙендә эшләнә.
Дәүләт башлығы — халыҡ 5 йылға һайлаған президент (икенсе срок рәттән булыуы мөмкин). Президент закондарға вето өҫтәй, парламентты тарата һәм һайлауҙар тәғәйенләй ала. Дөйөм һайлау хоҡуғы эшләй (17 йәштән бирелә). Парламент һайлауҙары 2001 йылдың 30 авгусында үтә.
Закондар сығарыу вәкәләттәрен 88 ағзанан торған Милли парламент тормошҡа ашыра. Депутаттар 5 йылға дөйөм тауыш биреү юлы менән һайлана.
Төп сәйәси партиялар (2007 йылдың июнендәге һайлауҙарҙан һуң):
Парламентта тағы ла 3 партия бар (2 — 3 депутат), тағы ла етәүһе парламентҡа үтмәне.
Көнсығыш Тимор территорияһы 13 административ округҡа бүленгән:
Райондар артабан 90 бәләкәй округҡа, 700 сукосҡа һәм 7225 ауылға (утарҙар) бүленә.
Көнсығыш Тимор менән Индонезия араһындағы сик рәсми рәүештә Португалия һәм Нидерландтар тарафынан 1859 һәм 1913 йылдарҙағы килешеүҙәр менән билдәләнә. Сик тулыһынса Гаагала 1916 йылда булдырыла. Көнсығыш Тимор 2002 йылда ҡабаттан бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткәндән һуң, яҡтар әлегә тиклем тамамланмаған сикте билдәләүгә тотона. Индонезия һәм Көнсығыш Тимор сигенең өс участкаһы буйынса аңлашылмаусанлыҡтар һаҡлана[12]. Көнсығыш Тиморҙың Окуси ярыманклавы менән Көнсығыш Тиморҙың төп биләмәһе араһында халыҡ һәм тауарҙар иркен йөрөй.
Африка илдәре, Кариб бассейны һәм Тымыҡ океан төбәгенең халыҡ-ара ойошмаһына инә.
Төп мәҡәлә: Көнсығыш Тиморҙың иҡтисады
Көнсығыш Тимор — насар үҫешкән аграр дәүләт[13]. Ил иҡтисады 1976—1999 йылдарҙағы граждандар һуғышы ваҡытында емерелә. Уның нигеҙен ауыл хужалығы тәшкил итә, игенселектә һуғарыу ҡулланылған. Халыҡтың яртыһының эше булмай. Бойондороҡһоҙлоҡ алғас, диңгеҙҙәге шельфта нефть һәм газ сығарыу тәүге планға сыға. Улар Австралия компаниялары ярҙамында тормошҡа ашырыла. Бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, ил иҡтисады ярайһы уҡ уңышлы үҫешә башлай.
Илдә алтын, аҡ алтын, мәрмәр һәм марганец ятҡылыҡтары бар.
Халыҡ ҡәһүә, кокос пальмаһы, дөгө, кукуруз, кассава, соя, татлы картуф, манго, банан, ваниль, тәмәке, мамыҡ үҫтерә. Илдә копра, һабын һәм косметика продукцияһы етештереү, шулай уҡ ынйы йыйыу юлға һалынған Улар — ил халҡының килем алыу ысулдарының береһе. Көнсығыш Тиморҙа ағас эшкәртеү, күн, туҡыу һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте, шулай уҡ һөнәрселек кәсептәре: кәрзин үреү, фил һөйәге һәм сандал ағасын һырлау, керамик әйберҙәр эшләү үҫешкән.
Өҫтөнлөктәре: Тимор диңгеҙендәге нефть һәм газ ятҡылыҡтары. Тимор диңгеҙендә бер нисә нефть ятҡылығы табылған. Уларҙың береһенең генә — Байу-Ундандың запасы 3 миллиард долларға баһалана. Ауыл хужалығының традицион нигеҙен ҡәһүә һәм тропик емештәр тәшкил итә.
Етешһеҙлектәре: 1999 йылда сыуалыштар ваҡытында инфраструктура ныҡ зыян күрә. Сәнәғәт секторы ла, инфраструктура үҫешеп етмәгән, халыҡтың грамоталылығы түбән. Иҡтисад нефть һәм газ сығарыуға, мәрмәр сығарыуға, ауыл хужалығына (кофе һәм тропик емеш-еләк) һәм сандал ағасын экспортлауға нигеҙләнә. 2011 йылда йән башына эске тулайым продукт — 8,7 мең доллар (донъялағы 118-се урын). 2004 йылда бойондороҡһоҙлоҡ алған саҡта Көнсығыш Тимор донъяның иң әҙ үҫешкән илдәренең береһе, Азияла Афғанстандан ҡала икенсе иң ярлы ил була. Илдә бойондороҡһоҙлоҡтоң тәүге йылдарында нефть һәм газ ятҡылыҡтары эшкәртелә башлай һәм илдең эске тулайым продукты 2004 йылдан 2011 йылға тиклем 24 тапҡырға, 400 миллиондан 9,7 миллиард долларға тиклем үҫә. Илдең дәүләт бюджеты 2004 йылда 40 миллион долларҙан 2011 йылда 1,3 миллиард долларға тиклем үҫә. Көнсығыш Тимор (Халыҡ-ара валюта фонды белгестәре раҫлауынса) нефттең донъя хаҡына бәйле дәүләткә әүерелә[14]. 2011 йылда ЭТП үҫеше 10 процент тәшкил итә, 2012 йылда иҡтисадтың үҫеш темпы яҡынса шул уҡ була[15]. Ил инфраструктураһы, юғары нефть-газ килемдәренә ҡарамаҫтан, насар үҫешкән. Урбанизация кимәле ни бары 27 процентҡа етә, 2010 йылда ҡалала йәшәүселәрҙең 87,7 % һәм ауылда йәшәүселәрҙең 18,9 % ғына электр менән файҙаланған (илдә уртаса — 36,7 %).
Ауыл хужалығы (ЭТП-ның 26,5 проценты, иҡтисадта эшләүселәрҙең 64 проценты) — кофе, какао, дәрсен, дөгө, кукуруз, кассава, татлы картуф, соя, кәбеҫтә, манго, банандар, ваниль.
Сәнәғәт (ЭТП-ның 17,8 проценты, иҡтисадта мәшғүлдәрҙең 10 проценты) — нефть һәм газ сығарыу, һабын, кейем-һалым етештереү, ҡул эштәре.
Экспорт (108 миллион доллар, 2017 йыл)[16] — нефть (хаҡтың 61 проценты), ҡәһүә (24 %), кейем-һалым, ауыл хужалығы сеймалы. Импорт (651 миллион доллар, 2017 йыл) — тәү сиратта нефть продукттары һәм яғыулыҡ (16 %), машина һәм ҡорамалдар (26 %), ауыл хужалығы продукцияһы, шул иҫәптән дөгө (4,8 процентҡа тиклем), ит, тәмәке һәм алкоголле эсемлектәр.
2000 йылдың ғинуарынан илдең милли валютаһы — АҠШ доллары. Бынан тыш, 2003 йылдан америка центының валюта курсына тап килгән тимор сентавоһы тәңкәләре ҡулланыла. 1, 5, 10, 25, 50, 100 һәм 200 сентаво номиналы менән сығарыла.
RTTL дәүләт телерадиокомпанияһы үҙ эсенә TVTL (Televison de Timor Leste) — Көнсығыш Тимор телевидениеһы) һәм RTL радиостанцияһын (Radio Timor Leste — «Көнсығыш Тимор радиоһы») ала.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.